Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Декабрь 2019, 21:53

Ҡыйыуҙар һөнәрен һайлаған

Тәүлек әйләнәһенә, һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, энергетиктар халыҡты электр уты менән өҙлөкһөҙ һәм сифатлы тәьмин итеү өсөн бар көсөн, белемен һала. Ана шундайҙарҙың береһен - Николай Димчукты ошо көндәрҙә ҡаланы төҫлө уттарға күмеп, Яңы йыл биҙәктәре монтажлап йөрөгән мәлдә тап иттек. Николай Николаевич “Ишембай электр селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһының иң тәжрибәле хеҙмәткәрҙәренең береһе булып сыҡты.

Украинаның Волынск өлкәһенән Ишембайға күсенеп килеп, энергетик булып эш башлауына ла 23 йыл ғүмер үткән. Тормош иптәше менән ике бала үҫтерәләр. 2014 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы тигән абруйлы исем ҡаҙаныуы ла замандашыбыҙҙың һөнәр оҫталығы тураһында күп нәмә һөйләй.
Николай Димчуктың эше һауа линиялары, урамдарҙы яҡтылыҡ менән тәьмин итеү, ремонт эштәре менән бәйле. Ел-дауыл, ҡар-ямғыр булһынмы, йыш ҡына бригадалары ошолай юғарыла тырыша. Был эш юғары һөнәри оҫталыҡ, ҙур яуаплылыҡ талап итеүен һәр кемебеҙ аңлап тора. Юҡҡа ғынамы ни, энергетик сапер кеүек – яңылышырға тейеш түгел, тиҙәр. Хеҙмәтенең ауырлығын күҙ алдынан үткәреп, унан һөнәре хаҡында һораштым.
- Украинала шәкәр заводында эшләгәндә мине ныҡ ҡына ток һуҡҡайны. Быны оноторлоҡ түгел, әлбиттә. Электр тогы кеүек ҡеүәтле көс менән эшләү - етди нәмә. Беҙҙең эштә иң мөһиме – техника хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү, иғтибарлы, һаҡ булыу, - ти тәжрибәле белгес.
Был һөнәрҙе һайлауына ул һис үкенмәй. Ысындан да, үҙенә ышаныслы, ҡыйыу кешеләр тырышҡан өлкә ул энергетика тармағы.
Ҡалабыҙ кәйефте күтәргән матур уттарға күмелә. “Ишембай электр селтәрҙәре” хеҙмәткәрҙәренең күңел биреп башҡарған эштәренең бәләкәй генә өлөшө был. Алда оҙайлы ялдар, Николай Николаевич кеүектәрҙең уларҙың имен, аварияларһыҙ үтһен тигән теләге бик тә урынлы. Шулай була күрһен.
Әйткәндәй
Энергетиктар көнө уңайынан тантаналы сарала электромонтер Валерий Насыров, Александр Мелехов, Азамат Вәлитов, электрослесарь Валерий Котухов, электр менән иретеп йәбештереүсе Сергей Титов һәм тағы тиҫтәнән ашыу һөнәр алдынғылары предприятиеның маҡтау грамоталары менән бүләкләнәсәк.

Фото: автор.
Читайте нас: