Сөкөрләшеп кенә үҙ-ара татыу ғүмер кисергән ағай менән еңгәйгә ҡарайым да, була бит шул тиклем тап килгән кешеләр, тип уйлап ҡуям.
Ошоға тиклем уларҙың бер-береһенә ҡырын ҡарағандарын күргәнем дә, ҡысҡырышып әрләшеү, кәмһетешеү түгел, тауыштарын саҡ ҡына күтәреп өндәшкәндәрен дә ишеткәнем булманы. Улар эргәһендә әҙерәк кенә торһаң да, үҙеңде лә иң бәхетле кеше кеүек тоя башлайһың. Бер-береһенә ҡарата шундай ихтирамлы, иғтибарлы, наҙлы улар. Мөхәббәттәрен ғүмер буйы нисек сайпылтмай
һаҡлай алдылар икән?
Уларҙың тормош юлын әсәйемдән әҙ-мәҙ ишеткәнем бар. Тағы ла тәрәнерәк белгем килеп, бер көн еңгәйҙең үҙенән һорарға булдым.
"Эй, туғаным, булды инде беҙҙең дә төрлө саҡтар, – тине ул. – Беләһең, уҡып бөткәс, йүнәлтмә буйынса ошо ауылға ебәрҙеләр. Бәләкәй генә, юлһыҙ төпкөл ауылға килгәс тә, ярай, бер-ике йыл эшләрмен дә ҡалаға һыпыртыу яғын ҡарармын тип уйлағайным. Тик яҙмыш икенсе төрлө хәл итте: бында мәңгелеккә тамыр йәйергә тура килде. Ағайыңдың мине урлап алып ҡайтҡаны тураһында ишеткәнең барҙыр. Шул ваҡытта әсәйем менән кәңәшләштем, ул: "Эй балам, хәҙер кейәүгә сыҡмаһаң, кеше ни һөйләр?", – тип хафаланып, мине яҙмышыма буйһонорға күндерҙе.
Яңы тормош ҡороуым мин күҙ алдына килтергәнсә булманы. Шуғалыр, беренсе көндән үҙемде шул тиклем һауалы тоттом, иремде тиңһенмәнем, туғандарына ла өҫтән генә ҡараным. Унан башҡа дүрт туғаны, әсәһе, атаһы, әйҙә, үҙҙәрен ғәйепле тойһон, йәнәһе. Уҡыу йылы бөткәс китермен тип йөрөп, йыл артынан йыл үтте, балабыҙ булмауы ла мине борсоманы. Иремдең ныҡ ғазапланыуын күреп, эстән генә үсәй инем. Ул да һуңғараҡ минән һыуына башланымы, бер осор күп ваҡытын ауыл араһында үткәрә башланы, эсеп тә ҡайтҡыланы. Шулай ни китмәй, ни әҙәмсә йәшәмәй алты йыл ғүмер үткән дә киткән. Тыуған ауылыма ҡайтып, әсәйемә үҙемде йәлләтергә теләп һүҙ башлағайным бер ваҡыт, мине әрләп ташланы: "Бәхетте күктән төшкәнен көтмәйҙәр, уны үҙең булдыраһың! Әллә атайың менән мин яратышып өйләнешкәнме?"
Былай йәшәп арығайным, артабан нисек булыу тураһында уйлана башланым. Яйға һалынған тормошто үҙгәрткем дә килмәй, минең өсөн өҙөлөп торған кешене лә ташлап әллә ҡайҙа бара алмаҫымды күҙаллап, үҙемде иремде ҡабул итергә көйләй башланым. Бәләкәй генә иғтибарымдан уның нисек ҡыуанғанын күреп, үҙен йәлләп тә ҡуя инем. Дәртләнеп, әллә ҡасан төҙөлөүҙән туҡтап ҡалған өйөбөҙҙө эшләп бөтөп, айырым сыҡтыҡ. Мин үҙемсә йорт эсендә ҡот булдырырға тырыштым, ул – ишек алдында. Мал тирәһенә яҡын да ебәрмәй, үҙе эшләне. Уның шул тиклем ихлас, ярҙамсыл, изге күңелле икәнен шуға тиклем абайламағаныма аптырайым. Минең иғтибарҙан, бер йылы һүҙемдән осоп ҡына йөрөй ине ул.
Арабыҙ яҡынайып, һүҙҙәр берегә башлағас, ауырға ҡалдым: улыбыҙ тыуҙы, өс йылдан – ҡыҙыбыҙ. Балаларҙы үҫтергәндә лә ыҙаламаным, уларҙы ла ҡарашып өлгөрә ине ирем. Маҡтанып әйтмәйем: унан да яҡшыраҡ атайҙың булыуы мөмкин түгел. Шундай яҡшы кешене бер хатаһы өсөн күпме ыҙалатҡанмын, хәҙер ҙә тәүге йылдарҙағы ҡылығымдан оялып ҡуям.
Беҙҙең ара йылдар үткән һайын нығығандан-нығынды, бер-беребеҙҙе тоя, аңлай башланыҡ. Күрәһең, беҙҙең бөтәһе лә киреһенсә килеп сыҡты: йәшлектә шашып ғашиҡ булмаһам да, мөхәббәт олоғайғас, аҡыл кергәс килде. Беҙҙеке кеүек осраҡҡа әйтәләрҙер инде "Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын" тип. Аллаға шөкөр, бәхетлемен, тылым ныҡлы, эргәмдә мине аңлаған, яратҡан кешем. Йәш ҡыҙҙарға аҡыл өйрәтерлек йәштәмен хәҙер, иң мөһиме – һеҙҙе яратһындар, мөхәббәт тип башты юғалтырға ярамай, сөнки уның ваҡытлыса тойғо булыуы мөмкин. Тормош ҡорғас, бер-береңде аңлау, ихтирам итеү, һәр нәмәгә бер ҡарашта булыу беренсе урында ҡалырға тейеш, минеңсә".