Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар 2020, 19:03

Ғүмерен кешеләргә арнаны

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың атаһы, ике туған ағайым Фәрит Барый улы иҫтәлегенә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың атаһы, ике туған ағайым Фәрит Барый улы иҫтәлегенә
1930 йылдың 1 ғинуарында БАССРҙың Стәрлетамаҡ кантоны Маҡар районы (хәҙерге Ишембай районы) Ҡыяуыҡ ауылында Хәбиров Барый Ғәбделлатиф улы менән Хәбирова Миңлегөл әбейҙәрҙең беренсе балаһы - Фәрит донъяға ауаз һала. Был ваҡиғаға ҡартатайым Маннанов Ғәбделлатиф Хәбир улы менән ҡартәсәйем Хөббөниса бик шатлана. Күрше генә йәшәгән Маннановтар, Хәбировтар өсөн уртаҡ ҡыуаныс була ул. Быйыл Фәрит Барый улына 90 йәш тулған булыр ине.
Баҡыйлыҡҡа иртәрәк, 73 йәшендә, китте шул. Йәне йәннәттең түрендә булһын.
Ауыл балалары нисек үҫһә, Фәрит ағай ҙа шулай йүгереп, уйнап, Ҡыяуыҡ йылғаһында һыуҙар ҡойоноп, атаәсәһенә ҙур ярҙамсы булып үҫә. Уның хеҙмәт юлына ҡарһаң, иҫ китерлек, шул тиклем тырыш, хеҙмәт һөйөүсән кеше булды ул. Быны уның замандаштары, күп йылдар бергә эшләгән хеҙмәттәштәре һәр саҡ әйтә килә. Кешеләргә үтә лә ихтирамлы, махсус училищены етәкләү дәүерендә ауыр тормош хәленә тарыған балаларға яҡты юл күрһәтеүсе ағайымдың тормошо, хеҙмәт юлы хаҡында ысындан да китап яҙырлыҡ.
Ул 1949 йыл Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы уҡытыусылар институтын, 1962 йыл Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлай. 1949 йылдан БАССР-ҙың Бүздәк районы мәктәбендә, 1952 йылдан тыуған ауылы Ҡыяуыҡҡа ҡайтып Йәнырыҫ мәктәбендә уҡыта башлай. Уҡыусылары уны тәрән белемле, бик яҡшы уҡытыусы ине тип иҫкә ала. Мәҫәлән, Нурулла Хисмәтуллин (СССР-ҙың спорт мастеры, Физик культура һәм спорт отличнигы), Фәнир Әминов, Ғаяз Хәбиров, Мөнир Зәйнәғетдинов. Улар Фәрит ағайҙы бик зирәк, аҡыллы уҡытыусы ине тиҙәр. Уның артта ла күҙе барҙыр тип уйлай инек, сөнки үҙе таҡтаға яҙа, ә партала ҡуҙғалған, йәки һөйләшкән уҡыусының исемен күрмәйенсә лә иҫкәрмә яһай ине, тип йылмайып хәтерләй ул ваҡыттағы шуҡ малайҙар. Белемде ғәмәлдә ҡулланырға, руссанан дөрөҫ итеп тәржемәләргә өйрәткән дәрестәре әле булһа күҙ алдында, тиҙәр. Уҡытыусыларына үҫмер саҡтарында яралған хөрмәт, уның өлгөһө тормошто аңларға, ямандан яҡшыны айырырға өйрәтә.
1955 йылдан Маҡар районы КПСС-тың пропаганда һәм агитация бүлеге етәксеһенең ярҙамсыһы, 1957-1959 йылдарҙа Сәлих ауылының тулы булмаған урта мәктәбендә завуч, 1959 йылдан Һайран урта мәктәбе директоры, 1962-1965 йылдарҙа “Коммунар” колхозы рәйесе, 1969 йылдан Ишембай районы советы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе, 1974-1995 йылдарҙа ҡыҙҙар өсөн 1-се махсус училище директоры була. Ошо эштәрҙе башҡарыу өсөн күпме хеҙмәт, көс кәрәгә. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йыйылған ауыр холоҡло, енәйәт юлына баҫҡан ҡыҙҙар менән училищела эшләү дәүерен уның 1991 йылда донъя күргән “Счастливые годы моей жизни” китабынан да баһалап була. Ауыр ғаиләләрҙән сыҡҡан ҡыҙҙарҙы матурлыҡҡа йөҙ менән бора, эш яратырға өйрәтә, хеҙмәт менән тәрбиәләй. Остаз да, атай ҙа булды ул тәрбиәләнеүселәренә. Фәрит Барый улы ҡуйған эш күпме балаға төҙәлеү, был тормошта үҙен табыу мөмкинлеге биргән! Ҙур хәреф менән Уҡытыусы тигән исемгә лайыҡ ул.
1986 йылды Фәрит Барый улына БАССР-ҙың, 1991 йылда РСФСРҙың профессиональ-техник белем биреү буйынса атҡаҙанған уҡытыусы исеме бирелә. 1991 йыл А.В.Луначарский исемендәге премия лауреаты була. 1995 йыл Бөйөк Ватан һуғышы (1941-1945) йылдарындағы хеҙмәте өсөн миҙалдар менән бүләкләнә. 1988 йылдан хеҙмәт ветераны була. Фәрит ағай Разия Исхаҡ ҡыҙы менән өйләнешеп, өс ул тәрбиәләп үҫтерҙе. Разия апай ҙа юғары белемле уҡытыусы, 1969-1990 йылдарҙа
халыҡ депутаттарының Ишембай райсоветы секретары булып эшләне. Улар һоҡланғыс татыу ғаилә ине. Оло улы нефтсе, икенсеһе - юрист, инженер, өсөнсөһө бына хәҙер Башҡортостаныбыҙ Башлығы.
Ауылға ҡунаҡҡа ҡайтһалар, әсәйем Рәҡиә янына килмәйенсә китмәйҙәр ине. Әсәйем Фәрит ағайҙың атаһы Барый бабайҙың иң кесе һеңлеһе. Был парға ҡарап һоҡлана торғайным, уларҙың эске матурлығы һәр ғәмәлдәрендә сағылды. Икеһе лә уҡытыусы, мин дә улар кеүек уҡытыусы булһам ине, тип хыялландым. Теләгем тормошҡа ашты, Йәнырыҫ урта мәктәбендә, Стәрлетамаҡ мәктәбендә барлығы 40 йыл уҡыттым, Башҡортостандың мәғариф отличнигы исеменә лайыҡ булдым. Уҡыусыларым ҙурлап, әле булһа рәхмәттәр әйтеп килеп йөрөйҙәр. Кешене хеҙмәте, кешеләргә мөнәсәбәте күтәрә тигән өлгөнө алдым мин Хәбировтарҙан.
Мөнирә ЯППАРОВА.
Йәнырыҫ ауылы.
Читайте нас: