Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Декабрь 2019, 20:00

“Ишембай трикотажы” тип ғорурланып әйтербеҙ әле

Һуңғы йылда иҡтисади ҡатмарлыҡтар кисергән Ишембай трикотаж әйберҙәре фабрикаһы яңынан тулы ҡеүәттә эшләй башларына ҙур ышаныс бар. Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә фабрика киләсәген билдәләгән ҙур инвестиция проекты ҡабул ителде.

Һуңғы йылда иҡтисади ҡатмарлыҡтар кисергән Ишембай трикотаж әйберҙәре фабрикаһы яңынан тулы ҡеүәттә эшләй башларына ҙур ышаныс бар. Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә фабрика киләсәген билдәләгән ҙур инвестиция проекты ҡабул ителде.
Ишембайҙы башҡа төбәктәргә танытҡан заманында данлы фабрикала ике меңгә яҡын кеше өсөн эш урыны булдырыу күҙаллана. Коллектив ярты көскә эшләүҙе оноторға тейеш. Яңы инвестиция проекты яңы мөмкинлектәр аса. “ИФТИ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Анатолий Саушин һәм инвесторҙың вәкиле, “Ишембай трикотажы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте исеме аҫтында эшләйәсәк предприятиеның генераль директоры Дмитрий Лысенко хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Яңы йылдан һуң фабрикала производствоның барлыҡ этаптарын тергеҙеү планлаштырыла. Бында мамыҡтан еп, унан трикотаж туҡыма етештерелә, буяу эштәре лә башҡарыла, һәм, әлбиттә, заман талаптарына яуап биргән трикотаж әйберҙәр сығарыласаҡ. Цехтарҙа ҡорамалдарҙы яңыртыу буйынса эштәр билдәләнгән.
- Күпме кәрәк шул тиклем сеймал менән тәьмин итә алабыҙ, әммә әлегә уны килтереп, эшһеҙ ятҡыра алмайбыҙ. Тулы көскә эшләү өсөн хеҙмәткәрҙәр кәрәк. Тегенселәрҙән генә ике йөҙләп кеше талап ителә. Проект буйынса 2000-гә яҡын эш урынын булдыра алабыҙ, кешеләрҙең предприятиеның уңышлы киләсәгенә ышаныуы кәрәк, - ти яңы структура булып торған “Ишембай трикотажы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе.
Бөгөнгө көндә предприятиела 150 кеше эшләй. Предприятиены тергеҙеү буйынса төп эштәр 2020 йылда башҡарыласаҡ. Бында техник яңырыу ғына түгел, ә фабрикала сифатлы маркетинг кампанияһын ойоштороу ҙа күҙ уңында тотола.
Фото: Ольга Вәлитова һәм Резеда Шәнгәрәева.
Читайте нас: