Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2020, 15:00

Бронхиттан нисек дауаланырға?

Быйыл ҡыш ҡояшлы, һалҡын көндәр булманы ла тиерлек. Уның ҡарауы, ҡар әле яуа, әле эрей, аяҡ аҫты бысраҡ, елле-буранлы көндәр ҙә арттан эйәреп кенә йөрөй. Билдәле, бындай бер тирләп, бер туңып йөрөгән көндәрҙә һәр төрлө инфекциялар ҙа һағалап ҡына тора. Иң аянысы шул, ғәҙәти генә һалҡын тейеү, тымау төшөү ҙә күпкә хәүефлерәк ауырыуҙарға, мәҫәлән, тын юлдарының ялҡынһыныуына килтерергә мөмкин. Беҙ был ауырыуҙы “бронхит” тип йөрөтәбеҙ. Күптәр уның менән ғүмере буйына хафалана...

Шул уҡ ваҡытта бронхиттан дарыуһыҙ-ниһеҙ ҡотолоуҙың бер нисә ата-бабаларыбыҙ тарафыннан һыналған юлы бар.
1. Һулыш юлдары ялҡынһынғанда 60 грамм прополис, 40 грамм яңы балауыҙҙы быяла, йә иһә алюминий һауытҡа һалып, ҡайнап торған һыу эсендә тотаһың. Һуңынан прополисты һөҙөп, өҫтөнә ҡатырғы кеүек нимәнән көпшә яһап, парын һулайһың. Был процедураны 10-15 минут дауамында иртә һәм кис ҡабатларға кәрәк. Пар менән айырылып сыҡҡан фитонцидтар микробтарҙы үлтерәсәк.
2. 50 грамм һарымһаҡты таҙартып төйөп, 50 грамм сусҡа майы менән ҡайнатып алаһың. Тын юлдары ауыртҡанда ошо ҡатнашма менән күкрәкте ыуырға кәрәк.
3. Үҫемлек майын, камфара спиртын һәм 10 процентлы һеркәне бер үк миҡдарҙа алып, бутап, йөн туҡыма аша арҡа-күкрәккә компресс яһау ҙа ауыруҙы еңергә ярҙам итәсәк.
4. 1 аш ҡалағы бал, 1 аш ҡалағы гөлйемеш, 1 аш ҡалағы ҡарағат һәм 1 аш ҡалағы ҡурай еләге ҡатнашмаһына 1 литр ҡайнар һыу һалып, 3 минут термоста төнәткәндән һуң, ас килеш көнөнә 3 тапҡыр стакандың өстән бере күләмендә эсһәң, ауырыу сигенергә мәжбүр булыр.
5. Бронхит менән ауырығанда эвкалипт япраҡтарын ваклап, 5 минут бешереп, парын ҡағыҙ көпшә аша һулау сихәт бирер.
6. Шулай ук күкрәкте ҡоро туҡыма менән ышҡып, уларҙы аҡ шыршы, йә иһә сусҡаның эс майы менән (һары май булһа ла ярай) ыуып, ябып йоҡлау ҙа бронхитҡа ҡаршы үтемле сара.
7. 10 баш һуғанды һәм бер һарымһаҡты ваҡлап турап, 1 литр ҡайнар һөттә 2-3 минут ҡайнатып алығыҙ. Аҙаҡ бер аҙ ғына бөтнөк һыуы һәм бал өҫтәгеҙ. Көн дауамында йылымыс килеш 4-5 мәртәбә яртышар стакан эсегеҙ. Бронхит тиҙ арала һеҙҙе ташлап китер.
Сәләмәт булығыҙ!
Фото: интернет.
Читайте нас: