Көҙәндә бүрәнә һарайға ут тоҡаныу сәбәпле, мунса һәм ике машинаһы булған гараж зыян күрә. 53 йәшлек милек хужаһы янғынды үҙ аллы туҡтатырға тырышып, тән йәрәхәттәре ала. Һөҙөмтәлә, Стәрлетамаҡ ҡалаһының дауханаһына эләгә. Ирҙең хәле уртаса баһалана. Ут сығыуҙың яҡынса сәбәбе – электр ҡоролмалары монтажы ҡағиҙәләренең боҙолоуы.