Фәрит бабай йәш саҡтан мәрәкәсел була. Ҡатынына йыш ҡына: "Үлһәм, иларһың, һағынырһың әле, мин булмам", - тип ҡабатлар була. Уның мәғәнәһеҙ һүҙҙәренән ялҡҡан әбейе ҡулын һелтәп кенә ҡуя.
Бер көн әбейе магазинға киткәс, сираттағы хәйләһен ҡора. Дилбегә алып, уны ҡултыҡ аҫтынан үткәреп, солан урҙаһына бәйләп ҡуя. Күп тә үтмәй әбейе ҡайта һәм бабайының аҫылынып торғанын күреп иҫһеҙ йығыла. Уйындан уймаҡ сығарыуын аңлаған Фәрит бабай ҡурҡышынан бауға сырмалып, ысҡына алмай бер була. Йәнтәслимгә ярҙам һорап ҡысҡыра...
Иренең шуҡлығы арҡаһында ике көндән мәрхүмә булған Сәлимә әбейҙе ерләйҙәр. Әйләнгән һайын «үлһәм, иларһың әле» тигән Фәрит бабай ҡатынын һуңғы юлға ла оҙата алмай – дауаханала ятып ҡала.