Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ғинуар 2020, 20:57

Сода... ябыҡтыра

Ябығыу өсөн ҡатын-ҡыҙ нимә генә эшләмәй. Диетаға ултыра, төрлө крем, скрабтар ала. Һеҙгә еңел генә бер ысул тәҡдим итмәксебеҙ. Иң мөһиме – ул арзан.

Ябығыу өсөн ҡатын-ҡыҙ нимә генә эшләмәй. Диетаға ултыра, төрлө крем, скрабтар ала. Һеҙгә еңел генә бер ысул тәҡдим итмәксебеҙ. Иң мөһиме – ул арзан.

Шулай итеп, ябай ғына со­да ярҙамында ла ябығып була икән. Бының өсөн уның ме­нән ванна ҡабул итергә кәрәк. Һәйбәт һөҙөмтәгә өлгәшер өсөн был ванналарҙы курс менән үтеү мөһим. Бер юлы ун процедура эшләгеҙ. Араһы – бер көн. Тимәк, бер көн – ванна, иртәгәһенә – ял, өсөнсө көн – йәнә ванна һәм ял...

Ванна ҡабул итеү ваҡыты 20-25 минуттан артмаҫҡа тейеш. Файҙаһы ҙурыраҡ бул­һын өсөн, процедура алдынан саф һауаға сығып йөрөп килеү кәрәк.

Содалы ваннаны дөрөҫ ҡа­бул итеү өсөн градусник алы­ғыҙ. Һыуҙың температураһы 36-37 градус булырға тейеш. Артабан 200 грамм аш-һыу содаһын (ярты ҡаптан саҡ ҡына әҙерәк) күп булмаған эҫе һыуҙа иретегеҙ. Иретмәне ваннаға һалығыҙ. Был миҡдар 150-200 литр кү­ләмле ваннаға иҫәпләнгән.

Ваннаға билегеҙгә тиклем инеп ултырығыҙ. Тимәк, был процедураны ултырып эш­ләргә кәрәк. Май ҡатлам­да­ры­ның башлыса кәүҙәнең аҫҡы өлөшөндә урынлашыуын иҫәпкә алғанда, ул уңай­лыраҡ та. Әгәр маҡсатығыҙ арҡа йәки ҡулдарығыҙҙы ябыҡтырыу икән, был зона­ларға содалы һыуҙы һибеп кенә сығығыҙ.

Тәнегеҙ 36-37 градус йы­лылыҡтағы һыуға өйрәнгәс, өҫтәп ҡайнар һыу һалығыҙ, һыу температураһын 38-39 гра­дусҡа еткерегеҙ. Һыу эҫерәк булған һайын, таҙа­рыныу процесы тиҙерәк бара. Һыуынған һайын эҫе һыу өҫтәй барығыҙ.

Ванна ҡабул итеп бөткәс, са­йыныу кәрәкмәй. Кейе­не­геҙ, йылы юрғанға төрө­нөгөҙ һәм ял итергә ятығыҙ. Уны төнгә ҡарай ҡабул итеү – иң яҡшыһы. Ун процедура эш­ләгәндән һуң, яңынан курсты ике айҙан һуң ғына ҡабат­ларға мөмкин.
Фото: интернет.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.
Читайте нас: