Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2020, 12:41

Ҡар өмәһе үҙе тәрбиә!

“Һай, рәхмәт яуғыры! Оҙон ғүмерле, бәхетле булығыҙ, балаҡайҙар!...” Был рәхмәттәр кемгә икән тиһегеҙме? Ошо көндәрҙә бик шәп йоланы тергеҙеп, ҡар көрәү өмәһенә сыҡҡан Һайран малайҙарына!

“Һай, рәхмәт яуғыры! Оҙон ғүмерле, бәхетле булығыҙ, балаҡайҙар!...” Был рәхмәттәр кемгә икән тиһегеҙме? Ошо көндәрҙә бик шәп йоланы тергеҙеп, ҡар көрәү өмәһенә сыҡҡан Һайран малайҙарына!
Уҡыусы балаларҙы изге эштәргә маҡсатландырған “Тимур һәм уның командаһы” хәрәкәтен беҙҙең быуын онотмаған. Бөгөнгө балаларға ла был тәрбиә алымы, берҙәмлек, ярҙамсыллыҡ өлгөһө бик кәрәк заманда йәшәйбеҙ. Бына ошоно иҫтә тотоп, Һайран мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Гөлнара Шәрипова малайҙарҙы ҡар өмәһенә ойошторған да инде.
- Яңы йыл каникулдары осоронда ҡатынҡыҙҙар советы ағзалары булараҡ яңғыҙ йәшәгән ололарҙың хәлен белешеп, йорттарына йөрөнөк. Ошо уй ихата тирәләрен ҡар баҫыуын күреп тә тыуғайны. “Радий Хәбиров ағайығыҙ һеҙҙе шәмбе көн уҡыуҙан бергәләп файҙалы эштәр, спорт менән шөғөлләнеү өсөн бушатты, әйҙәгеҙ, бергәләп ярҙам итәйек”, - тип мөрәжәғәт иткәс, бер төркөм малайҙар дәртләнеп риза булды. Йәмил Килдейәров, Рамазан Булатов, бер туған Юлдар, Заһир һәм Таһир Әхмәтйәновтар күмәкләп был көндө Солтанова Зәйтүнә, Баймөхәмәтова Сабира, Вәлитова Мәрзиә инәйҙәрҙең йорт алдын ҡарҙан таҙарта һалды, - тип уртаҡлашты Гөлнара.
Балаларҙың өлкәндәргә өлгө булырҙай эше күңелдә иң матур тойғолар уятты. Рәхмәт, малайҙар! Тәрбиә тураһында фәлсәфә һатҡансы, ҡулға көрәк алып, бергә эшкә тотоноу дөрөҫөрәк икән, шулаймы?
Читайте нас: