Ирле-ҡатынлы оло ғына йәштәге пар күрше ауылға ҡунаҡҡа барған. Буранлап торһа ла, кәртә тулы мал-тыуарҙы уйлап, ҡайтырға сыҡҡандар.
Бер үрҙә арыу уҡ көрт һалып, машина батҡан да ҡуйған. Ир кеше сығып, тәгәрмәс аҫтын көрәп, ҡуҙғалып ҡараған, тик машина китә алмаған.
- Эх, саҡ ҡына этеп ебәрергә кәрәк. Мин газға баҫҡан ыңғайы һин этерһең, - тигәс, ҡатыны сығып, ярҙам итә башлаған. Еңел автомобиль, ысынлап та, ҡар тотҡонан ҡотолоп, ҡуҙғалып киткән.
Был апай машинаның алғы урынында түгел, гел артта ултырып йөрөй икән. “Алда күңелем болғана”, ти.
Ун саҡрымдай араны елеп үтеп, ҡайтып та еткәндәр. Әмәлгә ярағандай, башҡа урындарҙа көрт тә булмаған. Ҡапҡа алдына килеп туҡтағас, ир артына әйләнеп:
- Буран булһа ла, ыңғай ғына ҡайтып еттек, ивет, Рәшиҙә! – тигән дә, ҡатынының юҡлығын күреп, ҡото осҡан. Боролоп, әле генә үткән юлынан кирегә ҡарай елдергән...