Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ғинуар 2020, 16:28

Йүнселдәр районды күтәрә

Йыл аҙағында төрлө йүнәлештәрҙә һөҙөмтәләрҙе барлайбыҙ. Район хакимиәтендә инвестсәғәт форматында үткәрелгән кәңәшмәләргә йомғаҡ яһау ҙа ошо осорҙа хеҙмәттәшлек итергә белдереүсе эшҡыуарҙарҙың һәм уларға күрһәтелгән инвестиция күләменең байтаҡҡа артыуын күрһәтте.

Йыл аҙағында төрлө йүнәлештәрҙә һөҙөмтәләрҙе барлайбыҙ. Район хакимиәтендә инвестсәғәт форматында үткәрелгән кәңәшмәләргә йомғаҡ яһау ҙа ошо осорҙа хеҙмәттәшлек итергә белдереүсе эшҡыуарҙарҙың һәм уларға күрһәтелгән инвестиция күләменең байтаҡҡа артыуын күрһәтте.
- Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа инвестициялар йәлеп итеү райондың ғына түгел, дөйөм республика иҡтисады үҫешенә өлөш индереү тигән һүҙ. Муниципаль районда уңышлы эшләп килгән эшҡыуарҙарыбыҙ байтаҡ. Ҡайһы саҡта уларға, финанс ярҙам күрһәтеүҙән бигерәк, мөлкәт бәйләнештәре һәм мәғлүмәти-хоҡуҡи система буйынса дөрөҫ йүнәлеш биреү мөһимерәк. Ә эшҡыуарлыҡ сәғәте кәңәшмәләрендә тап ошо күҙ уңынан ысҡындырылмай, - тине район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов йүнселдәргә киң мөмкинлектәр асҡан осрашыуҙар әһәмиәтен баһалап.
- Ошо йүнәлештә 35 кәңәшмә үткәргәнбеҙ, проекттар буйынса 1756 яңы эш урыны ҡаралған. 2019 йылдың аҙағына муниципаль районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының күпләп теркәлеүе ошо өлкәлә бығаса күҙәтелмәгән үҫешкә өмөтләндерә.
Эшҡыуарҙар менән осрашыуҙа БР Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды вәкиле Азамат Юлғотлин сығыш яһаны. Азамат Әмир улы билдәләүенсә, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә фонд өс йүнәлеш буйынса ярҙам күрһәтә: яуаплылыҡты өҫкә алыу (поручительство), лизинг һәм заём биреү. Әммә фондҡа мөрәжәғәт итеүселәр өсөн бер шарт бар – дәүләт бюджеты алдында бурыстары булмаҫҡа тейеш. Эшҡыуарҙарға ғаризаны Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 37 адресы буйынса ҡалдырырға кәрәк. Фондтың 8 (347) 216-40-80 ҡыҙыу бәйләнеш телефон һандары ла эшҡыуарҙар ҡарамағында.
Азамат Фәрит улы сараны байрам кәйефендә йомғаҡлап, бер төркөм эшҡыуарҙарҙы «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы» юбилей миҙалы, район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары, Маҡтау грамоталары менән бүләкләне. Власть һәм бизнес араһында эшлекле хеҙмәттәшлек, үҫеш мөхите булдырылыуы, район һәм ҡала үҫешенә индергән
тырышлығың баһаланыуы, әлбиттә, эшҡыуарҙарыбыҙҙы дәртләндермәй ҡалмаҫ.
Фото: автор.
Читайте нас: