Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2020, 17:09

Лайыҡлы наградаң менән, яҡташ!

Күптән түгел Өфө табиптарының эсе бысаҡ менән яраланған йөклө ҡатынды һәм уның ҡарынындағы 34 аҙналыҡ сабыйын ҡотҡарып ҡалыуы, ысындан да, ғәҙәттән тыш ваҡиғалар рәтенән булды. Ә беҙ иһә, ишембайҙар, ошо ике ғүмерҙе ҡотҡарыусы һөнәр оҫталары командаһында Ишембай табиптары династияһының лайыҡлы вәкиле – данлыҡлы хирург Михаил Широбоковтың улы Алексей булыуы менән дә ғорурлана алабыҙ.

Күптән түгел Өфө табиптарының эсе бысаҡ менән яраланған йөклө ҡатынды һәм уның ҡарынындағы 34 аҙналыҡ сабыйын ҡотҡарып ҡалыуы, ысындан да, ғәҙәттән тыш ваҡиғалар рәтенән булды. Ә беҙ иһә, ишембайҙар, ошо ике ғүмерҙе ҡотҡарыусы һөнәр оҫталары командаһында Ишембай табиптары династияһының лайыҡлы вәкиле – данлыҡлы хирург Михаил Широбоковтың улы Алексей булыуы менән дә ғорурлана алабыҙ.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатмарлы хәлдә юғары һөнәр оҫталығы күрһәткән йәш табиптарға – 3-сө бала табыу йорто анестезиолог-реаниматологтары Евгений Кукушкин һәм Владислав Романов, акушер-гинекологар Лиана һәм Альберт Савиндар, Өфөнөң 8-се дауаханаһы хирургы Алексей Широбоковҡа ошо аҙна Башҡортостан
Республикаһы Почет грамоталары тапшырҙы. “Улар бөтәһе лә һөнәрендә үҙен тапҡан йәш белгестәр. Коммерция өлкәһенә китмәгәндәр, дәүләт медицинаһында халыҡҡа тоғро хеҙмәт итәләр. Беҙ артабан да дауаханаларҙы һәм поликлиникаларҙы модернизациялау, йыһазландырыу буйынса тырышасаҡбыҙ. Медицина вуздарынан һуң йәштәрҙе заманса мөмкинлектәр булған эш урындары ҡаршы алһын, улар кешеләргә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтә алһын”, - тип билдәләне Радий Фәрит улы
табиптарҙы тәбрикләгән мәлдә.
Яҡташыбыҙ Алексей Широбоков Ишембайҙың 10-сы мәктәбен уңышлы тамамлай, медицина университетында хирург һөнәрен ала. Баш ҡаланың 3-сө бала табыу йортона килтерелгән ауыр яралы ҡатынға һәм уның тыумаған сабыйына тиҙ арала операция яһау Алексей Михайловичҡа ышанып тапшырылыуы үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй. Ғөмүмән, аналыҡ эсендә бысаҡ яраһы алған сабыйҙы ҡотҡарып ҡалыу донъя медицинаһында һирәк күренеш. Операция бер сәғәттән ашыу бара. Әлеге көндә әсә менән баланың хәле ҡәнәғәтләнерлек тип баһалана.

...Ошо күңелле нотала мәҡәләне тамамларға ла мөмкин булыр ине. Әммә әсә кешенең яраланыу сәбәбе мәғлүм булды – ул үҙен-үҙе яралаған. Эйе, кемдәрҙер үҙен аямай кеше ғүмере өсөн көрәшә, ә икенселәр, иң көслө инстинкт – әсәлек тойғоһо хас булырға тейеш гүзәл зат үҙе менән бергә сабыйын да ҡыйнай. Ҡатындың ҡылығы енәйәт тип тә баһалана алмай. Әле уның менән психологтар эшләй. Күңел торошо яйлана күрһен, сабыйын үҙе иҫән-аман үҫтерһен, был үкенесле аҙымы онотолһон тип теләйек.
Читайте нас: