Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2020, 12:22

Һәр кемдә тыуған төйәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо булһын, ти күп йылдар ауыл Советын етәкләгән Әминә МӘҺӘҘИЕВА

Үҙҙәренең булмышы менән тормошто мәғәнәлерәк иткән, башҡаларҙы алға әйҙәй белгән кешеләр була. Ундайҙарға күңел үҙенән-үҙе тартыла. Яңы Әптек ауылында йәшәүсе Әминә Зәкәриә ҡыҙы Мәһәҙиева ошондай замандаштарыбыҙҙың береһе. Күптәр уны яуаплы вазифалар башҡарған эшлекле етәксе итеп белһә, бөгөнгө мәҡәләбеҙ ҡатын-ҡыҙ бәхетен асҡан нәмәләр хаҡында булыр.

Үҙҙәренең булмышы менән тормошто мәғәнәлерәк иткән, башҡаларҙы алға әйҙәй белгән кешеләр була. Ундайҙарға күңел үҙенән-үҙе тартыла. Яңы Әптек ауылында йәшәүсе Әминә Зәкәриә ҡыҙы Мәһәҙиева ошондай замандаштарыбыҙҙың береһе. Күптәр уны яуаплы вазифалар башҡарған эшлекле етәксе итеп белһә, бөгөнгө мәҡәләбеҙ ҡатын-ҡыҙ бәхетен асҡан нәмәләр хаҡында булыр.
Әминә Зәкәриә ҡыҙы тыумышы менән Биксән ауылы ҡыҙы. Дүрт балалы ғаиләлә, ағаһынан һуң икенсе бала булып донъяға килә. Был тормошта уңышҡа өлгәшеүҙең сере бала саҡтан хеҙмәт аша һалына, тигән фекерҙә ул.
- Атайым колхозда малсы булып эшләне, әсәйем механизаторҙарға ашарға бешерҙе. Атай-әсәйҙең төп ярҙамсылары булып, хеҙмәт тәмен бала саҡтан татып үҫтек. Механизаторҙарға көнөнә ике тапҡыр мейестә икмәк һалыша, ҡамыр баҫып туҡмаҫ киҫешә торғайныҡ. Каникул осоронда колхозға бесәнгә лә йөрөнөк, - тип хәтерләй ул үҫкән осорон.
Мәктәптә уҡығанда ла, аҙаҡ Йоматау ауыл хужалығы техникумында ла бәләкәйҙән һеңгән яуаплылыҡ тойғоһо уңыштарға юл аса. Яҡшы уҡығаны өсөн мәктәптән Киевҡа экскурсия менән бүләкләнгән, ә Йоматауҙа белем алғанда Мәскәүҙә ВДНХ-ла булыу бәхетен кисергән тырыш уҡыусы, студент була ул. Хеҙмәт юлын тыуған төйәгендә – “Ағиҙел” совхозында баш бухгалтер урынбаҫары булып башлай, аҙаҡ инде баш бухгалтер вазифаһына ла үрләтелә. Совхоздың гөрләп торған заманында эшләнем, тип хәтерләй ул йылдарҙы Әминә Зәкәриә ҡыҙы. Яҙмышы, тәғәйенләнешеме, булдыҡлы ҡатынға төрлө яуаплы вазифаларҙы тартырға тура килә. Ауыл советы депутаты, район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығында баш бухгалтер, күп йылдар ауыл хакимиәте
башлығы - ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә, тырышлығы юғары баһалана.
Шул тиклем дә үҙенең йәшәгән төйәген яратҡанғамы, икенсе яртыһын да тыуған ауылында таба Әминә Зәкәриә ҡыҙы. Бәләкәйҙән бергә уйнап үҫкән, ғаиләләре
менән дуҫлашып йөрөгән Биксән ауылы егете Рәшит Байтимер улына тормошҡа сыға. Һәм уңа! Ҡатыны, балалары өсөн өҙөлөп торған уҙаман, балта эшенә лә, машина йүнәтеүгә лә оҫта алтын ҡуллы Рәшит ағай ғаиләһе өсөн ныҡлы таяныс була. Совхоз тарафынан йәштәргә фатир бирелеүе лә уларға ауылда ныҡлап төпләнергә ярҙам итә. Мәһәҙиевтар ғаиләһенең ҡотон, йәмен арттырып, балалары - Риф, Руфина, Айнур донъяға килә. Өс баланы үҫтереү, эштә яуаплы бурыстар атҡарыу ҙа Әминә Зәкәриә ҡыҙына юғары белем алырға кәртә булмай. Шул йылдарҙа ул Башҡорт ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын тамамлай. Эшем яуаплы, ваҡытым юҡ, тигәнде яҡындары унан ишетеп өйрәнмәгән. Ғаиләһе, балалары һәр ваҡыт беренсе урында тора. Әлбиттә, балаларҙы иркәләү өсөн ваҡыты ла бик булмағандыр. Бергә йыйылышҡанда ошоға ҡағылышлы бер ваҡиғаны әле лә иҫләп алалар.
- “Әсәйегеҙ һеҙгә ниндәй кейемдә нығыраҡ оҡшай?” тип уҡытыусыһы һорағас, кесе улым: ”Әсәйемдең халатта сағын яратам” тигән. Эштә йөрөп, өйҙә аҙыраҡ булғанмын, һағынып көтөп алған инде, бала уйындағын шулай белдергән, - тип йылмая ул. Ғүмер аҡҡан һыу менән бер. Йәш саҡтар, балаларҙы үҫтергән ваҡыт та бер мәл генә. Был донъяларҙан иртә китеп барған тормош иптәшен дә бөгөн һағынып иҫкә алырға ҡалған.
- Тормош иптәшем, Айнур улыбыҙ менән бер йылды өй алдына миләш ултырттыҡ. Бер ай үттеме-юҡмы, ирем был донъянан китеп барҙы. Уны хәтерләтеп, хәҙер инде 12 йыл өйөбөҙ эргәһендә шул миләш үҫә. Айнур улыбыҙ ул ваҡытта 11 класты тамамларға тора ине. Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы бер төш һымаҡ ҡына. Икәүләп улыбыҙҙың сығарылыш кисәһенә барыу яҙманы, - был иҫтәлектәрҙе яңыртҡанда әңгәмәсемдең күҙҙәре үҙенән-үҙе йәшләнә.
Яҡындарының хәтеренән һис ҡасан сыҡҡаны юҡ Рәшит Байтимер улының. Йорт тирәһендә йөрөгәндә лә улдары “атайым ошолай итер ине” тип ғәзиздәре өйрәткәнсә эшләп ҡуя. Малайҙарға ир-ат белергә тейешле барлыҡ һөнәрҙәрҙе өйрәтеп үҫтергәнгә лә шулайҙыр ул. Атайҙарына ҡарата хөрмәт, ихтирам һәр нәмәлә сағыла. “Улдарым алыҫ юлдан ҡайтып төшөү менән иң беренсе зыяратҡа атайҙарының ҡәберенә бара”, – был һүҙҙәрҙә лә ғаиләлә атай абруйын аңларға була.
Төплө тәрбиә емештәре – балалары уңыштарына һөйөнмәҫлекме һуң! Һәр ҡайһыһы был тормошта лайыҡлы урын тапҡан. Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлаған өлкән улдары Риф банк системаһында тырыша. Тормош иптәше Эльза менән ике бала үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Руфина Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын тамамлап, Стәрлетамаҡта табип-терапевт булып эшләй. Ире Руслан менән ул да ике бала тәрбиәләй. Кесе улдары Айнур Санкт-Петербург дәүләт университетында сит ил теле белгесе һөнәрен алған, консуллыҡта хеҙмәт итә. Ул да ғаиләле, кәләше Миңлегөл менән матур итеп донъя көтәләр.
Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, атаәсәйҙәренә ҡарап балалары ла маҡсатлы булып үҫкән. Төрлөһө төрлө тарафта йәшәһә лә, үҙ-ара туғанлыҡ ептәре ныҡ уларҙың.
- Балалар менән матур йола йәшәп килә. Социаль селтәрҙә үҙебеҙҙең төркөмдө булдырғанбыҙ. Көн һайын иртә менән һәр беребеҙ “Хәйерле иртә!” тип сәләм ебәрә. Кисен йоҡларға ятыр алдынан да бер-беребеҙгә “хәйерле төн” теләйбеҙ. Шулай итеп һәр ҡайһыбыҙ иғтибар үҙәгендә, бәйләнеш өҙөлгәне юҡ, - балалары тураһында һөйләгәндә
әсәнең йөҙөндә нур сатҡылары балҡып китә.
Балалары ғына түгел, ейәнейәнсәрҙәре өсөн дә ғорурланып бөтә алмай Әминә Зәкәриә ҡыҙы. Ике ейән һәм ике ейәнсәргә өләсәй ул.
- Стәрлетамаҡтағы ейәнем Али Өфөгә Башҡортостан Башлығы шыршыһына барып ҡайтты. Уҡыу алдынғыһы, олимпиадаларҙа уңыштар яулай. Минең өсөн был ҙур ҡыуаныс. Айрат ейәнем Өфөлә кадет мәктәбендә белем ала. Әминә һәм Алтынай ейәнсәрҙәрем дә уҡыу алдынғылары. Уларҙың һәр ҡайһыһы ҡәҙерле, ҡайтыуҙарын һағынып көтөп алам, - өләсәй булыуҙың ни тиклем татлы кисереш икәнлеге ярылып ята был һүҙҙәрҙә.
Мәһәҙиевтарҙа туғанлыҡ ептәренең көслө булыуына йәнә бер дәлил - иренең вафат булыуына байтаҡ йыл үтһә лә, уның туғандары менән үҙ-ара тығыҙ ҡатнашып йәшәйҙәр. Был татыулыҡ тормошобоҙҙо тағы ла бөтөнөрәк итә, ти Әминә Зәкәриә ҡыҙы.
Кеше ғүмерен хеҙмәт йылдары биҙәй. Көндәлек эш, тормош мәшәҡәттәре менән йылдар артынан йылдар һиҙелмәй ҙә үтеп киткән. Үткәндәргә әйләнеп ҡарап, тырышлыҡтарының бушҡа китмәүен тулы ышаныс менән әйтә ала Әминә Зәкәриә ҡыҙы. 2006 йылда уға Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов тарафынан Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырыла. 2016 йылда “Башҡортостан Республикаһының иң төҙөк ауыл биләмәһе” конкурсында Яңы Әптектең 3-сө урынға лайыҡ булыуы ла уның хеҙмәт емеше. Республикабыҙҙың урындағы үҙидара органдарында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнеүе лә эшенә ҙур баһа. “Халыҡ менән эшләүе еңел түгел. Һәр кешенең күңеленә юл таба белергә кәрәк”, – ти оҙаҡ йылдар Һайран ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте йөгөн тартыусы элекке башлыҡ. Кешеләр менән эшләү, ауылдаштарҙы изге эштәргә маҡсатландырыу тигәндән, Әминә Зәкәриә ҡыҙы бөгөнгө етәкселәргә лә ҙур таяныс. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, тигән әйтем дә уның эш алымы тураһында кеүек. Яңы Әптек мәҙәниәт йортоноң халыҡ театрын үҫтереүгә булышлығы, үҙе ауылдаштары менән бергә төрлө ролдәрҙә уйнарға ваҡыт, дәрт таба алыуы ла уның эске булмышын аса. Етәксемен тип, үҙен үҙе үрләтә торғандарҙан түгел замандашыбыҙ. Бергә тырышҡан, бергә эшләгән кешеләр ихтирамы – хеҙмәтеңә иң ҙур баһа.
Иңенә мең төрлө мәшәҡәт ятҡан, үҙе рулдә ауылдан ауылға сапҡан саҡтарынан хәҙер ял итеп алырға ла булалыр. Хаҡла ялдамын тип тынысланыу Әминә Зәкәриә
ҡыҙына хас түгел шул. Алдына ҡуйған изге ниәттәре бар. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы атаһының яу юлын ентекле өйрәнеү, был мәғлүмәттәрҙе балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә ҡалдырыу маҡсаты менән янып йәшәй. Әсәһе лә заманында “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы намыҫлы хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Уларҙың нәҫелен дауам итеүсе йәш быуын ҡарт олатайҙары, ҡарт өләсәйҙәре менән ғорурланып үҫергә тейеш.
Яңы йыл - Мәһәҙиевтар өсөн үҙ-ара осрашыу, күрешеү байрамы. Тыуған йорттоң йылыһын һыуытмай һаҡлаусы әсәйҙәре эргәһенә ашҡынып ҡайта балалар. Һағынышып күрешкән, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәгән ошондай бәхетле мәлдәргә тулы булһын алдағы йылдар.
Фото: автор һәм ғаилә архивынан.
Читайте нас: