– Уф, бәпесем, уф, бәпесем! Шуны уйлап, тамам йөрәгем бөттө. – Йәнәшәмдә ултырған ҡатын уфылдығы сыҡты. Унан сумкаһынан дарыуын алып ҡапты, йөрәк тирәһен тотто. – Ней, телефонын алмай, әллә бер-бер хәл булдымы икән? Күптән тауышын ишеткән юҡ.
– Ысынмы? – Эргәһендә ултырғаны, әхирәте булдымы икән, хафаланып һораны. – Һуңғы тапҡыр ҡасан һөйләштегеҙ һуң?
– Кисә кис!
– Ҡайһылай оҙаҡ ваҡыт үткән!
Ул арала ҡатындың ҡулындағы телефоны “Был бәпесең, был бәпесең” тигән матур йыр һуҙҙы.
– Алло, алло, бәпесем, һинме был? Әллә һин түгелме? Ни хәлдә генәһең? Эй, Хоҙайым, иҫәнһең! Тауышың бер ҙә һинекенә оҡшамаған... Ысынлап та һинме? Әллә илайһың инде? Һөйләшеүең икенсе, тымау тейҙеме әллә? Ай, Алла! Улай булғас, берүк ауыҙыңды асып йөрөмә, зинһар өсөн, үҙеңде һаҡлай күр, бар, дауалан, үлергә итәһеңме! Улай, тимә, бәпесем. һаулығыңды ҡара. Йоҡларға тырыш, йоҡо – иң ҙур дауа. Теләһә кем эш ҡуша тип, һеперелеп йөрөмә, һинән башҡалар ҙа етерлек.
Бөгөн нисек йоҡланың? Әбижәйт итмәйҙәрме? Бая ла телефоныңды һүндерҙең дә ҡуйҙың. Өшөмәйһеңме, ас йөрөмәйһеңме? Әй, онотоп торам, шоколад нисек булды, оҡшанымы? Ярай, улай булһа… Ә вафли, хәлүә? Һин улай иптәштәреңә бик муллама инде. Теләһә кемгә таратып бөтмә, үҙең генә аҙлап аша. Бында ҡырҡ ата балаһын туйҙырып ятырға Әндрәй ҡаҙнаһы юҡ.
Ярай, бәпесем, матур ғына йөрө инде. Күп ҡалманы инде, күбенә түҙгәс, аҙына түҙерһең. Тағы посылка һалайыммы? Нимә һалайым? Кәнфит, тиһеңме? Ә-ә-ә, иҫемә төштө, һин бит сникерс ярата торғайның. Уныһын да һалырмын, йәме, бәпесем, тик һин матур ғына йөрө инде. Шылтыратып тор.
Ярай, бәпесем, тиҙҙән атайың менән яныңа барырбыҙ. Үбәм, үҙеңде ҡайтҡас, ҡоймаҡ ҡойоп, бәлеш бешереп кенә һыйлармын. Ҡара уны, ҡалын кейенеп йөрө, ҡайтҡас, ҡолағыңды борормон юғиһә…
Шул урында, күрәһең, бәйләнеш өҙөлдө. Ҡатын, асырғанып, “алло, алло” тине лә телефон төймәләренә баҫҡыланы.
– Юҡ, алмай. Хоҙайым, Аллаҡайым, кеше менән һөйләшергә форсат та бирмәйҙәр, әҙәм түгелдәрҙер, йөрәктәре юҡтыр, – тип кемделер әрләп тә алды. Унан йөрәк тәңгәлен тотоп, йәнә бер нисә дарыу төймәһен ҡапты.
Юлдашымды йәлләп, йөрәгем өҙөлдө. Меҫкен әсә! Бала тип ана нисек ут йота.
– Бәпесең балниста ятамы әллә? – тип һорайым унан.
– Юҡсы, армияла хеҙмәт итә. – Ул миңә сәйер генә ҡараш ташланы. – Илде һаҡлай. Бына һеҙҙең кеүектәр тыныс йоҡлаһын өсөн.
Венер ИСХАҠОВ.