Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Декабрь 2019, 22:00

ӨС ӘСӘ

Өс әсәйем булды. Өс ғаиләлә иң кесеһе мин инем. Мине яраттылар, иркәләттеләр, бәпләнеләр.

Өс әсәйем булды. Өс ғаиләлә иң кесеһе мин инем. Мине яраттылар, иркәләттеләр, бәпләнеләр. Урыным батшаныҡы ише һәр саҡ түрҙә. Ҙур ғаиләлә үҙемде бер ҡасан да ситен тойманым, ҡайҙа ла үҙ бала, теләгән бала! Хәйер, күп йылдар үткәс тә тере ағай-апайҙарым өсөн мин һаман да кинйә, көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ. Өс әсәйем гелән береһе икенсеһенә ярҙам итте, ҡунаҡҡа саҡырышты. Шул өс ҡатындың әрләшкәнен, та-лашҡанын, береһе икенсеһен кәмһеткәнен, йөҙөн йы-ртҡанын хәтерләмәйем. Әсәйем үлем түшәгенә ятҡас һуңғы мәлгә тиклем янында кесе әсәйем ултырҙы...
Билдәле булыуынса Мостай Кәримдең һуңғы сәфәре Сибай ҡалаһына яһалды. Үҙем са-ҡырыусы, ҡунаҡты ҡала менән таныштырып оҙатып йөрөүсе лә булдым. Ағай етди си-рләй ине, шулай булһа ла яуаплы, ауыр юлға сығыуымды аңлайым, төшөнәм, тип өҙәре-мдән баш тартмай ризалашты. Театрҙа баҫып торорлоҡ та урын табылманы ул көндә, сә-ғәт ярымға иҫәпләнгән осрашыу дүрт сәғәткә яҡын дауам итте. Ул әҙәбиәт, мәҙәниәт, рух-иәт байрамы - яҙыр өсөн үҙе бер айырым тема. Тамашанан һуң ҙур табын, затлы һыйҙар һығылған өҫтәл әҙерләнһә лә ағай унда ултырыуҙан баш тартты. "Алтын тирмә"лә икәү-ҙән икәү ҡалып оҙаҡ ҡына әң-гәмәләшеп ултырҙыҡ. Шунда һүҙҙән һүҙ сығып әйтә ҡуйҙ-ым: "Мостафа Сафич, һеҙҙең ике әсәйегеҙ булған, ә минеке өсәү ине..." Халыҡ шағиры мә-рхәмәтле йыл-майҙы ла былай тип яуап бирҙе: "Тимәк һин миңә ҡарағанда өс тапҡыр-ға бәхетл-ерәк булғанһың..." Эйе, мин шул өс наҙлы йылыны тойоп йәшәнем, донъям өс та-пҡыр яҡтыраҡ, ҡапҡан ризығым өс тапҡыр татлыраҡ ине, билләһи шулай ине...
Хәҙерге көнитмешкә ҡарайым да күңелемде ике һорау өйкәй; әлеге мәлдә өс ҡатынды ҡарарлыҡ ирҙәр бар микән арабыҙҙа, йәнә... өс көндәш бер-береһенә ниндәйерәк мөн-әсәбәттә булырҙар ине икән? Бына ошондайыраҡ, сисеүе, хәл итеүе ауыр ике һорау...
Салават Абузаров.

Читайте нас: