Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Декабрь 2019, 14:25

Ваҡытты ҡулдан ысҡындырмайыҡ

Ошо көндәрҙә «Инсайт» психологик-медицина-социаль ярҙам үҙәгендә сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән балаларҙың әсәләре түңәрәк өҫтәл форматында кәңәшмә үткәрҙе.

Ошо көндәрҙә «Инсайт» психологик-медицина-социаль ярҙам үҙәгендә сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән балаларҙың әсәләре түңәрәк өҫтәл форматында кәңәшмә үткәрҙе.
Борсоған проблемаларҙы уртаға һалып хәл итеүҙән дә уңайлыраҡ ысул юҡтыр – «Инсайт» үҙәге менән хеҙмәттәшлек иткән, ундағы мөмкинлектәрҙе файҙаланған ата-әсәләр быны һәйбәт аңлай. Учреждение директоры Гөлнара Ҡөҫәпҡолова ла уларҙың теләгенә, кәңәшенә һәр саҡ иғтибарлы, ихтирамлы.
- Шунһыҙ бер нисек тә булмай, сөнки балаға ҡуйылған диагнозды ата-әсәгә ҡабул итеү өсөн айҙар ғына түгел, йылдар кәрәк булыуы ихтимал. Күптәр ошо ауырлыҡты ваҡытында күтәрә алмай. Бигерәк тә әсәйҙәр психологик ярҙамға мохтаж, сөнки улар һәр яңылыҡты үҙ йөрәге, күңеле аша үткәрә. Баланың һаулығы күп осраҡта әсәйҙең психофизиологик торошонан да тора. Ошо күҙлектән ҡарағанда, ғаиләгә беренсе ярҙам күрһәтеү хеҙмәте тураһында бөгөн беҙ тап республика кимәлендә һүҙ алып барырға тейешбеҙ. Ғаиләгә ярҙам итеү – сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән баланың киләсәген ҡай-ғыртыу ул, - тип мөрәжәғәт итте түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларға Гөлнара Вәкил ҡыҙы.
Һөйләшә торғас, шул асыҡланды – илебеҙҙең бер нисә ҡалаһында беренсе ярҙам хеҙмәте уңышлы эшләп килә икән. Уларҙың эшмәкәрлеге тап ата-әсәгә психологик ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
- Ниндәй генә финанс ауырлыҡтар булмаһын, бөгөн беҙ ғаиләгә беренсе ярҙам күрһәтеү хеҙмәтен булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйырға тейешбеҙ. Ҡыҙғаныс, күп ата-әсәләр тәҡдиргә буйһоноп, балаларының яҙмышына күнә. Дауаланыу, хәлде еңеләйтеү юлдарын эҙләүҙән туҡтап ҡала. Ошо көндә «Инсайт» ярҙам үҙәгенең нимә икәнен белмәгән кешеләр булыуы үкенесле, - тине Наталья Крылова, үҙәк директорының һүҙҙәрен ҡеүәтләп.
«Бәхетле балалар» хәйриә фондының директоры Ирина Фәйзуллина ауылда йәшәгән, сәләмәтлегендә тайпылыштар булған балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләр менән бәйләнешкә инеү теләген белдерҙе. Киләсәктә бик күп атай-әсәйҙәрҙең күңеленә юл табыуына ихлас ышана ул.
Атай-әсәйҙәр “Инсайт» психологик-медицина-социаль ярҙам үҙәге белгестәренең юғары кимәлдә эшләүе, ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Үҙәк ҡалабыҙҙың Нуриманов урамы, 29-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан, белгестәргә 4-11-16 телефоны буйынса һәр кем мөрәжәғәт итә ала.
Ҡасандыр үҙемә лә Ҡазанда балалар неврологияһы мәктәбенә нигеҙ һалыусы билдәле профессор Александр Ратнерҙың ғилми хеҙмәттәре менән танышырға тура килгәйне. Профессорҙың: “Ниндәйҙер сир асыҡланған икән, баланы тыуғас та тәүге йылдарында уҡ дауалай башларға кәрәк. Әгәр балаға ошо осорҙа реабилитация үткәрелмәһә, уны биш-алты йәштәрендә дауалай башлауҙың файҙаһы әҙ: был ваҡытҡа ул инвалид булып формалашып та өлгөрә”, - тигән һүҙҙәрен әле булһа иҫләйем. Балалар һаулығы тураһында һүҙ йөрөткәндә яҡындары һөйөүе, иғтибары кеүек төшөнсәләрҙең мөһимлеген дә онотмайыҡ.
Фото: автор.
Читайте нас: