Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2019, 00:04

ЯҢЫ ЙЫЛДЫ БАЙРАМ ИТЕРГӘ ЯРАЙМЫ?

Яңы йыл байрамы яҡынлаша. Уны мосолман нисек ҡабул итергә тейеш? Ошо йәһәттән ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәрҙе йыш ишетергә тура килә.

Яңы йыл байрамы яҡынлаша. Уны мосолман нисек ҡабул итергә тейеш? Ошо йәһәттән ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәрҙе йыш ишетергә тура килә.
Был мәсьәләгә ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе элек-электән өйрәнәм. Ысынлап та, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, шыршы тирәләй әйләнеү, маскарад - мәжүсилек ҡалдыҡтары. Улар һәр береһе төрлө ышаныуҙарға бәйле килеп сыҡҡан һәм динебеҙгә бөтөнләй ярашлы түгел. Мәғлүм ки, Исламда иң ҙур гонаһ - ширк, йәғни ниҙелер Аллаһҡа тиңдәш ҡуйыу. Раббыбыҙға мөрәжәғәт итеү урынына Ҡыш бабайҙың сихри көсөнә, тылсымына балаларҙы ышандырып, теләктәрҙе тормошҡа ашырыуын һорап, ярҙамына өмөт итеп, гонаһ эшләнә. Шулай уҡ шыршы янында йырлап-бейеп өйөрөлөү ҙә - ширк. Исламда Мәккәләге Ҡәғбәтулла тирәһендә генә әйләнеп йөрөргә рөхсәт ителә. Ҡыҙғаныс, балаларыбыҙҙы ялған персонаждарҙың көсөнә ышандырып үҫтерәбеҙ.
Ә икенсе яҡтан ҡарағанда, был байрам беҙҙә бер быуатҡа яҡын үткәрелә, кешеләрҙең ҡанына һеңгән икән, унан тиҙ арала баш тартып булмаясағы көн кеүек асыҡ. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Уҡымышлы диндарҙарыбыҙ быны яҡшы аңлай, шуға ла ҡәтғи ҡарарҙар менән сығыш яһарға ашыҡмайынса, ипләп төшөндөрөргә тырыша. Ашығыуҙың кире һөҙөмтәгә килтереү, тағы ла нығыраҡ аҙаштырыу ихтималлығы бар бит. Мосолман һәр ғәмәлде сабырлыҡ, түҙемлек менән, яҡшы һүҙ аша атҡарырға тейеш, тиелгән дини китаптарҙа. Был йәһәттән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең дә бихисап хәҙисе бар.
Минеңсә, күптән Ҡояш календары буйынса йәшәйбеҙ, пландар ҡорабыҙ, әҙәм балаһының тыуған һәм үлгән көндәрен иҫәпләйбеҙ икән, Яңы йылды ҡабул итеүҙән зарар юҡтыр. Өйгә ҡуйылған шыршы тәмле урман еҫе аңҡытып ултырһа, күңелгә байрам хисе өҫтәлер. Ҡыш бабайҙы - һалҡын ҡыш образы, Ҡарһылыуҙы ҡар бөртөгө тип кенә ҡабул ҡылып, уларҙан тылсым көтмәһәк, балалар бүләктәрҙе әсә-атай бүләге тип ҡараһа, Яңы йылға теләктәребеҙҙе фәҡәт Аллаһ Тәғәләгә юллаһаҡ, тик Раббыбыҙҙың ярҙамына өмөт итһәк, байрамды билдәләү гонаһ түгелдер, тип уйлайым. Маҡсатҡа ашыҡмай барайыҡ. Барыһы ла яйлап хәл ителер.
Фото: интернет.
Читайте нас: