Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2020, 11:46

БЕР МӘЛ ГЕНӘ УЛ

Бөгөнгө студенттар араһында белемгә ынтылышлы, маҡсатлы йәштәрҙең күп булыуы шатландыра. Ишембай нефть колледжы ла һәләтле, тырыш студенттары менән лайыҡлы ғорурлана ала.

25 ғинуар - Студенттар көнө
Бөгөнгө студенттар араһында белемгә ынтылышлы, маҡсатлы йәштәрҙең күп булыуы шатландыра. Ишембай нефть колледжы ла һәләтле, тырыш студенттары менән лайыҡлы ғорурлана ала.
Уҡыу ғына түгел, үҙеңде төрлө яҡлап үҫтереү өсөн дә мөмкинлектәр бар колледжда. Ә тырыш студенттар бының менән файҙалана белә. “Нефть һәм газ скважиналарын быраулау” һөнәре буйынса 2-се курста белем алыусы Алмаз Кирәев уҡыу алдынғыһы ғына түгел, бына тигән көрәшсе лә икән. Милли көрәш менән ул мәктәп йылдарынан шөғөлләнә.
- Ишембай нефть колледжында милли көрәш буйынса секция эшләүе тураһында электән үк белә инем. Минең тап бында уҡырға килеүемә ошо ла булышлыҡ итте, - ти ул.
Тренеры Марат Зарипов етәкселегендә Алмаз әленән-әле уңыштар яулай. Колледж көрәшселәре уҡыу йортон ғына данламай, ҙур ярыштарҙағы еңеүҙәре Ишембай өсөн дә ғорурлыҡ. Декабрь айында ғына Өфөлә уҙғарылған милли көрәш буйынса Рәсәй турнирында 1-се урын яулап ҡайтыуы еңеүҙәренең береһе.
- Көрәш ышаныс өҫтәй, холоҡто тәрбиәләй. Ярыштарға йөрөгәндә төрлө ҡалаларҙы ла күреп ҡайтаһың. Студенттарға теләгем – яҡшы уҡыһындар, ваҡыттарын бушҡа уҙғармаһындар, спорт менән шөғөлләнһендәр, - ти киләсәктә үҙен нефть тармағы белгесе итеп күргән Күгәрсен егете.
Ә бына “Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм файҙаланыу” һөнәре буйынса 2-се курста белем алыусы ҡыҙҙар – Эльза Ибәтуллина менән Анастасия Кулакова Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы стипендиаттары. Икеһе лә уҡыу алдынғылары, ғилми-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнәләр, спортты үҙ иткәндәр.
Уңыштары күҙгә күренеп тора. Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙғарылған йәш тикшеренеүселәрҙең “Фән. Мәғариф. Һөнәр” төбәк ғилми-практик конференцияһында Анастасия 2-се урын алһа, Эльза - 3-сө урынға лайыҡ булған. Һәр еңеүҙең нигеҙендә тырышлыҡ ята. А.Ф.Можайский исемендәге авиация һәм һауа йөҙөүе тарихы буйынса халыҡара олимпиаданың республика этабында 3-сө урын да Эльзаның уңыштары исемлеген биҙәй. Бынан тыш ҡыҙ спортта ла үҙ юлын тапҡан, күптән еңел атлетика менән шөғөлләнә, команданың призлы урындар яулауында һәләтле ҡыҙҙың өлөшө ҙур.
- Беҙҙә студенттар өсөн төрлө конкурстар, ярыштар уҙғарылып тора. Колледжды тамамлағас, артабан юғары белем алырға тигән маҡсатым бар. Тиҫтерҙәремә теләгем – тормошта үҙҙәрен тапһындар. Диплом алып, яҡшы эшкә урынлашһындар, - ти Эльза.
Анастасия ла уҡыу отличнигы. Ғилми-тикшеренеү эштәрендә йәнә бер ҡаҙанышы – уҙған йыл “Хайтек” төбәк ғилми-тикшеренеү конференцияһында 1-се урын алған. Волейбол менән шөғөлләнеүе лә уңыштар килтерә. Өҫтәүенә үтә лә яуаплы бурыс йөкмәтелгән Анастасияның иңенә - үҙенең төркөмөнөң генә старостаһы түгел, барлыҡ старосталар берекмәһенең рәйесе лә ул. Һәләтле ҡыҙ колледж тормошо менән ҡайнап йәшәй.
- Уҡытыусыларыбыҙҙан уңдыҡ, тип әйтә алабыҙ. Әммә күп нәмә үҙеңдең тырышлығыңдан тора – үҙ өҫтөңдә эшләргә кәрәк, ә уҡыуға ваҡытында иғтибар бирһәң, имтихандарҙы уңышлы тапшырыу ауырлыҡ тыуҙырмай. Шул уҡ ваҡытта студент саҡты күңелле итеп иҫкә алырлыҡ булһын, - Анастасияның был теләктәре лә студенттарға тик файҙаға.
“Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм файҙаланыу” һөнәре буйынса 3-сө курста белем алыусы Нур Абдуллин да Ишембай нефть колледжы ғорурлығы. Декабрҙә генә ул Өфөнән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһынан колледж студенттары араһында 1-се урын яулап ҡайтҡан.
- Уҡытыусыларым Лена Вәлишина, Ләйсән Ҡужина менән олимпиадаға бергәләп әҙерләндек, тырышлыҡ бушҡа китмәне, - тине Нур күңел кисерештәре менән уртаҡлашып. Шиғыр һөйләү оҫтаһы ла булып сыҡты егет. Былтыр шиғыр һөйләүселәр конкурсында ҡатнашып, Ишембай кимәлендә 2-се урын, республикала 3-сө урын алған.
- Ишембайҙа ошондай колледж барлығын алдан белеп, теләп килдем. Киләсәктә уҡыуымды матур итеп тамамлап, алған һөнәрем буйынса эшләргә теләгем ҙур, - ти Стәрлебаштан килгән егет. – Студенттар ваҡыттарын әрәм итмәһендәр. Үҙеңде шәхес итеп үҫтереү, яҡшы белем алыу өсөн колледжда барлыҡ шарттар ҙа бар, – тип тә өҫтәне.
Төрлө конкурс-олимпиадаларҙа ҡатнашыуҙан тыш, волейбол буйынса колледждың йыйылма командаһында ла уйнаған егеттең буш ваҡыты ҡалмай ҙа тиерлек. Ә инде ял эләккәндә, уны ул дуҫтары, яҡындары менән уҙғарырға ярата.
Ишембай нефть колледжында Студенттар көнө уңайынан ҡыҙыҡлы саралар көтөлә. Беренсе курс төркөмдәре араһында стена гәзите конкурсы үтәсәк. “Сессиянан сессияға тиклем студенттар күңелле йәшәй” тип исемләнгән шаян видеороликтар конкурсы ла бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Күмәк флешмоб та байрам уңайынан ойошторолған сараларҙың береһе буласаҡ.
Студент йылдары – бер генә мәл. Һиҙмәй ҙә ҡалаһың үткәнен. Студент осороғоҙҙоң ҡәҙерен белегеҙ, тип әйтке килә бөгөн төрлө уҡыу йорттарында белем алыусы кәштәргә.
Тыуған яғығыҙ көтә һеҙҙе!
Хөрмәтле студенттар!
Район хакимиәте республикала һәм унан ситтә юғары уҡыу йорттарында белем алыусы Ишембай йәштәре менән сираттағы осрашыу көнөн билдәләне. Сара 7 февралдә ҡала мәҙәниәт һарайында 17.00 сәғәттә башланасаҡ. “Йәнтөйәгең өсөн ҙур эштәр”. Матур йолаға әйләнә барған был осрашыуҙар тап ошо исем аҫтында үтә. Йәштәребеҙ уҡыу тамамлағандан һуң тыуған районға ҡайтып төпләнеү, үҙ ереңә файҙалы булыу хаҡында ла уйланһын өсөн ойошторола. Район хакимиәте етәкселеге, эш биреүселәр менән яҡындан аралашыу форсаты биргән сара ысындан да йәштәребеҙ алдында яңы мөмкинлектәр аса ала. Осрашыуҙы сессия тамамланған осорға билдәләү ҙә тиккә түгел икәнен аңлап тораһығыҙ - барығыҙҙы ла күрге килә!
Был мәғлүмәтте бер-берегеҙгә таратырһығыҙ, йәш яҡташтарҙы күрештергән сараға күмәк килерһегеҙ тип ышанабыҙ!
Читайте нас: