Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ғинуар 2020, 20:00

Йыл хужалары ауыл Советтарын етәкләй

Ҡомаҡ йылы эшлеклеләргә уңышлы, матур йыл вәғәҙә итә. Ошо йәнлек атамаһын йөрөткән йылда тыуғандар ҙа бик күп матур сифаттарға эйә. Һәләтлеләр, тапҡырҙар, кеше менән уртаҡ тел таба беләләр, тиҙәр. Иң мөһиме - егәрлеләр, алдарына ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеү өсөн ҡулдан килгәнсә тырышырға әҙерҙәр.

Ҡомаҡ йылы эшлеклеләргә уңышлы, матур йыл вәғәҙә итә. Ошо йәнлек атамаһын йөрөткән йылда тыуғандар ҙа бик күп матур сифаттарға эйә. Һәләтлеләр, тапҡырҙар, кеше менән уртаҡ тел таба беләләр, тиҙәр. Иң мөһиме - егәрлеләр, алдарына ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеү өсөн ҡулдан килгәнсә тырышырға әҙерҙәр.
Районыбыҙҙың ауыл Советы хакимиәте башлыҡтары араһында ошо шәп билдә аҫтында тыуған өс гүзәл заттың булыуы осраҡлы түгелдер. Әле һанап үтелгән сифаттар уларға ла тап килеп тора кеүек. Ауыл мәнфәғәтен, ауылдаштарын хәстәрләүҙе алға ҡуйғандар ғына ошо яуаплы вазифала эшләй алалыр ҙа. Һүҙҙе йыл хужаларының үҙҙәренә бирәйек. 2020 йылды улар ниндәйерәк уйҙар менән ҡаршылай? Алдарына ниндәй маҡсаттар ҡуйғандар икән?
Ольга МОРОЗОВА, Петровск ауыл Советы хакимиәте башлығы:
- Петровск ауыл Советы ауыл биләмәһе өсөн киләһе йыл бик яуаплы, мөһим осор, төп иғтибарҙы матурлыҡҡа, таҙалыҡҡа йүнәлтәсәкбеҙ. Халыҡ өмәләренә таянып, Петровскиҙың тышҡы йөҙөн матурлау, төҙөкләндереү буйынса ҙур эш планлаштырҙыҡ. Юл япмаларын ремонтлау, проблемалы урындарҙы бөтөрөү, санитар тәртипте күтәреү, хужаһыҙ биналар менән эште көсәйтеү – былар ҙа алға билдәләнгән эштәр рәтендә. Шулай уҡ республика һәм муниципаль кимәлдәге конкурстарҙа
ҡатнашырға тигән дәртебеҙ ҙә бар. Үҙемдең йылымда ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл иткәндә хатта йондоҙҙар ҙа ярҙам итеренә өмөтләнәм. Был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырырға ярамай тип уйлайым. Яңы Йыл алдынан иң ихлас теләктәремде ҡабул итегеҙ, ҡәҙерле яҡташтарым, ауылдаштар! 2020 йыл изге үҙгәрештәр йылы булһын, һәр йортҡа бик күп шатлыҡлы ваҡиғалар алып килһен. Яңынаняңы еңеүҙәргә өлгәшәйек, уйлаған ниәттәребеҙ тормошҡа ашһын!
Эльвира ИМАНҒОЛОВА, Маҡар ауыл Советы хакимиәте башлығы:
- Етеп килгән йыл минең өсөн етәксе вазифаһында иңемә ҙур яуаплылыҡ һалыныуы менән үҙенсәлекле. Үҙемдең йылым булараҡ, әлбиттә, унан уңыштар көтәм. 2020 йыл – республикабыҙҙа Тораҡ биләмәләре эстетикаһы йылы тип иғлан ителде, шуға күрә төп көстө халыҡ менән берлектә ауыл Советына ҡараған ауылдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтәсәкбеҙ. Быйыл “Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы - 2019” конкурсында Маҡарҙың 2-се урынға лайыҡ булыуы ла беҙгә ошо йүнәлештә дәртләнеп эшләргә көс бирә. Өлгәшелгәндә туҡталмаҫҡа, ауылыбыҙҙы тағы ла матурыраҡ, төҙөгөрәк итергә тырышасаҡбыҙ. Яңы йыл тик изгелектәр, уңыштар алып килһен, ышаныстарыбыҙ аҡланһын!
Сәлимә ГЕРАСИМЕНКО, Скворчиха ауыл Советы хакимиәте башлығы:
- Яңы Йыл уңышлы булыр тип уйлайым. Үҙемдең йылым булғанғамы, ул һәр ваҡыт яҡшы килә. Ауыл Советы буйынса бик күп эштәр көтә. Скворчихала яңы фельдшер акушерлыҡ пункты төҙөлә башланы. 2020 йылда ул файҙаланыуға тапшырылып, халыҡҡа үҙ ишектәрен асыр тип ышанабыҙ. Әле янғын депоһында ҙур ғына эштәр ҡуҙғаттыҡ. Ундағы ике гараждың береһенә йылылыҡ үткәрелмәгәйне. Күптән түгел ошо проблема хәл ителде, яңы йылға тиклем ҡыйығын да алмаштырып ҡуясаҡбыҙ. Ошо эште башҡарып сыҡһаҡ, киләһе йылда беҙгә өҫтәмә янғын һүндереү машинаһы бүленер тип өмөт итәбеҙ. Кинйәкәйҙәр ҙә тыуып килгән йылға маҡсаттар билдәләгән. Улар урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы ярҙамында балалар спорт майҙансығы урынлаштырырға ниәт итте. Был ауылда быға тиклем ундай майҙансыҡ булманы. Конкурста еңеп, уларҙың хыялы тормошҡа ашһын ине. Шулай уҡ урамдарҙы яҡтыртыу, юлдарҙы төҙөкләү ҙә һәр ваҡыттағыса иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.
Барыһын да етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлайым! Яҡташтарыма ныҡлы һаулыҡ, ғаиләләренә именлек, алдарына ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеүҙәрен теләйем.
Фото: интернет.
Читайте нас: