Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Ғинуар 2020, 13:32

БАЛА ҺӨЙӨР МӘЛДЕҢ ҠӘҘЕРЕН БЕЛӘЛӘР

Районыбыҙҙа матур донъя көткән күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләр артыуы ҡыуандыра. Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе Гүзәл һәм Фирзанур Ғәлиуллиндар әле йәш ғаиләләр рәтендә, шуға ҡарамаҫтан, бер-бер артлы ғына тыуған дүрт балалары донъяларын йәмле, ғәмле иткән.

Районыбыҙҙа матур донъя көткән күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләр артыуы ҡыуандыра. Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе Гүзәл һәм Фирзанур Ғәлиуллиндар әле йәш ғаиләләр рәтендә, шуға ҡарамаҫтан, бер-бер артлы ғына тыуған дүрт балалары донъяларын йәмле, ғәмле иткән.
Әхмәр һылыуы Гүзәл Ҡанаҡай егете Фирзанурҙы әрмегә оҙатып, һағынып көтөп ала. Был ваҡытта ҡыҙ крансы, ашнаҡсы һөнәрен үҙләштереп өлгөрә. Егете әрменән ҡайтҡас та йәштәр никах уҡытып, бергә йәшәй башлай. Мөхәббәтле ғаилә бер бала менән генә сикләнеп тормай. Бер-бер артлы ғына тыуғас, әле өсөһө лә башланғыс класта уҡый. Аделина - 4-се, Нурислам - 2-се, Динислам - 1-се класта. Ә кинйәләре, 5 йәшлек Нуриман, балалар баҡсаһына йөрөй. Балалар спорт ярата, төрлө сараларҙа әүҙемдәр.
Гүзәл Фәнир ҡыҙы Ҡанаҡай мәктәбендә ашнаҡсы, ә Фирзанур Ғәлинур улы Стәрлетамаҡҡа йөрөп “Йәмәғәт туҡланыу” йәмғиәтендә водитель булып эшләй. Дәүләт программаһына ярашлы, күп балалы ғаиләгә бушлай ер бирелгән, әсәлек капиталын да юллағандар. Киләсәктә улар өй һалып керергә уйлай. Был маҡсаттарында уларға РФ Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан әҙерләнгән “Ауыл ипотекаһы” дәүләт программаһы ла ярҙам итә ала. Ошо көндәрҙә генә ғәмәлгә ингән программа буйынса ауылда төпләнергә ҡарар итеүселәр 3 процентҡа ғына ипотека алыу мөмкинлегенә эйә.
Донъя йөгөн тартыуҙа ир менән ҡатынды тигеҙлгән заман шауҡымына бирелгәндәр бәхәсләшеп маташһа ла, ҡатын-ҡыҙҙың иң төп тәғәйенләнеше, әлбиттә, әсә булыу, бала бағыу. Ғәлиуллиндарҙың бала-саға тауышынан гөрләп торған йорттарында нур ҙа, ҡот та бар. Гүзәлдең фекеренcә, уларҙың бар бәхете, өмөтө - балалар. Әлбиттә, йәш әсәгә бер тиң йәштәге шуҡ, шаян бәләкәстәрен тәрбиәләүе еңел бирелмәй. Бында ата-әсәләре ярҙамын баһаламай булмай.
“Бәхет – байлыҡ та, ҡоро рәхәтлек тә, барынан ҡәнәғәтлек тә түгел, ә шуларҙан юғарыраҡ торған рухбайлығы, йән рәхәте ул”, – тип яҙа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, әҙәбиәт белгесе Ғайса Хөсәйенов. Ошо аҡыл менән уртаҡлашҡанда оло быуын замандашыбыҙ, моғайын, ғаилә бәхете кеүек төшөнсә хаҡында ла уйланғандыр. Бәхетле кеше – парлы, ә бәхетле парҙар - балалар үҫтергән, тыуған йорт йылыһын биргән атай-әсәй рәүешендә күҙ алдына баҫа. Йәштәребеҙ ҙә уйланһын был турала.

Фото: ғаилә архивынан.
Читайте нас: