Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2020, 12:08

Үкенестәр өҙә шул үҙәкте...

Әхмәр менән Сания йыл самаһы дуҫлашып йөрөп, ике яҡта өсәр көнгә һуҙылған туйҙар үткәреп, һәүетемсә йәшәп китте. Икеһе лә эшләне, ер алып, йорт күтәрҙеләр. Күп һанлы туғандары ярҙамы менән өмәләй торғас, бер йыл тигәндә яңы, иркен йортҡа күсеп тә ҡуйҙылар.

Әхмәр менән Сания йыл самаһы дуҫлашып йөрөп, ике яҡта өсәр көнгә һуҙылған туйҙар үткәреп, һәүетемсә йәшәп китте. Икеһе лә эшләне, ер алып, йорт күтәрҙеләр. Күп һанлы туғандары ярҙамы менән өмәләй торғас, бер йыл тигәндә яңы, иркен йортҡа күсеп тә ҡуйҙылар.
Сания бер-бер артлы бәпестәр тапты. Өсөнсөгә лә ҡыҙы тыуғас, бер аҙ эсе бошто Әхмәрҙең, әммә һыр бирмәне. Ҡатыны дүртенсегә ауырға ҡалғас, быныһы мотлаҡ малай булырға тейеш, тигән шарт ҡуйҙы. Ә Сания тағы бер ҡыҙ бәпес тапты. Йәне көйөп, ҡатыны менән ҡыҙын бала табыу йортонан барып алып та торманы Әхмәр.
Ҡыҙҙар үҫте. Әммә Әхмәрҙең күңеленә уллы була алмауынан кәмһенеү тойғоһо тынғылыҡ бирмәне. Кәнсә алдында көйрәткәндә йәки ҡунаҡтарҙа ир-егет шаяртып “бракодел”, “ювелир” тиһә, асыуынан шартлай яҙыр ине, ҡайтып бар ҡоһорон ҡатынына төшөрҙө. Ҡыҙҙарына екеренеүҙән дә тартынманы.
Йөк машинаһы менән күрше ҡалаға командировкаға йөрөгәнендә Илүзә исемле һатыусы ҡатын менән танышты. Иренән айырылған, бер улы бар икән. Тиҙҙән Илүзәнең ауырлы булыуы асыҡланды. Танышыуҙарына бер йыл тигәндә, шалҡандай ул табып ҡыуандырҙы Әхмәрҙе Илүзә.
Ҡатынынан да, ғаиләһенән дә һыуынған ир бер көн әйберҙәрен йыйып алып, балаларын зар илатып, ҡатынына әйтмәгән һүҙен ҡалдырмай, улы барлығын ҙур ҡыуаныс, маһайыу менән белдереп, өйөнән сығып китте.
Эшкә әрһеҙ Әхмәр Илүзәнең ҡала ситендәге ата-әсәһенән ҡалған емерек донъяһын сынъяһау итте, барлыҡ тапҡанын ғаиләһенә ташыны – уның бит улы үҫә! Илүзә эшләгән магазинға йөк ташыусы-водитель булып урынлашҡан Әхмәр аша һатыусы ҡатын ул-был тауарҙы өйгә “шылдыра” ине. Бер көн Һиндостандан килтерелгән 20-ләп кофтаны, күн аяҡ кейемдәрен, тағы ла бер нисә йәшник әйберҙе тейәп, төнгә ҡарай Белоретҡа юлландылар. Унда уларҙы күптәнге таныштары көтөргә тейеш ине. Әммә был юлы тауарҙың үтә күп булыуы Әхмәрҙе бер аҙ ҡурҡыуға һалды. Һиҙенеүе бушҡа булмаған икән: был кәсеп улар өсөн һуңғыһы булды. Үҙенә генә оҡшап үҫеп килгән улын, түгелеп илаған ҡатынын йәлләп, Әхмәр бар ғәйепте үҙ өҫтөнә алды. Быға тиклемге ҡырын эштәрен дә соҡоп сығарып, ҡулға алғанда ҡаршылыҡ күрһәтеүен, бер милиционерҙың танауын һындыра һуғыуын иҫәпкә алып, совет суды ирҙе һигеҙ йылға иркенән мәхрүм итте.
Төрмәлә күрмәгәнен күреп, һаулығы тамам ҡаҡшап ҡайтып ингән Әхмәргә ят ир ишек асты – ул барыһын да аңланы. Хәйер, Илүзәнең кейәүгә сыҡҡанын белә ине. “Башҡаса хат яҙма, һине көтөп, ғүмеремде заяға үткәргем килмәй”, – тип яҙғайны бынан бер нисә йыл элек үк. Улын күреп аңлашырға теләне, тик 16 йәшлек үҫмер менән атай араһында йылылыҡ та, бәйләнеш тә юҡ ине.
Ҡала буйлап аңҡы-тиңке йөрөп, эшкә урынлашып, йәшәр мөйөш табырға маташты. Әммә тормошо яйланманы. Аслы-туҡлы йәшәү, осраҡлы әшнәләр менән эсеү яҡшыға алып барманы: Әхмәр аяҡтарын туңдырып, уларҙы дауаханала ҡырҡтырып, инвалидтар йортона барып эләкте.
Бик оҙаҡ уйланып йөрөгәндән һуң тәүге ҡатыны Санияға хат яҙып һалды. Үҙенең хәлен белдерҙе, йәш саҡтағы дыуамал, хыянатсыл аҙымы өсөн үкенеүен йәшермәне, балаларының тормошон һорашты.
Бер көн шәфҡәт туташы Әхмәргә фойела уны көтөүҙәрен әйтте. Тулҡынланыуҙан устары тирләне, коляскаһы тыңлашмай бер булды, йөрәге дөпөлдәп типте. Унда Санияһының йәш сағын хәтерләткән һомғол буйлы сибәр ҡыҙ менән тәүге ҡатыны баҫып тора ине. Санияның йөҙөн бер аҙ йыйырсыҡтар баҫҡан, яулыҡ ситенән күренгән сәстәренә сал йүгергән, ә ҡарашы элеккесә матур, аҡыллы, сабыр.
– Һаумы, – тине ҡатын.
Әхмәр өндәшә алманы, тамағына ниҙер килеп тығылғандай булды, күҙенән йәштәр атылып сыҡты.
Ҡыҙҙарҙың дүртеһе лә тормошта икән, кемеһе – өс, кемеһе ике бала үҫтерә. Дүрт ейәне, өс ейәнсәре бар икән Әхмәрҙең. Янында торған кинйәкәйенә лә күптән түгел генә туй үткәргән Сания.
– Ҙурҙары һинең беҙҙе ташлап сығып китеүеңде яҡшы иҫләй, әле булһа кисерә алмайҙарҙыр, килергә теләмәнеләр. Ә Гөлзифаға өс кенә йәш ине бит, ул һинең йөҙөңдө лә иҫләмәй ҙурайҙы, – тип ымланы тәҙрә янында торған ҡыҙына Сания.
– Их, Сания... Терһәк яҡын да бит, тик тешләп кенә булмай шул. Ғәфү итегеҙ мине! Артығын һорамайым, һирәк-һаяҡ булһа ла килеп йөрөгөҙ. Ҡыҙҙарым да килһен! Мин уларҙы көтөрмөн, тик килегеҙ генә...
Инвалидтар йортоноң ҡапҡаһына ҡарай ыңғайлаған ҡәҙерле һындарҙы тыны менән кире тартып алырҙай булып, тәҙрә аша ҡарап оҙатып ҡалды Әхмәр. Ирҙең сикәләре буйлап тыңлауһыҙ йәштәре аҡты ла аҡты...
Фото: newsbel.by
Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: