Ғүмер өс көнлөк кенә, ти ололар. Аҡҡан һыу менән дә сағыштыралар уны.
Тик бына шул өс көнлөк кенә ғүмерҙе бәғзе берәүҙәр үҙ-ара низағлашып, бер-береһенең ҡәҙерен белмәй уҙғара, үкенескә ҡаршы. Туғандар, бигерәк тә атай-әсәй менән балалар араһындағы ыҙғыш - үтә лә яман күренеш.
Йәше ҡырҡҡа яҡынлаған Рәсимә, бер Өфөлә йәшәп, бер нисә йылдар әсәһе менән һөйләшмәй ҙә, ҡатышмай ҙа. Әсәһе – Рәсимәнән, ҡыҙ әсәһенән риза түгел.
Бер көн әйтә: “Ул бит хатта телефонына ла Вәсилә апайымды “Ҡыҙым” тип, ә мине исемем менән яҙып ҡуйған”.
“Шуның өсөн генә кеше үпкәләйме?“ - тип аптырайым. Рәсимә ярһып һөйләп алып китте:
– Улай ғына түгел шул. Әсәйем беҙ бала саҡтан апайымды нығыраҡ яратты, мине гел ситләтте. Бөтә яҡшы, матур әйбер уға булды. Апайым әсәйемә оҡшап һары сәсле, аҡ йөҙлө, ә мин – атайым ише ҡара. Атайым менән ғаилә тормошо килеп сыҡмауҙа мине ғәйепле һанаған кеүек. Айырылышҡастар, берәй эшем йәки ҡылығым оҡшамаһа, гел “атайыңа оҡшап” тип әрләй торғайны. Гел ҡыйырһытыуынан күңелемдә ниндәйҙер көйөк ҡалған...”
Ә бит ана шундай үпкә-рәнйеш кешенең үҫешенә, яулайһы уңыштарына, бәхетле тормошона кәртә булып тора тип һанай белгестәр. Асыуҙан ауырыу тыуа, тип тә тиккә әйтмәгәндәр. Ә Рәсимәнең үҙ туҡһаны – туҡһан: “Атайыма оҡшап тыуғанға мин ғәйепле түгел дә инде. Ниңә шуны әсәйем аңламай икән?..”