Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ғинуар 2020, 13:41

Ишле ғаиләнең бәхете лә ишле, ти өс бала үҫтереүсе Рәзилә һәм Илдар Кәримовтар

Ишембайҙа төпләнгән Кәримовтарҙың заманса биҙәлгән фатирына килеп инеү менән йылы, тыныс мөхиткә сумаһың. Йорт хужаларының алсаҡлығы, мөләйемлеге әсир итә. Ә ғаиләләге мөхитте тағы ла бәхетлерәк, тулыраҡ итеүсе – фатир буйлап бүкәйләп йөрөгән бәләкәс!

Ишембайҙа төпләнгән Кәримовтарҙың заманса биҙәлгән фатирына килеп инеү менән йылы, тыныс мөхиткә сумаһың. Йорт хужаларының алсаҡлығы, мөләйемлеге әсир итә. Ә ғаиләләге мөхитте тағы ла бәхетлерәк, тулыраҡ итеүсе – фатир буйлап бүкәйләп йөрөгән бәләкәс!
Сабыйын тәү тапҡыр күкрәгенә ҡыҫҡан әсәнән дә бәхетлерәк, бала һөйөүенә төрөлөп йәшәгән атайҙан да ғорурыраҡ кеше, шат ауаздарға күмелгән йорттан да яҡтыраҡ мөхит бармы икән донъяла?
Рәзилә Фәйзелхан ҡыҙы Яңы Һәйет ауылы ҡыҙы. 3-сө класҡа тиклем ауылында белем алһа, 9-сы класты Бөрйән районының Брәтәк ауылында тамамлай. Стәрлетамаҡ педагогия колледжының художество бүлегендә уҡып, ҡулына диплом алғас, йәш белгес Ҡолғона ауылы мәктәбендә рәсем, черчение уҡытыусыһы, вожатый булып эшләй. Дәртле ҡыҙ ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетында дизайнер һөнәренә лә уҡып сыға. Мәктәп ҡаршыһында ғына йәшәгән Илдар Рәзиләнең эшкә килеүен тәҙрәнән генә күҙәтеп оҙаҡ сыҙай буламы һуң!
Егет бөтә батырсылығын йыйып, ҡыҙ менән таныша һәм, күп тә үтмәй, йәш уҡытыусының ата-әсәһенә яусы ебәрә. Башта никах, аҙаҡ гөрләтеп туйын да үткәрәләр. Бәхетле парҙың ысын мәғәнәһендә һәр яҡлап үҫкәнен ғаилә альбомындағы йөкмәткеле, матур фотоларҙан да аңларға була.
Ишембайға күсенгәс инде башта кеше фатирында йәшәп торалар. Тәүге улдары Илназ донъяға килә. Бер нисә йылдан ипотека юлы менән фатир һатып алалар. Донъялары бөтәйеп ҡалғас, икенсегә атай-әсәй булыуҙы ла оҙаҡҡа һуҙмай Илдар менән Рәзилә. Ә кинйәләре, өсөнсө улдары Айназға әле ни бары 9 ай ғына. Әсәлек капиталы булыуы ла иртәгәне ышаныслыраҡ итә, балаларҙы уҡытҡанда ла кәрәге тейеүе бар.
Илдар Сәлимйән улы хәҙер инде 10 йыл илебеҙҙең танылыу алған “Сургутнефтегаз” йәмғиәтендә быраулаусы булып эшләй. Ишембай нефть колледжын тамамлағандан һуң һөнәрендә үҙен тапҡан, ғаиләһенә таяныс, өс улына өлгөлө атай булған булдыҡлы ир-егеттәребеҙҙең береһе ул. Өлгөлө хеҙмәте бик күп Рәхмәт хаттары менән бүләкләнеүен дә ҡатыны ғорурланып әйтте.
- Вахтанан ғәзиздәремде һағынып ҡайтам. Өс улым, өс шатлығым минең. Бар теләгебеҙ – балаларҙы иҫән-һау үҫтереп, башлыкүҙле итеү. Ҡайһы берҙәр ҡала шарттарында күп бала тәрбиәләү ауыр тип иҫәпләй. Бер айырмаһын да күрмәйем. Иң мөһиме, ауырымаһындар, тырыш, ныҡ булып үҫһендәр. Туғандар күп булһа, күңеллерәк тә, еңелерәк тә бит ул. Бала – ул бәхет, һинең дауамың, - тип күңелендәге менән уртаҡлаша ғаилә башлығы.
Кәримовтар өсөн бергә тәбиғәт ҡосағында булыу, төрлө спорт, мәҙәни сараларға йөрөү иң шәп ял. Ата-әсәләренә ҡайтып ярҙам итешергә лә өлгөрәләр, балаларға тәрбиә яғынан үҙеңә һәр яҡлап өлгө булырға кәрәклеген, һине ҡабатлаясаҡтарын йәштән яҡшы аңлағандар.
- Ата-әсәйемдәр ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Ауылда эш етерлек, шуға ла улдарҙы эштән ҡурҡмаҫҡа өйрәтәбеҙ. Атай-әсәй янында йышыраҡ була алыу ҙур бәхет ул. Үҙем дә ишле ғаиләнән, биш бер туғанбыҙ, ҡайны-ҡәйнәм дә өс бала үҫтергән, - ти Рәзилә.
Декрет ялында бала мәшәҡәттәре күмеүгә ҡарамаҫтан, бар нәмәгә өлгөрөргә тырыша Рәзилә, тәҙрә төбө гөл-сәскә, табындары тәмле ризыҡтарҙан өҙөлмәй. Улдары менән
төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға ла әүәҫтәр, призлы урындар алып ҡыуаналар. Уңған әсә күңеле талап иткән шөғөлдәренә лә ваҡыт таба - картиналар төшөрә, туйҙарға күҙҙең яуын алырлыҡ итеп көйәнтә-биҙрәләрҙе биҙәй, ҡыҙҙарҙың сәстәренә төрлө биҙәүестәр эшләүен дә көтөп кенә торалар. Сабыйҙы бала табыу йортонан алыу өсөн күркәм йыйылма, махсус түшәк, мендәрҙәр - күҙ яуын алырлыҡ был әйберҙәргә күпме күңел йылыһы һалына!
Ата-әсә - ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар уларҙың көҙгөһө, тибеҙ. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн Кәримовтар кеүек бер-береңде һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә кәрәктер.
Фото: ғаилә архивынан.
Читайте нас: