Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Ғинуар 2020, 10:11

"И-их, ниңә машинанан сыҡманым һуң? Әсәй, кисер мине, кисер..."

Кабинетында ҡуҡырайып ултырған Зөлфәт Фәрит улы телефон шылтырауына һиҫкәнеп китте. «Тфү, ҡорт саҡҡыры! Нишләп һиҫкәндерҙе һуң әле? Әйтерһең дә, беренсе тапҡыр», – тип үҙ-үҙен битәрләп алды ул. Әсәһе икән, улының хәлен белешеүе.

Кабинетында ҡуҡырайып ултырған Зөлфәт Фәрит улы телефон шылтырауына һиҫкәнеп китте. «Тфү, ҡорт саҡҡыры! Нишләп һиҫкәндерҙе һуң әле? Әйтерһең дә, беренсе тапҡыр», – тип үҙ-үҙен битәрләп алды ул. Әсәһе икән, улының хәлен белешеүе.
«Ярай әлегә, әсәй! Үҙеңдең хәлдәрең нисек һуң? Ҡаҙҙарҙы урынлаштырып бөтөргәс, киләм тигән инең, хәбәрең дә юҡ. Әгәр ҙә киләм тиһәң, машина ебәрәм. Әсәй, мин хәҙер ҙур кеше бит, служебный машинам, шоферым бар», – тип гөрләне ул. Телефонын ҡуйғас та күңел күтәренкелеге кәмемәне Зөлфәттең. Эйе, ҙур кеше ул хәҙер, әсәһен ҡыуандыра алды. Улын ҡаланың иң дәрәжәле ойошмаһына етәксе итеп ҡуйғас, нисек һөйөндө ҡәҙерлеһе! Әсәһе уға гел: «Улым, ҙур кеше булырға тырыш», – тип әйтә килде. Тырышып уҡытты, өйҙәге бар ауыр эште үҙе башҡарҙы. Әле дә, өс айға бер ҡайтҡан улын ҡыл ҡыбырҙаттырмай: «Ял ит, үҙем», – тип кенә тора. Инде йәше лә… Туҡтале, нисә йәш икән һуң әле уның әсәһенә? Бына әҙәм көлкөһө! Әсәһенең нисә йәштә икәнен тиҙ генә иҫенә лә төшөрә алмайсы.
…Хөмәйрә ҡарсыҡ улы менән һөйләшкәс, күршеһе Ғәйшәбикә ҡарсыҡты сәйгә саҡырҙы. Туҡһанды тултырған күрше ҡарсығы елдәрҙе көнләштерерлек тиҙлек менән килеп инде. Хөмәйрә ҡарсыҡтың ҡабартмаһы ҡабарып бешкән, сәйе ҡайнаған ине инде. Оҙаҡлап, тәмләп сәй эскән арала ауыл хәлдәрен барлап, белгән-ишеткән яңылыҡтарҙы уртаҡлаштылар. Күршеһенең ҡалаға барырға теләүен белгәс, Ғәйшәбикә ҡарсыҡ өй асҡысын үҙе алып ҡалырға булды. «Ике тауыҡ, бер әтәскә генә ашарға һалырлыҡ рәтем бар әле. Гөлдәрең дә һыуһыҙ тормаҫ, бар, бар, борсолма», – тине ул. Был һүҙҙәрҙән һуң Хөмәйрә ҡарсыҡтың ҡалаға барыу теләге тағы ла көсәйҙе. Уның улын, бигерәк тә балаһының ҙур урында ултырғанын күргеһекилә.
Улына шылтыратып тормаҫҡа булды ҡарсыҡ. «Машина ҡайтарып, кеше борсоп, килешмәгәнде… Аяҡтарым йөрөй бит әле! Юлда машина бөтә тиме ни? Һаулығым да шөкөр, ҡалаға килеп еткәс кенә шылтыратырмын», – тип кәрәҙле телефонын кеҫәһенә һалды. Бик ҡәҙерләп, төрөп паспортын да алды. «Пашпуртһыҙ юлға сығырға ярамай хәҙер, ни булмаҫ, Алла һаҡлаһын!» – тип һөйләнде юлға йыйынғанын күҙәтеп ултырған күрше әбейенә. Яңы һуйылған ике ҡаҙ ҙа сумкаға инеп урынлашты. Әҙерләп ҡуйылған күстәнәстәре күп ине ҡарсыҡтың. Шулай ҙа: «Етәр, Хөмәйрә! Йәшең туҡһанға табан барғанын онотма», – тип үҙен киҫәтеп ҡуйырға ашыҡты. Һуңғы ваҡытта ҡарсыҡ беләктәренең хәле юҡлығына зарлана башлағайны. Бына быйыл аҫраған биш ҡаҙын да күрше килене йолҡоп бирҙе. Иҫәнлеге булһа ла, киләһе йылға аҫрай ҙа алмаҫ инде. Шуға күрә, «Әле ҡасан ҡайталар, ауыҙ итә торһондар», – тип үҙе менән икеһен алырға булды.
Ҡарсыҡтың бәхетенә, күршеләре ҡалаға барырға йыйынған икән, уны ла үҙҙәре менән алырға бик теләп риза булдылар. Үҙ дәрәжәһен белеп кенә машинаға инеп ултырҙы ҡарсыҡ. «Юл оҙон, Хөмәйрә әбей, яйлап урынлаш. Йоҡлап барырға уйлаһаң, бәләкәй мендәрҙе баш артыңа ҡуйырһың”, – тине уға шофер егет. Ҡуҙғалдылар.
Еңел машина яҡшы юлдан елдерә генә. Шофер егет менән күршеһе Ғәниулланың тауыштары ҡарсыҡтың йоҡоһон килтерҙе, йоҡоға иҙрәй барған ҡарсыҡ, «Зөлфәт» тигәнде ишетеүгә, ҡолаҡтарын торғоҙҙо. Туҡтале, былар, ҡарсыҡ йоҡлап киткәнде күреп, уның улы хаҡында һөйләшәләр түгелме һуң?
– Зөлфәт ағай яҡшы эшкә урынлашҡан, молодец!
– Эше яҡшы, әммә урын кешене боҙа. Бына барғас күрерһең, үҙең менән иҫәнләшеп тә тормаҫ әле. Тәкәббер бит ул.
– Булмаҫ, Хөмәйрә апай кеүек изге күңелле кеше тип уйлайым мин уны.
Улы хаҡында йылы һүҙ ишеткән әсә иҙрәп йокоға китте.
…Төнө буйы йоҡлай алмай борғаланып сыҡты Зөлфәт. Ниңә борсола һуң ул? Бары ла тәртиптә кеүек. Әсәһе менән кисә генә һөйләште. Ғаиләһендә лә тыныслыҡ. Әммә, нимәлер булаһын һиҙгән кеүек, күңеле тыныс түгел. Бындай ваҡытта «Тфү, шайтан!» тип әйтә торған ғәҙәте бар Зөлфәттең. Был һүҙ бер нисә тапҡыр ҡабатланғас, шоферы түҙмәне, һораулы ҡарашы менән хужаһына боролдо. Әммә шул минутта уҡ: «Авария!» – тип тормозға баҫты. Былай ҙа «энә өҫтөндә ултырған» Зөлфәт, йөҙөн сирып: «Әйҙә инде, ниңә туҡтаның? Авария күргәнең юҡмы әллә?» – тип мығырҙаны. Шофер егеттең: «Унда кешеләр, бәлки, ярҙам итербеҙ?» – тигән һүҙенә лә яуап бирмәне. Аҙ ғына икеләнеп торғандан һуң, машина урынынан ҡуҙғалып китте. Улар артынан ук килеп туҡтаған машинанан сыҡҡан егет бер үҙе ярҙамға ашыҡты.
Үҙе хужа булһа, китер инеме егет был урындан? Һис юҡ! Бик яҡшы кеше тигәндәр ине бит уның хаҡында, яңылышҡандар, тимәк. Эсе серек булып сыҡты яңы хужаның. Егет асыуынан машинаһын бик ҡаты ҡыуа башланы.
Эш урынына барып еткәндә, хужаның телефоны шылтыраны. Бик оҙаҡ алмағандан һуң, ялындырып ҡына яуап бирҙе Зөлфәт. Ниндәйҙер таныш булмаған ир-ат тауышы. «Авария», ти, «паспорты бар», ти, «һеҙҙең әсәйегеҙме?» ти… Зөлфәттең маңлайына тир бәреп сыҡты. Әйтелгәндәрҙән аңлауынса, нимәлер булған һәм ул «нимәлер» Зөлфәттең әсәһе менән бәйле. «Килә алаһығыҙмы?» Ҡабат шул уҡ ир-ат тауышы. Инде адресын әйтә. Йә, Хоҙай, был бит… «Илдар! Борол тиҙерәк!» Зөлфәт үҙ тауышын таныманы. «Әйҙә, ҡыу машинаны, тиҙерәк, тиҙерәк!». Улар авария булған урынға килеп еткәндә, ашығыс ярҙам табибы кемгәлер: «Өс мәйеттең дә үлгән ваҡыттарын теркәп ҡуй», – тип күрһәтмә бирә ине.
Зөлфәт ергә һуҙып һалынған әсәһе янына килеп теҙләнде. «Их, әсәй! Ниңә миңә әйтмәй юлға сыҡтың?!. И-их, туҡтағас, ниңә машинанан сыҡманым һуң? Әсәй, кисер мине, кисер...»
Зөлфәт янына бер егет килеп баҫты. Ни тиергә белмәгәндән, ир уға: «Ҙур кеше бул, тип теләй ине әсәйем, ҙур кеше булғанымды күрмәй ҡалды», – тип ҡуйҙы. Асыуы сыҡҡан егет: «Ҙур кеше бул тип теләгәнсе, ысын кеше бул тип теләгән булһа, әсәйегеҙ иҫән ҡалыр ине. Мин килеп ярҙам күрһәткәндә, был әбей иҫән ине әле, күп ҡан юғалтыуҙан үлде ул, үҙем генә туҡтата алманым», – тип Зөлфәтте аяғынан йыға яҙҙы. Был егет бая улар артынан килеп туҡтаған машинаның шоферы ине.
Ауыр ине Зөлфәткә, әсәһенең мәйете янында баҫып тороуы ғына түгел, әсе телле был егеттең һүҙҙәрендәге хаҡлыҡ, шоферының күҙҙәрендәге нәфрәт ҡаршында оят ине. Ә иң ҡыйыны – намыҫ ғазабы икәнлеген ул һуңыраҡ аңлар әле…
Фото: zen.yandex.ru
Мөнирә САФИНА.
Читайте нас: