Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2020, 12:30

Боҙолған теш... йөрәкте бөтөрә

Ап-аҡ, теҙелеп торған тештәр матурлык билдәһе генә түгел, сәләмәтлек нигеҙе лә икән. Ауыҙында боҙолған тештәре булған кешегә йөрәк ауырыуҙары янай.

Ап-аҡ, теҙелеп торған тештәр матурлык билдәһе генә түгел, сәләмәтлек нигеҙе лә икән. Ауыҙында боҙолған тештәре булған кешегә йөрәк ауырыуҙары янай.
Тештәрҙең йөрәк менән бәйләнеше ҙур, ти табиптар. Тештең оҙаҡ һыҙлауы йөрәк менән проблемаларға килтерә, ҡан баҫымын күтәрә.
Тештәрен юғалтҡан кешеләрҙең йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына бирешеү ҡурҡынысы ҙур. Бер юлы 5-6 теште алдырыу был хәүефте тағы ла арттыра. Яҡшылап сәйнәлмәгән ризыҡ ашҡаҙанға "һуға".
Серек тештәге стрептококк һәм стафилококк ҡан аша организмға тарала, ревматизмға килтерә.
Самат Ғәлин
Фото: интернет.
Читайте нас: