Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2019, 11:00

Өйҙән - өйгә йөрөп ҡотлайҙар

Бәләкәй Байыҡ ауылы ҙур түгел. Ләкин унда ла Яңы йыл тыны тойола. Клуб эргәһендә шыршы, боҙ һындар урын алған. 30 декабрҙә халыҡты йыйып байрам да уҙғарыласаҡ.

Бәләкәй Байыҡ ауылы ҙур түгел. Ләкин унда ла Яңы йыл тыны тойола. Клуб эргәһендә шыршы, боҙ һындар урын алған. 30 декабрҙә халыҡты йыйып байрам да уҙғарыласаҡ.
Ихатаһын биҙәп, конкурста ҡатнашырға дәртләнеүселәр ҙә бар.Шундай оҫталарҙың береһе Әлиә Фәтҡуллина йорто эргәһенә боҙ майҙансығы төҙөп ҡуйған. “Ошо рәүешле ауылдаштарымдың күңелдәрен күтәрәһем килде”, - ти ул. Әйткәндәй, ауылда бер матур йола йәшәп килеүе тураһында ла һөйләне клуб хеҙмәткәрҙәре. Яңы йыл алдынан Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, төрлө йәнлектәр булып кейенеп, Бәләкәй һәм Оло Байыҡ ауылдарында йорттар буйлап йөрөп, халыҡты байрам менән ҡотлайҙар, кескәй бүләктәр тараталар. Шулай ҙа иң ҙур бүләк - ауылдаштарға күрһәтелгән иғтибар һәм ихтирам.
Фото: автор.
Читайте нас: