Иҫке Ишембай ҡасабаһында капиталь ремонттан һуң Үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһының 2-се табип участкаһы эш башлауы был тарафта йәшәүселәр өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ булды. Хәҙер инде халыҡ заманса төҙөкләндерелгән, тейешле шарттар тыуҙырылған бинаға килә.
Яңыртылған табип участкаһына килеп инеү менән унда Иҫке Ишембайҙың аҡһаҡалдар советы рәйесе Фәтих ағай Ишембаевты осраттыҡ. Ул медицина хеҙмәтләндереүе буйынса хәлдәрҙең күпкә яҡшырыуын әйтеп, күңелендәгеһе менән уртаҡлашты.
- Беҙҙең элек тә һаулыҡ һаҡлау пункты бар ине, әммә ремонт булмау сәбәпле бер нисә йыл эшләмәй торҙо. Бигерәк тә оло йәштәгеләргә, балаларға ҡыйынлыҡ төштө. Ауырыһаң, сараһыҙҙан ҡалаға дауаханаға такси менән сығып китәһең. Халыҡты борсоған дөйөм проблема тураһында район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахмановҡа аңлатҡас, оҙаҡ та үтмәне, мәсьәлә ыңғай хәл ителде. Ремонттан һуң табип участкаһы асыу тантанаһына республика Башлығы Радий Хәбиров районға эш сәфәре мәлендә үҙе килде. Шатлығыбыҙ менән ихлас уртаҡлаштыҡ. Был ҙур эш өсөн республика етәкселегенә, район, ҡала хакимиәтенә, төҙөлөштө алып барыусы ойошмаға ҙур рәхмәтлемен, - тине ошонда йәшәүселәрҙең тормошо өсөн янып-көйөп йөрөгән ағай.
“Һаулыҡ” милли проектына ярашлы тергеҙелгән һәм йыһазландырылған бинаның тышҡы йөҙөн матурлау, дарыухана булдырыу маҡсаты ла ҡуйылған. Был хәбәр ҙә ауылдаштарҙы һөйөндөрә. Участка мөдире, фельдшер Лариса Кокарева ремонтҡа саҡлы, 2014 йылға тиклем дә, ошонда эшләгән булған. Шуға ҡасабала йәшәүселәр уны ихтирам итеп тора, халыҡ уға яҡшы таныш.
- Иҫке Ишембай халҡын хөрмәт итәм, уларға рәхмәтлемен. Участкала өлкәндәр һаны 1200-ҙән артып китһә, балалар 200-ҙән ашыу. Кәрәкле барлыҡ медицина ҡорамалдары бар, - тине участка фельдшеры.
Ремонттан һуң булдырылған шарттарға ҡарап күңел һөйөнә. Процедура, прививка кабинеттары тейешенсә йыһазландырылған, элек бәҙрәф тышта булһа, хәҙер уныһы ла эстә, йылыла. Табип участкаһы эшенә бигерәк тә оло йәштәгеләр мохтаж. 70-тән өлкәндәрҙең һаны йөҙгә яҡын. Ололарҙы Лариса Семеновна өйҙәренә йөрөп
ҡарай. Беҙ барғанда ул 90 йәшлек инәй эргәһенә йыйына ине.
“Ҡалаға йөрөргә түгел, табип участкаһының үҙебеҙҙә булыуы уңайлы. Бик ихлас ҡабул итәләр”, - сиратта ултырыусыларҙан ошондай һүҙҙәр ишетеү был көндәрҙең көтөп алыныуына йәнә бер дәлил.
Һаулыҡ – иң ҙур байлыҡ, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Уның асылын сирләгәс кенә аңлайбыҙ. Табип участкаһы яҡында, йәшәгән ауылыңда йәки ҡасабаңда икән, медицина белгестәренә мөрәжәғәт итеүҙе һуҙмайһың. Ә был сирҙе мәлендә дауалау өсөн төп шарт.