Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ғинуар 2020, 21:23

Реклама һәм әбей

Әбей менән икәү генә ҡалдыҡ хәҙер. Рәхәтләнеп пенсия «ашап» ятабыҙ. Ҡыштарын малды йәһәтерәк ҡарай һалабыҙ ҙа, телевизор янына ҡунабыҙ. Бер каналдан икенсеһенә күсерә-күсерә, талаша-талаша ултырабыҙ. Әбей сериал ҡарай тиһегеҙме? Яңылышаһығыҙ. Ул… реклама ҡарай.

Әбей менән икәү генә ҡалдыҡ хәҙер. Рәхәтләнеп пенсия «ашап» ятабыҙ. Ҡыштарын малды йәһәтерәк ҡарай һалабыҙ ҙа, телевизор янына ҡунабыҙ. Бер каналдан икенсеһенә күсерә-күсерә, талаша-талаша ултырабыҙ. Әбей сериал ҡарай тиһегеҙме? Яңылышаһығыҙ. Ул… реклама ҡарай. Ҡарап ҡына ҡалһа ла ул, шул рекламалағыларҙы һорап аптырата. Йә «Битнер» кәрәк уға, йә «Галстена» күп нәмәнең айышына ла төшөнөп етмәй, ана бит ҡыуанышып торалар, һәйбәт нәмәлер, ти ҙә ҡуя. Магазинға йыйынһам: «Тайт» алып ҡайтырһың әле»,—тип тора. Әле бит «Ариель» менән «Миф»ы ла келәттә ултыра. Үҙе улар менән кер ҙә йыумай, һабындан башҡаны белмәй, ә алдыра инде. Рекламала «Тефаль» беҙҙе ҡайғырта» тигәс, ете табалыһын алып ҡайттым. Беҙгә берәүһе лә баштан ашҡан. Теш пасталарының әллә ни төрҙәрен һорай был, әйтерһеңдә рекламалағы кеүек ауыҙ тултырып торған теше бар. «Минең кеүек тоҙ менән сайҡа ла ҡуй шул өс бөртөк тешеңде» - тиһәм оҡшатмай. Бер көн магазинға үҙе барып ҡайтты ла, тыныслана алмай кемделер яттан әрләй. Йоҡлаған кеше булып яттым, атыу асыуын миңә төшөрөүе лә бар. Ярайһы яйға килгәс уята был, сәй ултыртҡан. «Ни булды?»,—тим. «Анау һатыусы ҡыҙҙан тәмләп ҡарарға ике «Һагис» һораһам һене ҡатып көлә. «Ниңә көләң?»,—тиһәм, «Бәпәй алдығыҙмы әллә»,—ти. Баҡһаң, ул «Һагис» тигәне бәпестәргә кейҙерә торған ыштан икән дә». Шәп иткән әле көлөп ул ҡыҙ. Әбейем рекламанан һыуына төштө.
Резеда Валиева
Фото: интернет.
https://ataysal.rbsmi.ru/articles/-bi-m-khit/Reklama--m-bey-55524/
Читайте нас: