Мөнирә инәй менән Әлшәй тарафтарына йөрөгән электричкала танышып һөйләшеп киттек. Ни сәбәптәндер, алыҫ юл кешеләрҙе шул тиклем тиҙ яҡынайта, ғәҙәттә, күптәр күршеһенә лә һөйләмәҫ эс серҙәрен яңы юлдашына асып һалыусан. Бойоҡ, уйсан ҡарашлы апай ҙа, тәү ҡарашҡа әллә ни аралашыусан кешегә оҡшамаһа ла, тиҙҙән миңә бар тормошон һөйләп ташланы.
Инәй шифаханаға юлланған икән. “Ҡайһылай маладисһығыҙ, үҙегеҙҙе ҡарап, һаулығығыҙҙы ҡайғыртып йәшәгәс, шәп инде”, – тинем. “Сараһыҙлыҡтан инде, сараһыҙлыҡтан...” – тип ауыр көрһөндө юлдашым.
Мөнирә инәй Өфө янындағы бер районда тыуып үҫкән. 16 йәшендә баш ҡалаға килеп, курста уҡып, тегеү фабрикаһында эш башлаған. Фабриканың ятағынан бүлмә бирәләр. Тәүҙә өйрәнсек була, унан үҙаллы тегә башлай. Эш хаҡы ла килеп тора. Ҡыҙ аҙна һайын ауылына ашыға, яңғыҙ әсәһенә, береһенән-береһе бәләкәй туғандарына ярҙам итергә тырыша.
Башлыса ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған коллективта баш баҫып хеҙмәт итеп, оҫталығын арттыра, нормаһын һәр саҡ үтәй, тиҙҙән бригадир булып китә Мөнирә. “Бригадам социалистик ярышта гел еңеүсе булды, фотоһүрәтем Почет таҡтаһында торҙо”, – тип алыҫта ҡалған йылдарҙы хәтерләп алды ул.
Йыл артынан йыл үтә. Әллә үтә баҫалҡы булыуы сәбәпме, әллә береһенән-береһе бәләкәй биш туғанын аяҡҡа баҫтырышайым тип үҙен тулыһынса эшкә арнауы арҡаһындамы, йәше лә арыу уҡ булып китә. Йәштәштәре ғаиләле, бала-сағалы, фатирлы булып бөтә. Мөнирәгә лә фабрика етәкселеге фатир тибындағы ятаҡтан айырым бүлмә бирә. “Дөйөм коридор булһа ни, бәләкәй генә кухняһы, уңайлыҡтары бар”, – тип ҡыуана.
Ә ваҡыт тигәнең туҡтамай аға ғына, тиҙҙән Мөнирәгә лә ҡырҡ йәш тула. Бергә эшләгән әхирәте иренең хеҙмәттәше Әхмәт менән таныштыра. Уныһы төҙөлөштә эшләй, ике бала менән тол ҡалған, йәше иллегә яҡынлай. Балалары ҙурайған: өлкәне техникумда уҡый, кесеһе мәктәп тамамларға йыйына.
Әхмәт үҙе эшләгән ойошма аша ер алып, ҙур итеп йорт һала башлаған булған. Ҡатыны үлгәне бирле төҙөлөшө туҡтап ҡалған. Мөнирә менән икәүләп ең һыҙғанып йортто артабан төҙөүгә тотоналар.
Һайлаған кешеһе бик ипле, оҫта ҡуллы, матур холоҡло булып сыға. Ниһайәт, уның да ғаиләһе, ире бар! Хәҙер инде кистәре шыҡһыҙ фатирҙа телевизор ҡарап йә китап уҡып үтмәй. Эштән ҡайталар ҙа төҙөлөшкә йүгерәләр. Тик балалар ғына Мөнирәгә ылығып етмәй.
Эш, өй, төҙөлөш тип мәж килгән Мөнирә үҙенең ауырға ҡалғанын да белмәй. Иренә ярҙам итеп, носилка менән ҡом, таш ташып йөрөгән еренән дауаханаға эләгә. Үкенескә ҡаршы, тыуасаҡ бәпесен һаҡлап ҡала алмай табиптар.
Бик ауыр кисерә был хәлде Мөнирә. “Ярай, ҡайғырма, яҙған булһа, тағы ауырға ҡалырһың. Барыһы ла Хоҙай ҡулында”, – тип йыуата Әхмәте. Әммә башҡаса бала һөйөү бәхетен татырға насип булмай бисара ҡатынға. Эшенә, йорт мәшәҡәттәренә, бер-береһенә өйрәнеп, яҡын кешегә әйләнгән Әхмәтенә бауыр баҫа.
Өс йыл тигәндә йортто ҡәҙимге итәләр. Тик эстә лә эше күп, Әхмәт ҡаласа шарттар тыуҙырырға – газ, һыу үткәрергә теләй.
Бер көн: “Мөнирә, минең фатир ике бүлмәле, балаларҙың береһенә булыр. Әллә һинең фатирыңды һатып, аҡсаһын төҙөлөшкә ҡушайыҡмы?” – тип өндәшә. Төҙөлөштө тулыһынса тамамлағас, ЗАГС-та рәсми никахлашып, йортто уртаҡ итеп яҙҙырырбыҙ, ти Әхмәте. Ике уйлап тормай ризалаша Мөнирә. Фатир һатыла, аҡсаһы тулыһынса төҙөлөшкә китә. Уның ҡарауы йортто сынъяһау итеп, гөрләтеп өй туйлап, яңы нигеҙгә күсәләр.
Тик йыл артынан йыл үтә, һөйләшелгәнде эшләп ҡуйырға бер нисек тә ваҡыт тапмайҙар. Дөрөҫөрәге – ваҡ-төйәк донъя мәшәҡәте менән был хаҡта оноталар. Балалар ғаилә ҡороп, үҙалланып сығып китә. Төҙөүсе Әхмәт менән тегенсе Мөнирә икәүҙән-икәү сөкөрҙәшеп донъя көтә. Әммә бәхетле тормош бер көн килеп селпәрәмә килә: хаҡлы ялға йыйынған ир эшендә ҡазаға тарый – етенсе ҡаттан ҡолап, шунда уҡ йән бирә.
– Бына шулай, тормош тигәнең бер утҡа, бер һыуға һала икән ул... Әхмәттең вафатына ла 20 йыл үтеп китте, мин дә күптән етмешемде тултырҙым. Рәхмәт балаларға, өйҙән ҡыуып сығарманылар. Төҙөлөшкә минең фатирҙың да аҡсаһы киткәнен улар яҡшы белә ине бит. Тик рәсми никах булмағас, мин хәҙер кеше тупһаһында йәшәгән кеүекмен. Өндәшеүен- өндәшмәйҙәр, әммә артыҡ яҡын күреп, яратып та тормайҙар. Ҡайһы саҡта “улар минең үлгәнемде көтәлер инде” тигән уйҙан үҙемә лә ҡыйын булып китә. Хоҙай ғүмер биргәс, йәшәйем инде. Йортто һатып, миңә бер бүлмәле фатир алып бирегеҙ, барыбер үҙегеҙгә ҡаласаҡ, тиһәм дә риза булманылар, “атайыбыҙҙың нигеҙен туҙҙырмайбыҙ” тинеләр. Алмаш-тилмәш ҡайтып йөрөйҙәр. Йылы һүҙемде ҡушып, яҡты йөҙлө булырға тырышам. Әммә ҡайһылай ғына итһәм дә, мин улар өсөн сит кешемен. Әле бына өлкән ул ғаиләһе менән Себерҙән йәйге ялға ҡайтып төштө. Ике ай бында буласаҡтар. Бер аҙна һин дә мин йәшәгәйнек, әле йә уныһы, йә быныһы оҡшамай. Олоғайҙың, йортҡа ҡарау етмәй, тиҙәр. Шулайҙыр инде, ҡалай итәйем, анау сама хужалыҡты бағыу яңғыҙ әбейгә анһаттыр шул. Ошо шифаханала хаҡлы ялдағыларға ташлама бар тигәстәр, сыҡтым да киттем. Былтыр ҙа улар ҡайтҡанда шулай йөрөп ҡайтҡайным.
Әллә инде, киләсәктә ни булыр... Йәшерәк саҡта тормошҡа сығып, балалар тапмауыма, Хоҙай бүләк иткән бәхетемде – сабыйымды һаҡлай алмауыма әле үкенәм дә бит, һуң шул... Йә йортто ваҡытында теүәлләп яҙҙырмағанмын, исмаһам, һатып, үҙемә тейеш өлөшөнә фатир алыр инем. Һарайҙай өйҙә йыл әйләнәһенә яңғыҙ йәшәүҙән дә төңөлөп китәм.
Әхмәттең балаларын көтөп алған булам да, тик бүре балаһын бүреккә һалһаң да, урманға ҡарай тиеүҙәре хаҡмы икән. Мин килгәндә бәләкәйерәк булһалар, бәлки, эҫенеп китерҙәр ине, тип тә уйлайым. Юҡ шул, араларҙа күренмәҫ кәртә ята...
Тормошта үҙеңдең бер кемгә лә кәрәкмәүеңде тойоп йәшәүҙән дә ауыр нәмә юҡтыр. “Был донъяла ике ҡурҡыныс бар: береһе – үлем, береһе – яңғыҙлыҡ” тип йырлана бит халыҡ йырында, үлеме ҡурҡыныс түгел, яңғыҙлығы үҙәкте өҙә... – тип тамамланы һүҙен Мөнирә инәй.