Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ғинуар 2020, 23:47

Бөйөк шағирҙы хәтерләп

Бөгөн ҡаланың Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, билдәле шағир Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан хәтер кисәһе уҙғарылды.

Бөгөн ҡаланың Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, билдәле шағир Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан хәтер кисәһе уҙғарылды.
Ишембай ҡалаһының ағинәйҙәр ойошмаһы, Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары ҡатнашлығында ойошторолған сарала Шәйехзада Бабичтың ижады барланды, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар башҡарылды. Йәшләй генә ғүмере өҙөлгән ялҡынлы һүҙле шағирҙың тормош һәм ижад юлына йәнә бер байҡау яһалды. Уның шиғырҙарындағы рух кисәне күрергә килгән тамашасылар күңеленә лә күсмәй ҡалманы. Шәйехзада Бабичтың шиғырҙарын яттан һөйләүсе уҡыусылар маҡтау ҡағыҙҙары алып та һөйөндө.
Фото: автор.
Читайте нас: