Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2020, 13:12

Бөйөк Еңеүгә бер аҙым ҡалғас...

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, яугир, яҙыусы Рамаҙан Ҡотошов арабыҙҙан китеп барҙы...

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, яугир, яҙыусы Рамаҙан Ҡотошов арабыҙҙан китеп барҙы...
Ул башҡорт баҫмаларын бөгөн дә алдырып уҡый ине. Былтыр 95 йәшен тултырған Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы хатта ҡулынан ҡәләмен дә төшөрмәне. Йыл аҙағында күренекле яҙыусы, олуғ шәхес Ғәзим Шафиҡов тураһындағы мәҡәләһе “Башҡортостан” гәзитендә донъя күрҙе. Рамаҙан ағай илдең һынылышлы мәлдәрен үҙ иңендә күтәргән кеше булды.

Ул 1924 йылдың 22 апрелендә Башҡорт АССР-ының Маҡар (хәҙерге Ишембай) районының Ҡарайған ауылында хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы Нурғәли Ғәлиәхмәт улы – Илсек-Тимер улысы Юрматы ырыуының революцияға тиклемге старшинаһы Ғәлиәхмәт Кинйәбулатовтың улы. Заманы өсөн алдынғы ҡарашлы, егәрле кеше була ул. Бәлки шуға ла, илдә совет власы урынлашҡас, мал-мөлкәте бармы-юҡмы тип ҡарап тормайҙар, Рамаҙан ағайҙың атаһы Нурғәли бабайға “кулак” мөһөрө тағып та ҡуялар.
Былтыр 95 йәшен тултырған Бөйөк Ватан һуғышы яугире, Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышы ордендары кавалеры, ғүмер буйы башҡорт рухиәтенә хеҙмәт иткән Рамаҙан Ҡотошовтың “Ҡарайған” тип аталған китабы донъя күргәйне. Унда яҙыусы үҙенең нәҫел-ырыуы, тыуған ауылы, райондаштары, төбәге тарихын яҙҙы. Юрматы ырыуының боронғо ауылдарының береһе Ҡарайған тирәһендәге топонимик атамалар, ырыу тураһындағы иң боронғо мәғлүмәттәр, Килмәк абыҙ хәрәкәте, Батырша күтәрелеше, 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышына бәйле хәбәрҙәр, 1812 – 1814 йылғы һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан яҡташтар, күренекле шәхестәр хаҡында мәҡәләләрҙән торған был йыйынтыҡ юбилярҙың үҙенә генә түгел, яҡташтарына ла ҙур бүләк булғайны. Китап – төбәктең, ауылдың ғына түгел, тотош дәүерҙең бер кесе энциклопедияһы, тиергә лә мөмкин. Һәр бүлегендә илдәге хәл-торош, шул мәлдә ауылдаштарының йәшәйеше, ғаиләләрҙең көнитмеше тураһында ла яҙылған. Китап – бер көндә ижад ителгән әйбер түгел, киреһенсә, йылдар буйына мәғлүмәт туплай барып, шулар нигеҙендә тыуған ентекле аналитик әҫәр. “Башҡортостан ерҙәрен яҡлау”, “Ҡотошовтарҙың шәжәрәһе”, “Ауыл хужалығында коллектив хужалыҡтарға берләшеү осоро”, “Ауыл хужалығын социалистик нигеҙҙә яңынан ҡороу”, “Икенсе бөтә донъя һуғышы”, “Илебеҙҙә кризис күренештәренең башланыуы”, “Ҡарайған ауылы йәштәренең юғары белемгә, фән бейеклектәренә күтәрелгән шәхестәре”, “Ҡарайған ауылының бөгөнгө хәле”, “Ҡарайған ауылының киләсәге нисек күҙаллана” – былар йыйынтыҡтың төп бүлектәренең атамалары. Унан тыш, китап фотоһүрәттәр, архив материалдары менән дә байытылған.
Быйыл Рәсәй халҡы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйәсәк, бер аҙым ғына ҡалғайны был көнгә... Ветеран Рамаҙан Нурғәли улы күрә алманы уны…
Шәхесте тыуған яғында – Ишембай районында ерләйәсәктәр. Йәнең йәннәттә булһын, яугир, батыр ҡәләмдәшебеҙ!..
Фотолар: "Бәйләнештә".
Лариса Абдуллина.
Читайте нас: