Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2019, 10:25

Йүнсел ир-егеттәргә ауыл таяна

Байғужаның йүнсел ир-егеттәренең береһе Булат Баһауетдинов башланғысы, тырышлығы менән ауылдың күл буйында бик матур боҙ ҡаласығы төҙөлгән. Яңы йылға ауылдарҙы биҙәү буйынса конкурс комиссияһы килеүгә үҙе – Ҡыш бабай, ҡатыны Ҡарһылыу булып кейенеп, ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алдылар. Биҙәлгән шыршы, боҙ һындар ғына түгел, күлдә бына тигән каток та эшләнгән. Кисен шыуыр өсөн хатта яҡтыртҡыстар ҡуйылған.

Байғужаның йүнсел ир-егеттәренең береһе Булат Баһауетдинов башланғысы, тырышлығы менән ауылдың күл буйында бик матур боҙ ҡаласығы төҙөлгән. Яңы йылға ауылдарҙы биҙәү буйынса конкурс комиссияһы килеүгә үҙе – Ҡыш бабай, ҡатыны Ҡарһылыу булып кейенеп, ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алдылар. Биҙәлгән шыршы, боҙ һындар ғына түгел, күлдә бына тигән һырғалаҡ та эшләнгән. Кисен шыуыр өсөн хатта яҡтыртҡыстар ҡуйылған.
Булат Баһауетдиновтың ауылға һәр саҡ ярҙам итеүенә ҙур рәхмәтен белдерҙе әлеге сарала Рәмзиә апай Йәғәфәрова.
- Бер үҙең бер нәмә лә эшләп булмай, ауылдаштар менән бергәләшеп тырыштыҡ. Ауылыбыҙҙы матурлау буйынса эштәр бар әле,- тип алға маҡсаттары булыуын да әйтте Булат Баһауетдинов .
Ошо тиклем дәрт, донъя көтөүгә сәм булғанда ауылдар йәшәйәсәк әле. “Киләһе йыл ҡомаҡ йылы, ул бик үрсемле йәнлек. Тыуып килгән йылда ауылыбыҙҙа бик күп сабыйҙар донъяға килһен”, - Байғужа ағинәйҙәренең ошо изге теләктәре лә тормошҡа ашһын.
Фото: автор.
Читайте нас: