Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2020, 01:35

Ҡала баҙары заманса төҫ алһын

Сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ҡала баҙары биләмәһен ҡарап сығыуҙан башланды. Унда «Шатлыҡ» муниципаль унитар предприятиеһының эшмәкәрлеге, баҙарҙың бөгөнгө торошо тикшерелде. Район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов өсөн был муниципаль сауҙа майҙансыҡтары арендаторҙары һәм эшселәре менән яҡындан аралашыу мөмкинлеге лә ине.

Сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ҡала баҙары биләмәһен ҡарап сығыуҙан башланды. Унда «Шатлыҡ» муниципаль унитар предприятиеһының эшмәкәрлеге, баҙарҙың бөгөнгө торошо тикшерелде. Район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов өсөн был муниципаль сауҙа майҙансыҡтары арендаторҙары һәм эшселәре менән яҡындан аралашыу мөмкинлеге лә ине.
Күп кенә хәл ителмәгән һорауҙар булыуға ҡарамаҫтан, эшҡыуарҙар баҙарға яңы етәкселек килеүе менән тәүге ыңғай үҙгәрештәр тураһында ла билдәләп үтте. Илдар Фатеев баҙар директоры булып үткән йылдың октябрь айынан эшләй. Илдар Хәйрулла улы әйтеүенсә, ошо осорҙа күптән төҙөкләндереү күрмәгән бәҙрәфкә ремонт башҡарылған, үлсәү бинаһы яңыртылған, бөтә ерҙә ут үткәрелгән, автомобилдәр инеп-сығыу юлында шлагбаум ҡуйыу ҙа көнүҙәк эштәрҙең береһе булған. Шәхси эшҡыуарҙар, һатыусылар менән үҙ-ара эшлекле бәйләнеш булдырыу тап бына ошо борсоулы мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү юлын табырға ярҙам итә. Ә проблемалы мәлдәр әлегә байтаҡ әле. Сауҙа менән мәшғүл булғандар ҡарлыямғырлы осорҙа асыҡ һауала түгел, ә ҡыйыҡ аҫтында эшләргә теләй. Әлбиттә, сауҙа рәттәре заманса төҫ алырға, уңайлыҡтар хәстәрләнергә тейеш. Келәттәрҙе, еләкемеш, ит һатыу павильондарын төҙөкләндереү талап ителә. Һатыусыларҙы арендаға хаҡтың ҙурлығы ла борсой. Ошо һорау менән улар район хакимиәте башлығына мөрәжәғәт итте. Хаҡлы ялдағы ололар ҙа пенсия менән генә ҡәнәғәт булып ултыра алмай, үҫтергәнен һатып, әҙ булһа ла аҡса эшләргә тырыша. Улар кеүектәргә баҙарҙа урын өсөн хаҡтың юғары ҡуйылмауы буйынса ла үтенес яңғыраны. Аҙыҡ-түлек һатыусыларын ветеринар станцияһының ауыл хужалығы продукцияларына справканы 5 көнгә генә биреүҙәре борсой. Башҡа ҡалаларҙа ул бер айға бирелә. Азамат Фәрит улы бындай справкаларҙың законлы нигеҙҙә бирелеүе тураһында хоҡуҡи экспертиза үткәреүҙе талап итте.
“Инвест сәғәт”тең икенсе өлөшө хакимиәт бинаһында үтте. Унда бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре ҡатнашлығында муниципаль баҙарҙың һөҙөмтәле эшмәкәрлеген, иҡтисади күрһәткестәрен арттырыу буйынса төрлө ҡарарҙар ҡабул ителде.
Фото: автор.
Читайте нас: