Йәмил – ғаиләлә бишенсе бала. Дүрт ҡыҙҙан һуң көтөп алынған малай булғанғамы, атай-әсәй иғтибары саманан тыш артыҡ.
– Мә, балам, быныһы һиңә генә, – тип иң тәмле кәнфитте, иң матур уйынсыҡты һәр ваҡыт уға һуҙҙылар. Үҙенән әллә ни күпкә ҙур булмаған апайҙары ла ҡаршы килмәне, киреһенсә, берҙән-бер ҡустыларын улары ла ҡурсалап ҡына торҙо. Күрше тирә-яҡтағы бала-саға менән уйнағанда ла Йәмил үҙ һүҙле булды – һәр кем уның менән иҫәпләшергә, уныҡынса эшләргә тейеш ине.
“Атай-әсәйеңдең күҙенә нисек ҡарармын?”
...Йылдар үтте. Юғары класҡа етеп, танау аҫтына еҫ керә башлағас, мәктәптәге иң сибәр ҡыҙға күҙе төштө егеттең. Айһылыу – сөм-ҡара күҙле, ҡыйғас ҡашлы, алһыуланып торған йөҙлө, тал сыбығылай нескә кәүҙәле ҡыҙ. Оҙон, ҡуйы керпектәрен һирпеп бер ҡараһа ла, бөтә егеттәрҙең һушын алырлыҡ! Етмәһә, тыйнаҡ, тәртипле, яҡшы уҡый, ата-әсәһе лә – ауылда абруйлы кешеләр.
– Мин һине яратам, – тине Йәмил ҡыҙға сығарылыш кисәһенән һуң. – Һин мотлаҡ минеке булырға тейешһең! – Ул Айһылыуҙы ҡосаҡларға маташты.
– Юҡ, миңә әле уҡырға кәрәк. Һөнәр алғас, атай-әсәйемә ярҙам иткем килә, туғандарымды ла ҡарашаһым бар, – тине Айһылыу, егеттең ҡулдарын ситкә алырға тырышып.
– Ләкин уҡып бөтөү менән миңә генә кейәүгә сығасаҡһың! – тине егет, еңелергә теләмәй.
Йәмил менән Айһылыу дуҫлашып йөрөй башланы. Дөрөҫөрәге, егет ҡыҙҙы һәр ваҡыт күҙәтеп, икенселәргә күҙ һалып ҡуймағайы тип, ҡарап ҡына торҙо, уның һәр аҙымын тикшерҙе. Хатта Айһылыу йәшәгән дөйөм ятаҡҡа яҡын эшкә урынлашты.
Тик ҡыҙ Йәмилгә битараф ине. Уның яратҡан егете Наил – һәр яҡлап ыңғай кеше – тиҫтерҙәре менән һәйбәт аралаша, иғтибарлы, яғымлы, йәштәр бер партала ултырып белем ала.
Бер көндө киноға барырға сыҡҡайнылар, Наил менән Айһылыу ҡаршыһында Йәмил пәйҙә булды:
– Был кем, нишләп уның менән етәкләшеп китеп бараһың? – тип ул Айһылыуға бәйләнә башланы.
Ҡыҙ ҡапыл килеп сыҡҡан егет алдында ҡойолоп төштө, ни әйтергә белмәй торғанда, Наил Йәмилгә:
– Айһылыу алдында хәҙер ғәфү үтенмәһәң, үҙеңә үпкәлә! – тине. Оҙон, мыҡты кәүҙәле егеттән шөрләпме, Йәмил өндәшмәй боролоп китеп барҙы.
Ныҡ ғәрләнде ул, ятаҡҡа ҡайтҡас та, тыныслана алмай аҙапланды. Яратҡан ҡыҙы янында икенсе егетте күреү уны ярһытты, түбәнһетте. Нисек итеп һүҙен һүҙ итергә тип күп уйланы Йәмил.
“Их, Айһылыуҙы мәңгегә үҙемдеке итерлек, уны башҡаға ҡарата алмаҫлыҡ сәбәп уйлап табырға ине” тип баш ватты. Һәм... йыуыныу бүлмәһенә инеп, үткер лезвиены ҡулына алды...
Йәмилдең йөрәк тибеше һайын ҡулынан ҡарағусҡыл-ҡыҙыл ҡан һарҡып аға башланы. Егет уны таҫтамалға урап, Айһылыу йәшәгән бүлмәгә табан атланы.
– Бына күрәһеңме, һин мине ниндәй хәлгә еткерҙең?! Шул егетең менән йөрөр булһаң, үләм дә ҡуям, – тип ҡанға батҡан ҡулын күрһәтте.
Ҡыҙҙың йөрәге табанына төшөп киткәндәй булды.
– Айй, нишләүең был! Ярай, ярай, мин риза! Тик үлмә генә! Атай-әсәйеңдең күҙенә нисек ҡарармын?
Иҫен юғалтты...
Ошо хәлдән һуң Айһылыу Йәмил өсөн тамам ҡурҡа башланы. “Мине ныҡ ярата, башҡа менән йөрөһәм, йә үҙ-үҙенә ҡул һалыр. Былай яратмаҫлыҡ егет түгел дә ул”, тип йыуатты ҡыҙ үҙен.
Ә училищены тамамлап, диплом алған көндә Йәмилгә кейәүгә сығырға ризалыҡ бирҙе. Туй мәжлесенә ике яҡтан да атай-әсәй ныҡлы әҙерләнде. Йәмил төпсөк малай булһа, Айһылыу, киреһенсә, ғаиләлә баш бала. Буласаҡ ҡәйнә лә, ҡайынбикәләре лә йәш киленгә туй мәжлесендә үк үҙ талаптарын теҙҙе:
– Беҙҙең ҡустыбыҙ берәү генә, һин уны беҙҙең кеүек үк яратырға, уның өсөн барыһын да эшләргә тейешһең!
– “Ҡатын – ирҙең ҡоло” тигән боронғолар, шуны онотма!
Килен, тыйнаҡ ҡына йылмайып, ҡарашын йәшерҙе. Йәмил хур ҡыҙындай сибәр кәләшенә һоҡланды: ап-аҡ күлдәктәге Айһылыу аҡҡоштай һомғол, унан нур, сафлыҡ бөркөлә.
Иртәгәһенә иртән Йәмил:
– Кисә бер егет һинән күҙен алмай ултырҙы, әллә электән таныш инегеҙме? – тип төпсөндө.
– Туйҙа кәләш менән кейәүгә ҡарамай кемгә ҡараһындар, – тине Айһылыу, һүҙҙе шаяртыуға борорға тырышып.
Ҡалаға барып айырым фатирҙа йәшәй башлағас:
– Һин минеке генә, ишеттеңме, эшкә сығам тип уйлама ла! – тип бойорҙо Йәмил.
Ҡыҙҙың күҙенә йәш төйөлдө. Яратҡан һөнәренә эйә булып, аҡса табырға, атай-әсәйенә ярҙам итергә тип пландар ҡорғайны бит. Уҡытыусы һөнәре – уның бала саҡ хыялы. Бәләкәй генә малай һәм ҡыҙҙарға хәрефтәрҙе өйрәтеү, уларҙан һүҙҙәр теҙеп яҙыу ниндәй мауыҡтырғыс! Ә кластан тыш саралар әҙерләү, әкиәттәр ҡуйыу, йырға-бейеүгә өйрәтеү...
Айһылыу өсөн ялҡытҡыс, төҫһөҙ көндәр бер-береһен алмаштырҙы. Ауырға ҡалғанын белгәс кенә, ҡыуанысының иге-сиге булманы. Янымда сабыйым-йыуанысым, иң ҡәҙерле кешем буласаҡ, яңғыҙлыҡтан әлеге кеүек зарығып ултырмаясаҡмын, тип шатланды ул.
Йәмил дә, ҡыҙҙары тыуғас, яҡшы яҡҡа үҙгәреп киткәндәй булды: баланы ҡарарға ярҙам итте, хатта төндәрен торҙо, ярҙамлашты. Йәш атай менән әсәйҙең уртаҡ шатлыҡтары донъяларына йәм өҫтәне.
Тик холоҡ ғүмер буйы артыңдан ҡалмай, эйәреп йөрөй шул. Йәмил ҡатынын ҡыҙғаныуын, бағанаға ла көнләүен һаман дауам итте.
– Анау балалар табибы һиңә шундай итеп ҡараны, моғайын, мин өйҙә юҡта осрашаһығыҙҙыр, – тип шиген белдерҙе ул берҙән-бер көн.
– Улай булғас эргәгә берәй ҡарауылсы ҡалдыр, – тине Айһылыу, түҙмәй.
Ул ғына ла түгел, Йәмилдең ҡатынына ышанмауы, тырнаҡ аҫтынан да кер эҙләүе апайҙарына ла күсте.
– Беҙҙең туғаныбыҙҙы әҙәмгә һанамайһың, ул һинең турала бөтәһен дә беҙгә һөйләп тора. Башҡа ирҙәр менән осрашаһың икән, – тип уңайы сыҡҡан һайын Айһылыуҙы рәнйеттеләр.
Бала бағып, көнсөл, мин-минлеге хаттин ашҡан ирҙән ҡыйырһытылып йәшәү Айһылыуҙы тамам йонсотто, ул ябыҡты, йыш сирләй башланы. Ҡыҙына биш йәш тулған көндә ҡапыл башы әйләнеп, иҫен юғалтты.
Башҡа сара ҡалманы
– Бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс сирегеҙ юҡ, күберәк ял итергә, саф һауала йөрөргә, тыныс тормошта йәшәргә кәрәк, – тине табип.
Айһылыу ике аҙна эсендә ҡыҙын үлеп һағынды. Ҡояш кеүек балҡып торған түңәрәк йөҙлө, зәңгәр күҙле сабыйы күҙ алдынан китмәне. Күпме генә ялынмаһын, Йәмил ҡыҙын уның янына дауаханаға алып килмәне.
– Йә берәй сир йоҡторор, ҡайтҡанса түҙ, – тине ул ҡоро ғына.
Ҡыҙы ла әсәһен ныҡ һағынған, иркәләнеп-наҙланып туйманы.
– Хәҙер ҡыҙыбыҙ ҙур үҫте инде, миңә лә эшкә сығырға ваҡыт, – тине Айһылыу Йәмилгә.
– Эшләр булһаң, минән айырылаһың! Бала минең менән ҡаласаҡ! – тип киҫәтте ире.
Айһылыу, Йәмилгә кейәүгә сығып, мәңгелеккә бәхетен юғалтыуына инанды. Йәлләп, уның ғүмере өсөн ҡурҡып, үҙен ҡорбан итеүенә үкенде.
– Балаҡайым, үҙеңде харап итеп ҡуймаһын, айырыл, – тип иланы Айһылыуҙың әсәһе, ҡыҙы өсөн борсолоп.
– Баламдан айырылаһы түгелмен, барыһына ла түҙермен, – тине Айһылыуы.
Өй эсендә ыҙғыш-талаш көндән-көн артты. Йәмил холоҡһоҙ, мыжыҡ иргә әйләнде. Айһылыуҙың бешергән аштарын яратмай ҡыланды, юҡ-барҙан тауыш сығарып ҡына торҙо.
– Етәр, башҡа түҙер хәлем ҡалманы, һинән китәм! – тип ныҡлы ҡарарға килде Айһылыу.
Йәмил ҡатынынан бындай ҡәтғи һүҙҙәрҙе көтмәгәйне. Ҡапыл аптырап ҡалды, ни эшләргә белмәй тиҙ генә кейенеп сығып китте.
Йәмил ул кисте өйгә ҡайтманы. Айһылыу иртән ҡыҙын балалар баҡсаһына илтте лә элек эш белешкән мәктәпкә юлланды.
– Бик ваҡытлы килгәнһегеҙ, иртәгәнән үк эшкә сыҡһағыҙ була, – тип саҡырып ҡалдылар уны.
Айһылыу ҡайтышлай кәрәк-яраҡ, эшкә кейергә тип яңы күлдәк һатып алды ла осоп тигәндәй өйөнә ҡайтты.
Тик күпме генә инәлмәһен, ишек асыусы булманы.
– Оятһыҙ, иреңде, балаңды ташлап, эшкә сығып китмәксе булдыңмы? Гулять итеп йөрөргә теләйһеңме? – тигән һүҙҙәр яуҙырҙы Йәмилдең апаһы.
Айһылыуға ауылдаш ҡыҙы йәшәгән фатирға барып ҡуныуҙан башҡа сара ҡалманы.