Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Декабрь 2019, 19:05

Үгәй әсәй

Мин килен булып төшкән ауылда күркәм ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе айырыуса һоҡланыу тыуҙыра: өс улы һәм ике ҡыҙы әсәләре өсөн өҙөлөп тора, улар күптәргә өлгө булырлыҡ. Ғаиләнең тарихын ишеткәс иһә, берҙән аптыраным, икенсенән, ихтирамым нығыраҡ артты. Баҡһаң, уларҙың әсәһе үгәй икән...

Мин килен булып төшкән ауылда күркәм ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе айырыуса һоҡланыу тыуҙыра: өс улы һәм ике ҡыҙы әсәләре өсөн өҙөлөп тора, улар күптәргә өлгө булырлыҡ. Ғаиләнең тарихын ишеткәс иһә, берҙән аптыраным, икенсенән, ихтирамым нығыраҡ артты. Баҡһаң, уларҙың әсәһе үгәй икән...
Искәндәр ағайҙың ҡатыны Гөлгөнә йәш сағынан һаулыҡҡа туя алмай. Бер-бер артлы бала табыу уның саҡ торған һаулығын бөтөнләй ҡаҡшата. Өлкәненә алты, бәләкәсенә бер йәш булғанда, ул мәңгелеккә күҙҙәрен йома.
Искәндәр ағай балалары менән яңғыҙ ҡала. Ул, бик егәрле, оҫта кеше, донъяһын емермәй, ҡатыны менән бергә йыйған мөлкәтен таратмай. Эшендә лә уны аңлайҙар, бер нисә айға ялға ебәреп торалар. Ҡатынының икенсе районда йәшәгән ата-әсәһе балаларҙы үҙҙәренә алырға һорап та ҡарай.
- Һин әле йәш, кейәү, яңы ҡатын алырһың. Балалар ҡамасау булһа, алайыҡ, нисек тә үҫтерербеҙ әле, - ти ҡәйнәһе.
- Юҡ, үҙемдең балаларым үҙемдән артмай. Әсәләре лә үлде, мин дә ташлай алмайым уларҙы, - тип яуап бирә ир, һәм башҡа был хаҡта һүҙ күтәрелмәй.
Тик ниндәй генә яҡшы атай булмаһын, балаларға әсәй бик кәрәк. Айырыуса бер йәшлек ҡыҙсыҡҡа. Етем ҡалғандарын аңлаған малайҙар ҙа шымып, юғалып ҡала. Искәндәр ағай ҡасан да өйләнергә кәрәклеген үҙе лә яҡшы төшөнә
Әсәләре баҡыйлыҡҡа күсеүгә ярты йыл үтте тигәндә, өйгә яңы "әсәй" килә. Балалар һәм туғандары ғына түгел, бөтә ауыл халҡы шымып, һынамсыл ҡараш менән көтә башлай. Нимә булыр? Кем ул был Гөлфиә тигән апай? Балаларҙы рәнйетмәҫме? Искәндәр менән Гөлгөнәнең йәмле донъяһын туҙҙырмаҫмы?
Иң тәүҙә сабый Айгөл эйәләшә уға. Яңы килгән апай бик йомшаҡ, түҙемле, ҡыҙыҡ уйындар белә, үҙен күтәреп кенә йөрөтә бит. Унан һуң үҙ әсәһен онотоп барған өс йәшлек Кәбир килеп һыйына башлай. Күпте аңлаған өлкән малай ҙа күпкә бармай, Гөлфиә апаһына яҡынлай.
Башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән был ҡатынды ауыл халҡы ла тиҙ ҡабул итә. Ул мәктәптә һәр балаға иғтибарлы була, бар тырышлығын һалып уҡыта, ҡыҙыҡлы саралар ойоштора. Өйҙә иһә Гөлгөнә кеүек егәрле, уңған булып сыға. Балалары күңеленә юл тапҡан ҡатынды Искәндәр ҙә бик хөрмәт итә һәм ярата башлай.
Юҡ, һүнмәй матур донъя, тағы ла йәмләнә. Улар ҙурыраҡ йорт һалып сыға. Уртаҡ тағы ике балаға ғүмер бирәләр. Искәндәр ағайҙың балалары уны өсөһө лә “әсәй” тип йөрөтә. Бәләкәй туғандарын бик матур ҡабул итәләр. Гөлфиә апай бер ҡасан да балаларҙы айырып ҡарамай, уның йөрәк йылыһы бишеһенә лә тигеҙ етә.
Әле балалар үҫеп бөткән. Бәләкәстәре быйыл мәктәпте тамамлай, өлкәндәр ғаиләле. Тик ял һайын бөтәһе бергә төп йортта йыйыла, байрамдарҙы бергә үткәрә. Бынан бер нисә йыл элек, барыһын да ҡурҡыуға һалып, Гөлфиә апай яман шеш менән сирләп алғайны. Әлдә ауырыуҙы башланғыс стадияһында асыҡлайҙар, бында табип булып эшләгән өлкән улына рәхмәт. Бөтәһе бергә йүгереп йөрөп уны баш ҡалаға дауаханаға алып китә, бар көстәрен һалып шәбәйтеп алалар. Шөкөр, бөгөн апай иҫән-һау. Балаларын һәм Искәндәр ағайҙы шатландырып йәшәп ята. Ул бит йорттоң тотҡаһы, йәме.
“Үгәй әсәй” тиһәң, күптәр убырлы ҡарсыҡтай әшәке ҡатынды күҙ алдына килтерә. Юҡ, Аллаһҡа шөкөр, был донъяла Гөлфиә апай кеүек үгәй әсәйҙәр ҙә бар. Ундайҙар күберәк булһын ине!

Альфия Мингалиева.


Фото: интернет.

Читайте нас: