Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар 2020, 01:47

Үҙебеҙҙең етештереүселәр ышаныслы

Дәүләт ярҙамын файҙаланып, Александр Привалов крәҫтиән-фермер хужалығында быйыл яңы йүнәлеш – һөт производствоһын асыуға өлгәштеләр.

Дәүләт ярҙамын файҙаланып, Александр Привалов крәҫтиән-фермер хужалығында быйыл яңы йүнәлеш – һөт производствоһын асыуға өлгәштеләр.
Хужалыҡҡа һөтсөлөк-тауар фермаһын төҙөүгә 17 миллион һум күләмендә субсидия былтыр “Ғаилә фермаһы үҫеше” программаһы буйынса бүленә. Ә декабрь аҙағында Скворчиха ауылында һауыу цехы эш башланы.
Йыл эсендә бында шулай уҡ һыйыр малдарын аҫрау өсөн ике заманса ҡура төҙөп өлгөрттөләр, үҙҙәренең мал һуйыу пункты ла булдырылған. Һатып алынған ҡара-сыбар голштин тоҡомло 106 һыйырҙың 12-һе күптән түгел быҙаулаған һәм һауҙырта башлаған – тәүлегенә 200 литрға тиклем һөт бирәләр. Башҡаларҙың быҙаулау ваҡытын көтәләр, унан һуң һөт етештереү һиҙелерлек күтәрелә башлаясаҡ.
Ферма мөдире Азат Зәйнуллин әйтеүенсә, йәш малдарҙы аҫрау өсөн улар үҙҙәре махсус ситлектәр эшләй, бындай ҡоролмалар беҙҙең муниципаль районда ике крәҫтиән-фермер хужалығында ғына бар. Яҙға быҙауҙар өсөн ҡура төҙөү ҙә ниәтләнә, ә һыуын һыйырҙар һанын 400 башҡа тиклем еткереү планлаштырылған. Һөт продукцияһын беҙҙең муниципаль районда һаталар, шулай уҡ Стәрлетамаҡ һөт заводына ла өлгөртәләр. Һөтсөлөк-тауар фермаһында мөдирҙән башҡа тағы ла ике һауынсы, быҙау ҡараусы, ике малсы һәм яһалма ҡасырыу буйынса техник эшләй. Елена Әминева фермала һауынсы булып бер айға яҡын ғына тырыша, автоматлаштырылған процесс әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай, шуға ла ул артабан да хеҙмәт юлын бында дауам итергә ниәтләй.
Ә бына 36 йәшлек Елена Харьҙың хужалыҡтағы стажы ике йыл, ул да үҙенең эшен яратып өлгөргән. Ире менән икеһе дә ауылдан. Тормош иптәше Алексей хәҙер инде күп йылдар тракторсы булып эшләй.
2016 йылдан дүрт ауыл биләмәһендә эш алып барыусы (Скворчиха, Верхотор, Этҡол, Байғужа) Александр Привалов крәҫтиән-фермер хужалығы ишембайҙарға һарыҡ һәм йылҡы ите лә һата.
Шулай уҡ хужалыҡ үҙебеҙҙең һәм республиканың башҡа райондарын бойҙай, һоло, арпа, борсаҡ, кукуруз, ҡарабойҙай, көнбағыш, тары кеүек үҫемлек культуралары менән тәьмин итә. Ә үткән йылдан заман мөмкинлектәрен эшкә егеп өйрәнгән был крәҫтиән-фермер хужалығы баҫыуҙарында рапс һәм ноҡот борсағы үҫтерелә башлаған.
Фото: автор.
Читайте нас: