Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ғинуар 2020, 23:45

"Ваҡыт юҡ тим бит, әсәй!"

Бөгөн Сания ҡарсыҡ ҡалала көн күргән улы Хәйҙәргә өсөнсө тапҡыр шылтыратты. Тәүгеләрендә, улының эштә ваҡыты тура килеп, һөйләшә алмағайны. Бына, хеҙмәт көнө тамамланыр саҡты иҫәпләп, тағы телефон һандарына баҫты.

Бөгөн Сания ҡарсыҡ ҡалала көн күргән улы Хәйҙәргә өсөнсө тапҡыр шылтыратты. Тәүгеләрендә, улының эштә ваҡыты тура килеп, һөйләшә алмағайны. Бына, хеҙмәт көнө тамамланыр саҡты иҫәпләп, тағы телефон һандарына баҫты.
Трубканы йөрәгенә ҡыҫҡандай зарығып көтә торғас, улы, ниһайәт, алды.
- Алло, балаҡайым. Һау-сәләмәтһегеҙме?
- Беҙ һәйбәт, әсәй. Үҙең нисек?
- Аллаға шөкөр, улым. Ҡасан ҡайтаһығыҙ? Һағындым бит.
- Әсәй, ғәфү ит. Ваҡыт юҡ. Үҙең беләһең бит инде… Эштәбеҙ.
- Еләктәр йыйҙым һеҙгә. Ер еләге бер биҙрә. Ҡарағат та ҡойолоп ултыра. Ҡайтып йыйыр инегеҙ.
- Әсәй, әйттем бит һуң, ваҡыт юҡ, тип!..
- Ҡурай еләге… Һуңға ҡалмағыҙ, тим, улым…
Телефон трубкаһын әллә улы ташланы, әллә элемтә өҙөлдө… Ҡарсыҡтың һуңғыһына ышанғыһы килде…
Шулай ҙа, инде нисә айҙар ҡайтмаған улына күңелендә тыуған үпкәнәнме, йөрәге ауырттырып ҡыҫып, сәнсеп ҡуйҙы. Телефондан ғына күпме һөйләшеп була? Күҙгә-күҙ ҡарашып аңлашаһы ине лә бит балаҡайы менән. Һаулығы тураһында ла һөйләшкеһе килгәйне. Күпме йәшәйһе ҡалған, кем белә… Ғүмер итеп ятҡан йорт-ер тураһында ла. Һаҡлаһын ине тыуған нигеҙен улы. Ата-бабаһының нигеҙе булған ошо йортта тупылдап үҫте Хәйҙәр. Ире Рәфис менән күпме көс һалды Сания был өйҙө төҙөкләндереү өсөн. Беҙ мәңгелек түгел, улыбыҙҙың балаларына етерлек ныҡ булһын, тип тырыштылар. Ни әйтһәң дә, ҡала ҡала инде ул. Бәлки, берәр ваҡыт ғаиләһе менән ауылға ҡайтып йәшәргә теләктәре тыуыр…
Сания ҡарсыҡ, тәрән уйҙарынан арынып, баҡсаға ҡарағат йыйырға сыҡты. Бәлки, ялға ҡайтып та төшөр улы ҡатыны, ейәне менән… Еләк килеш булмаһа, ҡайнатмаһын алып китерҙәр… Бармаҡтары еләк өҙә, ә уйҙары һаман бәғер киҫәге тураһында… Насар түгел уның улы. Бик тә яҡшы. Бик тә уңған. Тик улының ваҡыты ғына юҡ шул яңғыҙ әсәһе өсөн. Ҡырҡҡа етеп килгән ирҙең нәҡ донъя ҡыуыр ваҡыты. Ҡатыны бер ерҙә лә эшләмәй. Үҙе өс ерҙә өлгөрә. Берҙән-бер ҡыҙҙары бәхетле булһын, тип тырышып-тырмашып ятҡан көнө шул улының. Тик ҡәҙере генә юҡ кеүек шул ғаиләһендә. Ҡатынының ауыҙында һаман бер һүҙ: ”Аҡса әҙ!”. Шуға ярарға тырышып биш бөгөлә улы… Әсәһенә ҡайтыу түгел, шылтыратырға ла ваҡыты юҡ… Быны аңлаһа ла, Сания ҡарсыҡ йөрәгендә ҡабынған рәнйеү хисен баҫа алманы. “…Балаға ғүмереңде бағышлайһың, ә уның бер минут ваҡыты юҡ һинең өсөн…”
Баҡсаһында еләк йыйған Сания әбей, йөрәгенә ҡулы менән йәбешеп, бер генә тапҡыр "ыһ” тип ҡалды... Быны ҡойма аша күреп ҡалған Рәзифә: “Ни булды, күршекәйем?” - тип йүгереп инде. Түгелгән еләктәре өҫтөндә ятҡан Сания әбей, бер кем менән дә бәхилләшмәйенсә, баҡыйлыҡҡа киткән ине инде... Йүгереп килеп еткән фельдшер ҙа бер ни эшләй алманы.
Ике сәғәт уҙыуға, машинаһын йәшен тиҙлегендә ҡыуып, Хәйҙәр ҡайтып төштө. Йорт тупһаһынан атылып инде лә түрҙә ятҡан әсәһенең кәүҙәһе янына иҙәнгә һығылып төштө: “Һуңға ҡалдым, әсәй… Кисер…”
Физәлиә ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас: