Ҡаты урынға ятырға, аяҡты төҙ итеп ҡуйырға, ҡулдарҙы баш өҫтөнә һуҙырға. Һул ҡул менән уң ҡулдың беләҙегенән тотоп һулға ҡарай тартырға.
Бер үк ваҡытта уң аяҡты – үҙебеҙҙән, ә бармаҡтарҙы үҙебеҙгә ҡарай тартырға. Һө¬ҙөмтәлә тотош уң яҡты һуҙабыҙ. Артабан шуның кеүек үк һул яҡты тартыр-ға. Аҙаҡтан арҡала тура ғына итеп ятҡан килеш ҡулдарҙың бармаҡтарын баш осонда бер-береһенә эләктерергә һәм мөмкин тиклем өҫкә тартырға. Бер үк ваҡытта аяҡтарҙы аҫҡа ҡарай, бармаҡтарын өҫкә ҡарай һуҙырға. Шул рәүешле тотош умыртҡа бағанаһы тартыла.