Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Февраль 2020, 16:56

Помидор сәсер ваҡыт етә

БАҠСАСЫЛАР ӨСӨН ЙӘНӘ ҠЫҘЫУ ВАҠЫТ БАШЛАНА. МӘҪӘЛӘН, ПОМИДОР ҮҪЕНТЕЛӘРЕН ТЕЙЕШЛЕ ИТЕП ТӘРБИӘЛӘҺӘҢ, УҢЫШТЫ ТАҒЫ ЛА АРТТЫРЫРҒА БУЛА.

БАҠСАСЫЛАР ӨСӨН ЙӘНӘ ҠЫҘЫУ ВАҠЫТ БАШЛАНА. МӘҪӘЛӘН, ПОМИДОР ҮҪЕНТЕЛӘРЕН ТЕЙЕШЛЕ ИТЕП ТӘРБИӘЛӘҺӘҢ, УҢЫШТЫ ТАҒЫ ЛА АРТТЫРЫРҒА БУЛА.
Бының өсөн помидорҙы март башында түгел, ә февраль башында уҡ сәсергә кәрәк. Үҫенте оҙоная башлау менән, аҫта өс япраҡ ҡалырлыҡ итеп (өсөнсө ысын япраҡ өҫтөнән үк), осон киҫәләр. Үҫенте япраҡ аҫтарынан тармаҡлана, шулай итеп өс ботаҡлы булып үҫеп китә. Ваҡыты етеп, баҡсаға күсереп ултыртҡас та ул өс ботағында ла бер юлы сәскә ата, уңышы күберәк була. Иртә сыҡҡан помидор тиҙерәк өлгөрә, көҙгә тиклем төп уңышын бирә. Был ысул элиталы сорттар үрсеткәндә, йәғни орлоҡ аҙ булғанда ла ярҙам итә.
Фото: mir-ogorod.ru
Венер Исхаҡов
Читайте нас: