Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2019, 00:10

"Буласаҡ киленеңдең өс балаһы бар"

–Әсәй, һөйөнсө, мин өйләнәм! - Айгиз ишектән үк әсәһенең күптән көткән хәбәрен һөрәнләне.– Әлхәмдүлилаһ! Ауыҙыңа бал да май! Күрер көндәрем бар икән! Атайың ғына күрә алманы шул...– Әсәй, ул тик беҙҙең милләттән түгел шул, мәрйә ҡыҙы.

–Әсәй, һөйөнсө, мин өйләнәм! - Айгиз ишектән үк әсәһенең күптән көткән хәбәрен һөрәнләне.

– Әлхәмдүлилаһ! Ауыҙыңа бал да май! Күрер көндәрем бар икән! Атайың ғына күрә алманы шул...

– Әсәй, ул тик беҙҙең милләттән түгел шул, мәрйә ҡыҙы.

– Бәй-бәй, мәрйә булһа ни, ул да кеше балаһы бит. Урыҫса әпәй-тоҙлоҡ ҡына һупалайымсы.

– Әсәй, тик ул бер нисә тапҡыр кейәүҙә булған шул...

– Беҙ йәш саҡта кемгә барғанбыҙ, шул бер кеше менән мендәрҙә сәс ағарта инек. Заманалар шулай булғас, ҡалайтаһың инде? Әҙәм балаһының яңылышҡан саҡтары ла, аңлашып бөтмәгән ваҡыттары ла булалыр.

– Әсәй, буласаҡ киленеңдең өс балаһы бар...

– Булһа ни, үҙебеҙҙеке кеүек ҡарарбыҙ, балаларҙың булыуы насар түгел. Тағы ла ишәйеп китерһегеҙ, йәшәүе лә күңеллерәк булыр.

– Әсәй, беҙҙең йәшәргә урыныбыҙ юҡ...

– Нимә һөйләп тораһың тағы! Атайың нигеҙе бит, һин йәшәмәй, кем йәшәһен инде был өйҙә!

– Әсәкәйем, һин ҡайҙа йәшәрһең икән?

– Эй, балаҡайым! Рәхмәт төшһөн! Гел мине уйлайһың инде! Бигерәк изге күңелле булдың – бер көндә киленле лә, өләсәй ҙә иттең. Һиңә һәйбәт булһа, миңә ҡайҙа ла яҡшы булыр, балаҡайым.

Гөлсөм Монасипова.

Фото:dela-ruk.ru
Читайте нас: