Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2019, 11:30

Иңдәренә яуаплылыҡ алдылар

10 декабрь Халыҡ-ара кеше хоҡуғы көнө булараҡ билдәләнде. Ошо уңайҙан Ишембай районы һәм ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлегендә бер төркөм граждандарға паспорт тапшырыу тантанаһы үтте.

10 декабрь Халыҡ-ара кеше хоҡуғы көнө булараҡ билдәләнде. Ошо уңайҙан Ишембай районы һәм ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлегендә бер төркөм граждандарға паспорт тапшырыу тантанаһы үтте.
Тарихҡа күҙ һалһаң, кеше хоҡуҡтары хаҡында декларация берләшкән милләттәр ойошмаһы Генераль ассамблеяһы тарафынан 1948 йылдың 10 декабрендә ҡабул ителә. Был документ йәмғиәтселектең гражданлыҡ һәм сәйәси иркен билдәләй. Декларация үҙе донъяның барлыҡ дәүләттәре өсөн дә мотлаҡ тип иҫәпләнә.
Был көндә муниципаль районда 12 кеше гражданлыҡ хоҡуғына эйә булды. Уларҙың дүртәүһе 14 йәше тулған үҫмерҙәр булһа, һигеҙе – йорт-мөлкәтен ҡалдырып, һуғыш барған Луганск Һәм Донецк өлкәләренән ҡасып китергә мәжбүр булған яҡташтарыбыҙ.
- Бөгөн һеҙ Рәсәй Федерацияһының паспортын алыу менән тулы хоҡуҡлы граждандарға әүерелдегеҙ. Әммә шуны иҫтә тотоғоҙ – хоҡуҡҡа эйә булыу менән бергә һеҙ хәҙер конституция талаптарын үтәргә лә бурыслы. Ә беҙ, хоҡуҡ һәм ғәҙеллек һаҡсыһы булараҡ, һеҙҙең ғүмерегеҙ өсөн яуаплы, - тине район һәм ҡала буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы Александр Заварзин, залда ултырыусыларҙы тәбрикләп.
Көньяҡ-көнсығыш Украинанан, атап әйткәндә, Луганск һәм Донецк өлкәләренән республикабыҙға күсеп килгән граждандарҙың йәшәйеш, мәшғүллек, «ҡасаҡ» статусын алыу кеүек проблемалары матбуғатта яҡтыртыла килде. Рәсми ҡасаҡ статусын алғандар араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар.
- Бөгөн үҙ еремдә яңынан тыуҙым. Был хисте бер нимә менән дә сағыштырырлыҡ түгел. Ошонан ары үҙ туғандарың менән бер ҡасан да айырылышырға яҙмаһын. Ҡәһәрле һуғыш иптәшем менән ҡорған донъябыҙҙы ғына түгел, 30 йыллыҡ ғүмеребеҙҙе, хыялдарыбыҙҙы йотто... - тине Донецк өлкәһенең Ласточкин ҡасабаһынан ире менән Ишембайға күсеп ҡайтыусы Надежда Рябова.
Сарала Ишембай районы һәм ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлеге ветерандары советы рәйесе Рәйсә Вафина сығыш яһаны. Ветерандың беренсегә паспорт алған үҫмерҙәргә «бурыс» кеүек төшөнсәләрҙе аңлатыуы, биргән өгөт-нәсихәттәре ихлас ҡабул ителде.
Фото: автор.
Читайте нас: