Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2019, 00:50

Кинйәбулаттар байрам кәйефен өләште

Яңы йылға биҙәүҙә Байғужа ауыл Советына ҡараған ауылдар, шәхси ихаталар әүҙемлектәре менән айырылып торҙо. Йорттары эргәһенә боҙ ҡаласыҡтары төҙөп, ауылдаштарына күтәренке кәйеф өләшеүсе уңған хужалар, хужабикәләр айырыуса маҡтауға лайыҡ .

Кинйәбулат ауылына килеп инеүгә стадионда Яңы йыл етеп килеүен хәбәр итеп ҡупшы шыршы тирә-яҡты йәмләп ултыра. Ундағы боҙ ҡаласығын эшләүгә лә аҙ көс һалынмаған, күмәк тырышлыҡ менән башҡарылған ул.
Шәхси ихаталарҙан Светлана Мөхәмәтшина, Венера Мирасованың йорттары алдына эшләнгән байрам майҙансыҡтары ла күңелде күтәрҙе. Былар барыһы ла халыҡтың матурлыҡҡа ынтылышын сағылдыра.
Фото: автор.
Читайте нас: