Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ғинуар 2020, 21:49

Кешеләр изге эштең файҙаһын күрһен

Ишембайҙа Совет урамы, 88 адресы буйынса Изге Ғәҙел Иоанн Кронштадтский исемендәге социаль-гуманитар склад асылды. Бында можтаж булғандарға яҡшы торошта булған әйберҙәрҙе тапшырырға мөмкин.

Ишембайҙа Совет урамы, 88 адресы буйынса Изге Ғәҙел Иоанн Кронштадтский исемендәге социаль-гуманитар склад асылды. Бында можтаж булғандарға яҡшы торошта булған әйберҙәрҙе тапшырырға мөмкин.
Хәйриә фонды Салауат епархияһының Сиркәү мәрхәмәтлелеге һәм социаль хеҙмәт итеү бүлегенең наркоманияны һәм алкоголизмды иҫкәртеү буйынса комиссияһы рәйесе, священник Алексий Терентьевтың, Ишембай ҡалаһының Изге Троицкий сиркәүенә йөрөүселәре башланғысы һәм муниципаль район хакимиәте менән берлектә булдырылды. Социаль-гуманитар склад ауыр матди хәлдә ҡалған, аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләр өсөн булдырылған. Бында кешенең ниндәй диндә булыуы мөһим түгел.
Төрлө йәштәге кешеләр өсөн яҡшы тороштағы өҫ һәм аяҡ кейемдәре, көнкүреш кәрәк-яраҡтары һәм башҡа әйберҙәр тапшырырға мөмкин. Балалар уйынсыҡтары ла ҙур һорау менән ҡулланыла. Әйберҙәрҙең яңы булыуы мотлаҡ түгел, иң мөһиме - яҡшы торошта һәм таҙа булыуы. Шулай уҡ оҙаҡ һаҡланған аҙыҡ-түлек тә ҡабул ителә икән.
Социаль-гуманитар склад XIX-XX быуаттарҙа йәшәгән һәм мәрхәмәтлек өлгөһө булған Изге Ғәҙел Иоанн Кронштадтский хөрмәтенә һәм уның тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы аталған. Склад өсөн бина муниципаль район хакимиәте тарафынан бушлай арендаға бирелгән. Уны асыу уҙған йыл аҙағының иҫтәлекле бер ваҡиғаһы булды. Сарала Салауат епархияһы етәксеһе - Салауат һәм Күмертау епискобы Николай, муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов, муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгөл Бикбулатова, Салауат епархияһының ЦБСС бүлеге етәксеһе Александр Загиров, волонтерҙар ҡатнашты. Азамат Фәрит улы социаль-гуманитар складтың асылыуы мохтаждарға ярҙам күрһәтеү йәһәтенән бик мөһим булыуын билдәләне. Урындағы власть социаль объекттың эшендә һәр ваҡыт ярҙам күрһәтәсәге лә һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Епископ Николай билдәләүенсә, Ишембайҙағы склад Салауат епархияһы ҡанаты аҫтында асылған туғыҙынсы социаль-гуманитар үҙәк (ул барлығы республиканың 14 районын һәм биш ҡалаһын үҙ эсенә ала).
Изге башланғысты ойоштороусылар аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләр өсөн акциялар һәм башҡа мәрхәмәтлек сараларын үткәреүҙе планлаштыра.
Склад шишәмбе һәм кесе йома көндәрендә 15.00-18.00 сәғәттәрҙә эшләй. Икенсе ҡатта “Торатау” редакцияһы ишектәренә терәлеп кенә торған бүлмәгә мәрхәмәтлек ҡылырға теләүселәр юлы өҙөлмәҫ, тип ышанабыҙ.
Фото: Эльвира Әлмөхәмәтова.
Читайте нас: