Яңы йыл алдынан районда “Ауыдарҙы иң яҡшы биҙәү” конкурсы уҙғарыу матур йолаға әүерелде. Быйыл да халыҡ был сараға сәмләнеп әҙерләнде. Ишембай районы муниципаль районы Советы секретары Рәмил Абдуллин рәйеслегендә махсус комиссия ауылдарға сығып, яңы йыл ҡаласыҡтарының биҙәлешен ҡарай башланы. Бөгөн комиссия ағзалары Этҡол һәм Байғужа ауыл Советтарына сыҡты.
Этҡолдар быйыл яңы йыл ҡаласығын мәҙәниәт йорто алдына эшләгән. Байрам биҙәге шыршы, боҙ һындар ғына түгел,бәләкәстәргә рәхәтләнеп шыуыр өсөн тау ҙа яһалған. Байрамды көтөп алыуҙары күренеп тора. Яңы йыл ҡаласығын асыу сараһына байтаҡ халыҡ, бигерәк тә балалар күмәк йыйылды. Ҡыш бабайҙар, Ҡарһылыуҙар парады бик үҙенсәлекле килеп сыҡты, уларҙың бейеүенә тамашасылар ҙа ҡушылды.
- Был ҡаласыҡ ауыл хакимиәте, мәҙәниәт, ирекле янғын һағы хеҙмәткәрҙәре тырышылығы менән булдырылды. Ауыл халҡы ла ситтә ҡалманы. Мәҫәлән, Хәмит Нәбиуллин боҙ ҡаласығын төҙөгәндә шәхси тракторы менән ярҙам итте, - тине Этҡол ауыл хакимиәте башлығы Илгизәр Ихсанов.
Яңы йыл килеүенә бигерәк тә балалар шат. Байрам алдынан тыуҙырылған ошо матурлыҡ тәүге сиратта кескәйҙәргә йүнәлтелгән.
- Бөгөнгө байрамды күрергә кесе улым менән килдем. Бик оҡшай, матур итеп әҙерләнгәндәр.Башҡа көндәрҙә лә балалар менән ошонда тауға киләбеҙ, -тип тәьҫораттары менән бүлеште Гөлфира Хәйруллина.