Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Декабрь 2019, 12:00

Юлдар имен булһын

Муниципаль районда Яңы йыл байрамына әҙерлек мәлендә һәм каникул осоронда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү маҡсатында “Иғтибар – балалар!” акцияһы иғлан ителде.

Муниципаль районда Яңы йыл байрамына әҙерлек мәлендә һәм каникул осоронда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү маҡсатында “Иғтибар – балалар!” акцияһы иғлан ителде.
– Ошо көндәрҙә мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында әңгәмәләр ойошторасаҡбыҙ. Балалар юлда үҙҙәрен нисек тоторға кәрәклекте бер ваҡытта ла онотмаҫҡа, бәләкәйҙән белеп ҡуйырға тейеш. Атаәсәләр балаларға ҡағиҙәләрҙе үтәүҙә өлгө булһа ине, ғөмүмән, балалар менән был темаға һөйләшеп тороу бер ҡасан да артыҡ түгел. Өй-мәктәп маршрутынан тайпылмаһындар, ваҡыт табып, ҡайһы берҙә был юлды бергәләп үтегеҙ, ҡағиҙәләрҙе ғәмәлдә ҡабатлағыҙ, - тип уртаҡлашты ЮХХДИ бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспекторы Гөлнур Ғиндуллина. Погонлы ағайҙарҙан йәмәғәт, мәктәп автобусында йөрөү, кеше күмәк йыйылған урында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен ишетеп, балалар быларҙың барыһын хәтеренә һалып ҡуйһын ине. Дәүләт автоинспекторҙары мәктәптәргә ата-әсәләр йыйылыштарына килергә лә әҙер, быға тиклем һеҙҙә булмағандар икән – саҡырығыҙ! Балаларҙы машинала йөрөткәндә мотлаҡ хәүефһеҙлек ҡайыштарын ҡулланыу, кейемдәрендә ҡараңғы ваҡытта ут сағылдырғыс элементтар булыуын хәстәрләп ҡуйыу беҙҙең иңдә, хөрмәтле ата-әсәләр!
ӘЙТКӘНДӘЙ
Уҙған йома муниципаль районда Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре рейд барышында 50 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған. Иҫерек хәлдәге 4 водитель ҡулға алынған. Алдағы көндәрҙә һауа шарттары боҙолоуы, юлдарҙа күреү мөмкинлеге сикләнеүе һәм көслө ҡар яуыуы сәбәпле, юлпост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙе айырыуса иғтибарлы булырға саҡыра.
Читайте нас: