Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2019, 15:40

Һалҡындарҙа емеш ағастарын нисек һаҡларға?

Был уңайҙан белгестәр кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ.

Был уңайҙан белгестәр кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ.

Тышта ҡыш хужа булһа ла, хәстәрлекле баҡсасыларға эш бөтмәй әле. Декабрь - йылы яратыусы ҡыуаҡлыҡтарға иғтибар талап ителә торған ваҡыт.
Быйыл ҡар ҡатламы бик йоҡа, шуға ла ҡарҙы тирә-яҡтан ташып, ҡыуаҡлыҡтарҙың төбөнә баҫҡылап өйөргә кәрәк. Был осорҙа ағастарға ҡуяндар һәм сысҡандар һөжүм итә башлай. Моғайын, үҫентеләрҙе һаклау өсөн алдан сара күргәнһегеҙҙер.
Ҡаты һыуыҡтар башланғансы яҙын прививкалар эшләү өсөн ботаҡтар әҙерләргә мөмкин.

Улар оҙонлоғо 30-40 сантиметр самаһы булған йәйге ботаҡ булырға тейеш ине. Йыуанлығы ҡәләм саҡлы булған ботаҡты һайларға кәрәк. Бөрөләре һәйбәт үҫешкәнен алғанһығыҙҙыр. Ботаҡтарҙы секатор мелән киҫеп, бергә бәйләү һәм ҡарға күмеп ҡалдырыу яҡшы була.

Ҡарҙың ҡалынлығы 50 сантиметрҙан артһа, был ботаҡтарға 30-40 градуслы һыуыҡ та ҡурҡыныс түгел. Бындай алым менән ҡарағат, крыжовник кеүек ҡыуаҡтарҙың ботаҡтарын яҙғылыҡҡа әҙерләргә мөмкин.
Фото: интернет.
Читайте нас: