Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар 2020, 01:44

Ҡоймаҡ еҫе

Йәмиләне йоҡоһонан тәмле ҡоймаҡ еҫе уятты. "Әсәйем ҡайтҡан!" - ҡыҙ урынынан һикереп тигәндәй торҙо ла ишеккә ташланды. Алдына алъяпҡыс һалынып, башына яулыҡ бәйләп, кухняла бешеренеп йөрөгән ят ҡатынды күреү менән күҙҙәренән йәштәре атылып сыҡты. Ҡыҙ кире карауатына барып ауҙы һәм буҫлығып иларға тотондо. Юҡ уның әсәһе! Юҡ! Ҡайтмаясаҡ...

Әсәһенең вафатына йылдан ашыу ваҡыт үтте. Йәмиләнең уны уйламаған, һағынмаған сәғәте лә, минуты ла юҡтыр, моғайын. Ауырыны шул ҡәҙерлеһе...
Кисә, йома көнө, атаһы никах уҡытып, йортҡа бер апайҙы алып ҡайтты. Уны Йәмилә электән белә, ауылдың магазинында эшләй. Магазинға барып инһә, арҡаһынан һөйөп, берәй тәмлекәс тотторғаны ла бар. Бына шул апай Йәмиләгә “әсәй” булмаҡсы.
Әсәйһеҙ ҡыйын ине ҡыҙға. Ике ағаһы ҡалала уҡый. Йорттағы бар эш атаһы менән 12 йәшлек Йәмилә иңенә төшә. Хатта һыйыр һауырға ла өйрәнеп алды сос ҡыҙыҡай. Ҡулы талһа, атаһы ярҙам итә. Тик гел генә уны көтөп ултырып булмай шул, атаһы хужалыҡ эше менән йыш ҡына ҡырға ла йөрөй.
...Ишекте һаҡ ҡына асып атаһы инде. Өндәшмәй генә ҡыҙының туҙған сәстәренән һыйпаны. Унан бер аҙ ҡарлыҡҡан тауыш менән:
– Илама, ҡыҙым... Ҡабул итергә тырыш. Һәйбәт апай ул. Бик ныҡ теләһәк тә, әсәйеңде ҡайтара алмайбыҙ бит... – тине.
– Атай, мин бит үҙем риза булдым һинең ул апайҙы алып ҡайтыуыңа. Тик бөгөн ҡоймаҡ еҫен һиҙеү менән, ниңәлер, әсәйем кире ҡайтҡан кеүек тойолдо... Иҫләйһеңме, ул да һәр ял көнө беҙ йоҡонан тороуға ҡоймаҡ ҡоя торғайны. Беҙ ағайҙар менән шул тәмле еҫкә уянып, йүгереп сыға инек...
- Эйе, ҡыҙым. Иҫләмәгән бер көнөм дә юҡ минең дә. Тик беҙ артабан йәшәргә, матур итеп йәшәргә тейешбеҙ. Әсәйең күктәрҙән барыһын да күреп тора. Һин ҡыуанып йәшәһәң, ул да ҡыуанасаҡ. Әйҙә, тор, сәй эсәйек!
Бер аҙҙан ғаилә йәмле табын артында ҡоймаҡлап сәй эсә ине...
Фото: vpuzo.com
Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: