Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ғинуар 2020, 10:45

УТТА ӨС КЕШЕ ҺӘЛӘК БУЛДЫ

25 ғинуар, үткән шәмбе, Ғүмәрҙә үтә лә аяныслы хәл теркәлде – кискә табан сыҡҡан янғында өс кеше, шул иҫәптән 3 йәшлек малай, һәләк булды. Малайҙың бер йәшкә генә кесе һеңлеһен күршелә йәшәүсе Азамат Хөсәйенов ҡотҡара.

25 ғинуар, үткән шәмбе, Ғүмәрҙә үтә лә аяныслы хәл теркәлде – кискә табан сыҡҡан янғында өс кеше, шул иҫәптән 3 йәшлек малай, һәләк булды. Малайҙың бер йәшкә генә кесе һеңлеһен күршелә йәшәүсе Азамат Хөсәйенов ҡотҡара.
Ир эштән ҡайтып килгәндә күршеләрендә төтөн күреп ҡалыу менән шул яҡҡа йүгерә. Бала ауыр йәрәхәттәр алмаған, әле Ишембай үҙәк район дауаханаһында. Ҡыҙыҡайҙы
атаһы һәм уның яғынан өләсәһе ҡарай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына янғын тураһында 17.03 сәғәттә хәбәр итәләр. Янғын һүндереүселәр командаһы Петровскийҙан, Йәнырыҫ һәм Васильевканан килеп етә. 17.51 сәғәттә янғын тулыһынса һүндерелә. Әммә юғалтыуҙар башҡа һыймаҫлыҡ... Тәфтиш-оператив төркөмгә өс кеше үлеменә килтергән янғын сәбәбен асыҡлайһы бар.
Йортта 1959 йылғы өләсәй кеше, 2016 һәм 2017 йылғы балалары менән 23 йәшлек ҡыҙы йәшәгән була. Ғаилә имен тип баһалана, бер ҡайҙа ла иҫәптә тормаған. Йәш ҡатын балалары менән әсәһенә йәшәргә былтыр көҙөн ҡайтҡан. Автомат янғын иҫкәрткес ҡоролмаһы йортта булмаған.
Дүшәмбе көн хакимиәттә үткән оператив кәңәшмәлә, район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов был ғәҙәттән тыш хәл бөгөн янғындарҙы иҫкәртеү буйынса алып барылған эштәрҙе яңынан баһаларға мәжбүр итеүен белдерҙе.
- Төп иғтибарҙы имен булмаған ғаиләләр, яңғыҙ йәшәүселәр менән эшләүгә йүнәлтеп, башҡаларҙы онотоп ебәрҙек. Шул уҡ ваҡытта һәр ғаилә иғтибар талап итә, бигерәк тә балалар бар икән. Яуаплы органдар ғаиләнең көнкүреш хәлен формаль тикшереүҙәрҙән ҡотолһон. Һәр йортта янғын иҫкәрткес ҡоролмаһын ҡуйыу мөмкинлеге бар. Эшҡыуарҙарыбыҙ урындарҙа ошоға иғтибар итһә ине. Уны күмәртәләп алыу хаҡы ни бары 200 һум тирәһе. Кешеләр был ҡоролманы ҡайҙан алып булыуҙы белһен, - тип Азамат Фәрит улы ошо көндәрҙә биләмәләрҙә йыйылма бригадалар рейд менән сығасағын да әйтте.
Янғындарҙы булдырмау ҡағиҙәләрен барыбыҙ ҙа белә. Әммә һәр ваҡыт үтәйбеҙме һуң? Хаталарҙы төҙәтер өсөн Ғүмәрҙәге ише тетрәндергес хәлдәр кәрәкме? Күрше күрше өсөн яуаплы икәнде, зинһар, онотмайыҡ!
Фото: интернет.
Читайте нас: