Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль 2020, 22:23

"Айһылыу" (аҙағы)

Бар булмышын, күңелен биреп эшләне Айһылыу. Яҙмыш әсеһен эсенә йотто, һағышын хеҙмәт менән баҫты. Коллегалары, ата-әсәләр яңы уҡытыу­сыны яратты, уның эшенән ҡәнәғәт ҡалды. Тик ҡыҙын үҙенә ҡайтарырға нисек кенә тырышмаһын, Йәмилдең апалары килендәрен хыянатта, тотанаҡһыҙлыҡта нахаҡҡа ғәйепләп, баланы бирмәне.

Буталсыҡ уйҙар

Бар булмышын, күңелен биреп эшләне Айһылыу. Яҙмыш әсеһен эсенә йотто, һағышын хеҙмәт менән баҫты. Коллегалары, ата-әсәләр яңы уҡытыу­сыны яратты, уның эшенән ҡәнәғәт ҡалды. Тик ҡыҙын үҙенә ҡайтарырға нисек кенә тырышмаһын, Йәмилдең апалары килендәрен хыянатта, тотанаҡһыҙлыҡта нахаҡҡа ғәйепләп, баланы бирмәне.

Шулай ике йыл ваҡыт үтте. Йәмил ҡыҙын етәкләп беренсе класҡа уҡырға алып килде. “Тәүге ҡыңғырау” тантанаһы башланыр алдынан Айһылыу ҡыҙын күреп илап ебәреүҙән саҡ тыйылып ҡалды.

Йәмил тағы ла һылыуланған, зауыҡ менән кейенгән ҡаты­нына ҡарап һоҡланды, уның янына әленән-әле килеп һөй­ләшеп киткәндәрҙән көнләште. “Ниңә минең ҡатыным икенсе ир-ат менән һөйләшә, мәктәп директоры ла нисектер сәйер ҡарай төҫлө. Уҡыусы малай менән атаһы ҙур гөлләмә килтереп тотторҙо”, – тип күҙәтте ул. Өйөнә ҡайтҡас та тыныслана алмай ярһыны: “Айһылыуға нимә етмәне, ниңә ул ирен генә ҡарап өйҙә ултырмай, ниңә гел кешеләр янына ашҡына? Ул бит ҡатынын өйҙә генә тоторға теләгәйне. Ә бында күпме сит-ят күҙҙәр”... Ир үҙ уйҙарында үҙе буталды...

Бишек йырҙары

Ҡыҙы менән бер мәктәптә булыуы Айһылыуға бөтмәҫ дәрт, илһам өҫтәне. Тәнәфес һайын ҡыҙы әсәһе янына йүгереп килде, уларҙың йөҙҙәре шатлыҡтан балҡыны.

– Оҙаҡламай бергә йәшәй башларбыҙ, – тине Айһылыу тулҡынланып.
Ул эшләгән урынынан характеристика алды, ҡултамғалар йыйҙы, тик бәләкәй ҡалала әшнәләшеп бөткән ҡайынби­кәләрен еңергә көсө етмәне.

“Яҡшылыҡ ҡасан да булһа еңә, ә яуызлыҡ барыбер язаһын ала”, тигәндәр. Айһылыу менән булған бер ваҡиға быны тағы ла дәлилләне.

...Педсовет ултырышы барышында мәктәп директоры иртәгәһенә баш ҡаланан ҙур тикшереү киләсәген белдерҙе.

– Йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерерлек булмаһын, иң көслө уҡытыусыларҙың дәрестәренә кереп ултырасаҡтар, бик абруйлы комиссия, – тине.

Айһылыу дәрескә һәр ваҡыт ентекле әҙерләнә, ә иртәгәһе көнгә айырыуса ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тупланы. Икенсе дәрес башланыу менән өс-дүрт кешенән торған комиссия ағзалары уның кабинетына инеп ултырҙы. Уҡытыусы уларға күтәрелеп тә ҡарамай уҡыу­сыларға мөкиббән бирелеп яңы теманы аңлатты.

– Бик матур дәрес ҡараныҡ, афарин! – тине уға баш ҡала ҡунаҡтары. Барыһы ла сығып бөткәс, бер ир янына килеп баҫты.

– Һаумы, Айһылыу!

– Наил? Бына, исмаһам, осрашыу!

Улар оҙаҡ ҡына гәпләшеп ултырҙы. Айһылыу бер нәмәне лә йәшереп торманы, үҙ башынан үткәндәрен теҙеп һөйләне. Иң матур йәшлек йылдарында бер партала ултырып уҡыған дуҫы уға шундай яҡын, ҡәҙерле ине, үҙен бәхетле мәлдәренә кире ҡайтҡандай тойҙо. Ошо егеткә үлеп ғашиҡ булған саҡтарын иҫенә төшөрөп, моңһоу ғына йылмайҙы ҡатын.

– Ҡыҙыңды яныңа ҡайта­рырға ярҙам итермен, – тине Наил хушлашыр алдынан.

Ысынлап та, бер аҙна үтеүгә, Айһылыуҙың эше яңынан ҡаралып, ыңғай хәл ителде.

– Ярай, ҡыҙыңды алдың да эш бөттө түгел, мин һиңә кемлегемде күрһәтермен әле! – тип янаны ҡыҙмаса булып алған Йәмил.

Айһылыу өндәшмәне. Өйөнә ҡайтҡас, йәш сағындағы тәжри­бәһеҙлеге, бер ҡатлылығы арҡа­һында Йәмилгә сығып, балаһы менән бәхетһеҙлеккә дусар булыуҙарына әсенеп иланы.

Ҡыҙы менән йәшәй башлағас, Айһылыуға күңел тыныслығы килде, алдағы көнгә ышанысы һәм өмөтө артты. Ике йыл буйына ҡыҙын балалар баҡ­саһында Йәмилдән ҡаса-боҫа һирәкләп күреүе ҡатындың һағыныуын баҫмай, киреһенсә, арттыра ғына ине. Ҡыҙын тәрбиәләүгә бөтә көсөн һалды ул, кистәрен әкиәттәр һөйләне, йырланмай ҡалған бишек йырҙарын көйләне.

Енәйәт

Йәмил үҙ-үҙенә урын тапманы, Айһылыуҙан үс алыу юлдарын эҙләне. “Юҡ инде, әле минең менән иҫәпләшмәгән кеше тыумаған, барыбер иркенләп тыныс йәшәргә юл ҡуймаясаҡмын!” – тип тешен шығырлатҡан ир, Айһылыуҙың сибәр йөҙөн күҙ алдына килтереп, тағы ла ярһыны.

“Харап икән берәү, алдынғы уҡытыусы, имеш, кейәүгә сығып китеп, мине бөтә мир алдында рисуай итергә лә күп һорамаҫ!

Юҡ, мин быға юл ҡуймаясаҡ­мын! Әйҙә, ул да, мин дә был донъяла йәшәмәһәк, яҡшыраҡ булыр”, – тип төн буйы мәкерле план ҡорҙо.

Төш ауыу менән Йәмил мәк­тәпкә ыңғайланы. Ҡыҙы уҡы­ғанын яҡшы белгәнлектән, уға иғтибар иткән кеше булманы.
Бына Айһылыу уҡытҡан класс бүлмәһе. Йәмил, уның уҡыусыларын оҙатып бөткәнен көтөп тороп, һаҡ ҡына кабинетҡа инде.
– Ҡыҙымды күрергә килдем, – тип аҡланды ир.

– Әле ул музыка түңәрәгендә, сыҡҡас күрерһең, – тине Айһы­лыу мөмкин тиклем тыныс булырға тырышып, ә үҙенең тәне дер-дер ҡалтыраны.

– Улай булғас, бигерәк яҡшы, – тип ир ҡатын янына ыңғайланы.

Айһылыуҙың күҙ алдында нимәлер ялт итте, ул күреп тә өлгөрмәне, эсен ниҙер уттай яндырып телеп үтте... Ҡатын яй ғына иҙәнгә сүгәләне.

Яман уйы шулай тиҙ генә барып сыҡҡанға ҡыуанған Йәмил­дең күҙенә аҡ-ҡара күренмәне. Урамдан йүгерә-атлай китеп барғанда, эргәһенән үтеп киткән милиция, “Ашығыс ярҙам” машиналарына ла иғтибар бирмәне.

“Ә хәҙер миңә лә сират”, – тип яҡындағы ағаслыҡҡа йүнәлде...

Алһыу раузалар

– Бәхеткә күрә, бысаҡ Айһы­лыуҙың йәшәү өсөн мөһим ҡан тамырына бер нисә генә миллиметр етмәй ҡалған, – тине табиптар. Тик дауаланыу оҙайлы ғына барасаҡ.

Әсәһе керпек тә ҡаҡмай Айһылыуҙың янында көн-төн ултырҙы, Аллаһ Тәғәләнән ярҙам һораны. Бер ай үткәс, ҡыҙы ҡашыҡтан ашай башланы, һөйләшеүе лә рәтләнде. Ныҡ йәрәхәтләнеү ҙә, үтә ҡурҡыу ҙа Айһылыуҙың нервы система­һын ҡаҡшатҡайны. Был фажи­ғә мәктәпте генә түгел, бөтә ҡаланы тетрәндерҙе, коллегалары, таныш-белеше, дуҫтары Айһылыуҙың тиҙерәк аяҡҡа баҫыуын теләне, ә Йәмилгә нәфрәттәре көслө ине.

– Мәңгелек тамуҡ утында янһын, хәшәрәт! Еләк кеүек ҡыҙыма бер генә лә ҡәҙер күр­һәтмәне, – тип рәнйене Ай­һылыуҙың әсәһе элекке кейә­үенә. – Шөкөр, ҡыҙым иҫән-һау ҡалды, инде киләсәктә бәхеткә төрөнөп йәшәргә яҙһын!

...Бөгөн Айһылыуҙың тыуған көнө. Иртәнге обходта табип:
– Йәгеҙ, йыйынығыҙ, өйө­гөҙгә ҡайтарабыҙ, – тине. – Һеҙ бөтөнләй йүнәлдегеҙ!

Айһылыуҙы алырға ҡыҙы менән әсәһе килгән. Уларҙы дауахананан сығыуға такси көтөп тора ине.

Кисен өйгә ҡатындың ту­ғандары йыйылды. Табынға ултырғас, әсәһе:
– Ҡыҙым, тыуған көнөң менән! – тип күпереп торған мамыҡ шәл япты.

Шул ваҡыт ишектә ҡыңғы­рау тауышы ишетелде. Айһы­лыу йүгереп барып уны асҡай­ны, тупһала бер ҡосаҡ алһыу раузалар тотоп Наил баҫып тора...

– Әйҙә, үт, улым, һинең оло ярҙамың был бәхетле минут­тарҙы яҡынайтты, – тине әсәһе.

Баҡтиһәң, Наил Айһылыу­ҙың бәләгә тарыуын белгәс, баш ҡаланың иң тәжрибәле табиптарын килтергән, дарыуҙар ме­нән ярҙам иткән. Тик Ай­һылыуға был турала әйтмәү­ҙәрен үтенгән.

Икәүҙән-икәү ҡалғас, Наил:
– Айһылыу, беҙҙе яҙмыш баш­ҡаса айырмаҫ өсөн йәнә ос­раштырҙы. Миңә кейәүгә сыҡ, – тип мөхәббәте алдында теҙләнде...

Ауырғазы районы.
Минира ҮТӘГӘНОВА
Фото: интернет
Читайте нас: