Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ғинуар 2020, 19:21

Йортома зәңгәр яғыулыҡ инде, тип ҡыуана Маҡар ауылынан Руслан Ишҡолов

Яңы йыл алдынан республикабыҙҙа «Газпром газ бүлеү Өфө» ойошмаһы айырым категорияларға ҡараған граждандарға шәхси торлаҡ йортҡа газ үткәреү өсөн сертификат тапшыра башланы.

Яңы йыл алдынан республикабыҙҙа «Газпром газ бүлеү Өфө» ойошмаһы айырым категорияларға ҡараған граждандарға шәхси торлаҡ йортҡа газ үткәреү өсөн сертификат тапшыра башланы.
Махсус программа менән тәүгеләрҙән булып файҙаланыусылар рәтендә яҡташыбыҙ Маҡар ауылында йәшәүсе Руслан Ишҡолов та бар. Ул 60 меңлек сертификат алыу хоҡуғына эйә булды. Һөҙөмтәлә уға зәңгәр яғыулыҡ үткәреү ни бары 4 мең 700 һумға төшкән.
Документтарҙы ҡыҙы ярҙамында әҙерләп, Күп функциялы үҙәккә тапшырғас, Руслан Миғәҙәт улына бер аҙ көтөргә тура килә. Ниһайәт, 25 декабрҙә, газ үткәреүселәр йортто зәңгәр яғыулыҡ селтәренә тоташтырып, инструктаж үткәреп китте.
- Көн һайын таңғы сәғәт дүрттән тороп мейескә ут яға торғайным. Көнөнә алты ҡосаҡ утын китһә лә, йорт тулыһынса йылынып бөтмәй. Иҙәндәр ҙә һыуыҡ. Быға тиклем ҡыш сыҡҡансы дүрт машина утын һатып алырға тура килде. Пенсиямдың яртыһы шуға китеп торҙо тиһәң дә була, - тип үҙенең тормош шарттары менән таныштырҙы ағай.
Руслан Ишҡоловтың ҡатыны вафат булыуға 21 йыл үтеп киткән. Ҡыҙы менән улы күптән айырым йәшәһә лә, сәләмәтлек мөмкинлеге сикле аталары эргәһенә ҡайтып, ярҙам итеп торалар. Мал аҫрау, баҡса үҫтереү хәленән килмәһә лә, умартасылыҡ менән шөғөлләнеүен әле булһа дауам итә. Республикала газ үткәреү өсөн сертификат булдырылыуы тураһында ишетеү менән ошо мөмкинлек менән файҙаланыу юлын белешә башланым, ти ул ҡыуанысын йәшермәй.
- Социаль яҡлауға мохтаж кешеләргә газ үткәреү өсөн дәүләт ярҙамы бик кәрәк ине. Был төбәктә газ менән тәьмин итеүҙе үҫтереүгә иғтибарҙың бермә-бер артыуы күрһәткесе. Маҡар ауыл Советы ауыл биләмәһенә ҡараған Һарғай, Иҫәкәй, Ибрай, Зигановка кеүек ауылдарға ла оҙаҡламай газ үткәрелер, тип ышанғы килә, - тине «Газпром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең слесары Рим Рәхмәтуллин Руслан ағайҙың йортонда инструктаж үткәргән сағында.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, республика башлығы Радий Хәбировтың ҡарары буйынса сертификатҡа төбәктә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, сәләмәт мөмкинлектәре сикләнгәндәр, инвалид бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләр өмөт итә ала. Ул 60 мең һумдан 100 мең һумға тиклем билдәләнгән.
- Маҡар ауылында 460-тан ашыу йорт иҫәпләнә. Әлеге көндә сертификат алыу хоҡуғы менән ҡуллана алған 10-15 ғаилә булыуын асыҡланыҡ. Дәүләт ярҙамы улар кеүек бик күптәргә бушлай тиерлек газ үткәреп ҡалыу мөмкинлеге бирә, - ти ауыл Советы хакимиәте башлығы Эльвира Иманғолова.
Һанап үтелгән льготалы биш категрияға ҡараған граждандарға сертификатты юллау өсөн иң башта «Газпром газ бүлеү Өфө» ойошмаһына мөрәжәғәт итеп, йортҡа газ үткәреүҙең техник мөмкинлектәре тураһында белешергә кәрәк. Барыһы ла ыңғай булған осраҡта газ үткәреү тураһында килешеү төҙөләсәк. Артабан ошо килешеү һәм башҡа йыйылған документтар менән Күп функциялы үҙәккә йә Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә була.
Махсус программа дүрт йылға иҫәпләнгән. Ятып ҡалғансы, атып ҡал тигәндәй, һәр кем Руслан Ишҡолов кеүек үҙ хоҡуғы менән дөрөҫ һәм ваҡытында файҙаланһын ине.
Зәңгәр яғыулыҡ үткәреүгә килешеү төҙөү буйынса тулы мәғлүмәтте «Газпром газ бүлеү Өфө» ойошмаһының 8 (987) 471-71-04 телефоны йәки www.bashgaz.ru сайты аша алырға була. Сертификатты юллауға сират тороу буйынса һорауҙарығыҙ булһа, Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә 8 (347) 282-40-35 телефоны, www.rcspn.mintrudrb. ru сайты буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ишембайҙағы Күп функциялы үҙәк менән бәйләнешкә 8 (34794) 4-26-66 телефоны йәки www.mfcrb.ru сайты аша сығып була. Сертификатты ҡулланыу буйынса аңлатмаларҙы 8 (347) 218-15-19 телефоны, www.zhilprog.bashkortostan.ru буйынса бирерҙәр.
Читайте нас: